+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2022, 15:00

«Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе Өй эстәренә тулһын!»

Исламбай - Бөрйән районы үҙәгенән ситтәрәк, ете тау ашаһында тигәндәй ятҡан ауылдарҙың береһе. Унда асфальт юл да һуҙылмаған, газ да үтмәгән, әммә был уңайһыҙлыҡтар халыҡты тыуған еренән һис өркөтмәй - ауылда төпләнеп ҡалған йәштәр күп, яңынан-яңы өйҙәр ҡалҡа, балалар үҫә.Бында йәшәгән халыҡ элек-электән уңған, дәррәү, берҙәм. Бар эште күңелле итеп бергәләп башҡарып өйрәнгән улар: өмә менән өй күтәрәләр, һуғым һуялар, концерттар әҙерләйҙәр. Күп байрам-сараларҙы матур итеп ойоштороуҙа ауыл мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре - Флүзә Әхмәтйәнова, Маһира Әхмәтйәнова, Вәлимә Ғәлиуллина һәм башҡа әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Һалҡын көндәрҙең береһендә «Айыҡ ауыл» конкурсы нигеҙендә ҡаҙ өмәһен дә халҡыбыҙ йолаһына ярашлы, башҡаларға өлгө булырҙай итеп, урыны-еренә еткереп башҡарған исламбайҙар. Был йоланы күрһәтеү иң уңған, тырыш, татыу ғаиләләрҙең береһе - Миләүшә менән Раил Хәйбуллиндарҙың өлөшөнә төшкән. «Йорт хужаһы мейес сығарыу оҫтаһы булһа, хужабикә ҡул эштәренә маһир, күлдәктәр ҙә бәйләй. Өҫтәүенә бер концерт та унһыҙ үтмәй: бик моңло тауышлы йырсы ла ул беҙҙең», ти ауыл китапханаһы мөдире Флүзә Әхмәтйәнова улар тураһында. Уңған ғаилә күпләп мал-тыуар тота, йыл да ҡош-ҡорт алып ҡарай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә.

Был көндә милли кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙар өмә үтәсәк йортҡа иртүк йыйылды. Хужа ҡаҙҙарҙы салып биргәс,

«Ап-аҡ булып йөҙөгөҙ,
Йылға буйлап күмәкләшеп,
Һирпелешеп»,

«Өйөң ҡаҙлы булһын!
Мамыҡ яҫтығы булһын!
Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе
Өй эстәренә тулһын!» тигән теләктәр әйтешеп, эшкә тотондо улар. Теҙелеп ултырып, гармунға ҡушылып халыҡ йырҙарын йырлай-йырлай, ҡаҙ мамығын йолҡоу күңелле байрамға әүерелде. Эстәрен алып таҙартҡас, түшкәләрҙе көйәнтәләргә элеп, йылғаға төшөп сайҡатҡанда ла үҙ-ара шаяра-көлә аралашыу, изге теләктәр әйтешеү, йыр-моң тынманы.

Ә кис ярҙамсыларҙы хужабикә бешергән ҡаҙ һурпаһы, ит, ҡоймаҡлы сәй табыны көтә ине. Киләһе йылда ла ҡош-ҡорттарының уңыуын, үҙҙәренә һаулыҡ, донъяға именлек теләп, рәхмәттәр әйтеп таралышты өмәселәр был ҡунаҡсыл йорттан.

Афарин, Исламбай халҡы! Дәртегеҙ бер ваҡытта ла һүнмәһен, гел шулай берҙәм, татыу булығыҙ. Киләсәк быуынға халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын тәшкил иткән йола-ғәҙәттәрҙе һөйләп түгел, ә үҙ миҫалығыҙҙа эшләп күрһәтеүегеҙ маҡтауға лайыҡ!

Ә. Ғиззәтуллина.
Фотолар Исламбай ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән.

https://vk.com/kurultaibashkir

«Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе Өй эстәренә тулһын!»
«Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе Өй эстәренә тулһын!»
«Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе Өй эстәренә тулһын!»
«Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе Өй эстәренә тулһын!»
«Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе Өй эстәренә тулһын!»
«Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе Өй эстәренә тулһын!»
Автор:
Читайте нас: