+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2022, 19:00

Ҡул эштәренең тылсымы бар.

Кеше тәнендә тәьҫир иткәндә организмға зарар  килтереүсе йәки  дауалаусы төрлө һиҙгер нөктәләр бар. Мануаль терапевтар быны яҡшы аңлап эш итә. Ҡул эштәренең дә һеҙҙе дауалаусы, ҡайһы бер ыҙалатҡан сирҙәрҙән арындырыусы “доктор” булыуы мөмкин. Һәр хәлдә ҡул эштәре оҫталары был тылсымлы үҙенсәлекте кире ҡаҡмай.

Ҡул эштәренең ниндәй генә төрө менән шөғөлләнһәң дә, айырым нөктәләргә тәьҫир итергә, нервы күҙәнәктәрен ҡуҙғытырға тура килә. Төрлө сағыу ептәр менән сигеү йәнгә тыныслыҡ бирә, баш ауыртыуын баҫа, нервы көсөргәнешлегенән ҡотолдора. Аҡыл эшенән арығанда ҡул эштәре менән шөғөлләнеүҙән дә яҡшы ял юҡ.

Тегеү менән шөғөлләнгәндә көсөргәнеш күҙҙәргә, ҡулдарға, баш мейеһенә төшә. Йөрәк ритмы боҙолған, ҡан баҫымы юғары булған  кешеләр өсөн файҙалы шөғөл, тиҙәр. Йоҡоһоҙлоҡтан, баш ауыртыуынан яфаланғандар еңеллек тоясаҡ, ҡолаҡ шаулауы баҫыласаҡ, организмда матдәләр алмашыныуы яҡшырасаҡ. Макраме, йомшаҡ уйынсыҡтар тегеү, пэчворк (туҡыма киҫәктәренән үҙенсәлекле ижади әйберҙәр тыуҙырыу, өләсәйҙәрегеҙҙең ямаулыҡтарҙан  теккән, һырыған юрғандарын хәтерләйһегеҙҙер әле), энәләр менән бәйләү – барыһы ла донъяның ығы-зығыһынан ҡотолоп, ижади эшкә сумырға, фантазияғыҙҙы эшкә егергә, яңы хис-тойғолар кисерергә ярҙам итәсәк.

Фото:VK.com/advice-for-life

Автор:Дина Арсланова

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-08/ul-esht-rene-tylsymy-bar-2535799

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Ҡул эштәренең тылсымы бар.
Ҡул эштәренең тылсымы бар.
Автор:
Читайте нас: