Исеменә есеме тура килеп торған, таң йондоҙондай яҡты, гүзәл рәссам ул Сулпан. Ә һүрәттәренән күңел йылылығы, бала саҡ вайымһыҙлығы, тыуған ер төҫө, ләйсән ямғыр яуып үткән һауа еҫе, яңы ғына бешкән йылы икмәк тәме бәрелеп тора. Мәскәүҙә йәшәп, Нидерландияның Геффен ҡалаһындағы ижад студияһында картиналар яҙыусы билдәле башҡорт рәссамы, дизайнер һәм педагог, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билал ҡыҙы БИЛАЛОВА хаҡында күпме яҙһаң да аҙ булыр. Уның картиналарын ҡарап, үҙе менән аралашҡандан һуң ҡояш йылылығында иҙерәгән балалай рәхәтлек кисерәһең. Ошо ҡыҫҡа ғына аралашыуҙар йылыһын һеҙҙең менән дә бүлешәбеҙ.
Ҡыҫҡа һорау һәм яуаптар:
– Ижадта һеҙҙең өсөн нимә иң мөһиме?
– Хислелек.
– Һеҙҙе нимә бигерәк тә әҫәрләндерә?
– Сағыу фекер, идеялар.
– Һүрәт төшөрөүҙең ҡайһы стиле һеҙгә бигерәк тә яҡын?
– Модерн. Абстракт реализм стиле.
– Һеҙҙең беренсе картина нисек аталды?
– Әйтеүе ауыр, мин ул саҡта бик бәләкәс инем әле.
– Әлеге мәлдә ниндәй картина яҙыу өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– «Алмағастар сәскә атҡан саҡта» («Яблони в цвету»)
– Тәбиғи булмышығыҙҙы бер һүҙ менән генә нисек әйтер инегеҙ?
– Изгелек.
– Ә ижад юлығыҙҙы ҡыҫҡа ғына итеп нисек атар инегеҙ?
– «Таштар йыйыусы».
– Һеҙ күберәк нимәләрҙе һүрәтләргә яратаһығыҙ?
– Кешеләрҙе.
– Һеҙҙең иң яратҡан рәссамығыҙ?
– Айырып ҡына әйтеп булмай. Һәр кемеһенән нимәгәлер өйрәнәм.
– Журнал уҡыусыларға әйтер һүҙегеҙ?
– Бер аҙға туҡтап... тыңлағыҙ һәм күрегеҙ!
– Сулпан Билал ҡыҙы, йәйғор нурҙарындай саф төҫтәр донъяһына сәйәхәт, һүрәт төшөрөү кеүек ижад менән мауығыу ҡасан башланды? Һөнәри рәссам булараҡ танылғансы ниндәй тормош дәрестәре үтергә тура килде?
– Был һорауға яуап табыуы ҡыйын, сөнки мин үҙемде белгәндән һүрәт төшөрәм. Ҡулға яҙып, һыҙып эҙ ҡалдырырлыҡ әйбер килеп эләгеү менән һүрәт төшөрә башлай инем. Атай-әсәй ҡағыҙ, буяу ҡәләмдәре, акварель буяуҙар алып өлгөртә алмай, беҙ уларҙы һә, тигәнсә юҡ итеп, стенаға, иҙәнгә, ултырғысҡа, гәзит ситендәге асыҡ урындарға «картиналар» сыймаҡларға тотонабыҙ. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк, тәрбиәселәр минең һүрәт төшөрөргә һәләтле икәнемде белеп, дәртләндерҙе. Ә бергә уйнаған балалар минән ҡуян, бесәй, эт, болан кеүек яратҡан хайуандарын төшөртөп алыу өсөн сиратҡа торорҙар ине. Художество мәктәбенә йөрөмәнем, рәсем уҡытыусыһы булманы, шуға ла һүрәт төшөрөү серҙәрен үҙаллы, хаталар һәм һынауҙар аша өйрәнергә тура килде. Мәләүез ҡалаһының 1-се урта мәктәбен тамамлағас Башҡорт дәүләт педагогия институтының художестволы графика факультетында уҡыным.
Хеҙмәт юлымды Дүртөйлө ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы булараҡ башланым. Артабан Өфөнөң 2-се педагогия колледжында эшләнем. 2007 йылға тиклем «Аҡбуҙат» республика балалар-үҫмерҙәр журналының бүлек мөдире, яуаплы секретары вазифаларын башҡарҙым.
2007 йылдан Мәскәүҙә йәшәйем. «АРС Комьюникейшнс» компанияһында арт-директор булдым.
2016 йылдан – ирекле ижад юлындамын. Төрлө стилдәрҙә һәм жанрҙарҙа эшләйем.
– Рәссамдар һәр ижад кешеһе кеүек үк хискә, моңға, тойғолар ҡойонона бай кешеләр. Һеҙҙең күңелде бигерәк тә ниндәй темалар ҡуҙғыта, әҫәрләндереп ижадҡа этәрә?
– Эйе, ысынлап та, ижад кешеһе ниндәйҙер хис-тойғолар кисерә икән, ул был эмоцияларҙы төрлө ысулдар: һүҙҙәр, хәрәкәттәр, моң, төҫтәр менән күңеленән сығарып, асып һалырға ынтыла башлай. Минең, рәссам булараҡ, күңел торошомдо буяуҙар, төҫтәр менән асып һалыу теләгем уяна. Хәтирәләр, бигерәк тә бала саҡ иҫтәлектәре ғүмер буйы оҙата бара, хәтерҙә һаҡлана һәм образдар, темалар булып минең һүрәттәремдә сағыла. Ғөмүмән, бала саҡ тураһында төшөрөргә яратам. Нәҡ бала саҡ хәтирәләре, үҫмер саҡта күргән-кисергәндәр кешене КЕШЕ, шәхес булараҡ формалаштыра. Шуға күрә лә, балалыҡтан сыҡҡан оло кеше лә, күңелендә барыбер ҙә ниндәйҙер кимәлдә сабый булып ҡала. Минең менән дә нәҡ шулай, бала сағымдың матур, сағыу хәтирә-иҫтәлектәре мине ғүмер буйы ижадҡа әйҙәп саҡыра, ҡанатландыра һәм әҫәрләндереп ижадҡа этәрә. Паспортымда тыуған урыным Борай тип яҙылһа ла, мин үҙемде Хәйбулла ҡыҙы тип тә һанайым. Минең ижадым нигеҙҙә Әбүбәкер ауылы тураһындағы йылы иҫтәлектәр менән һуғарылған. Тыуған илемдең мәҙәниәте һәм рухи байлығына ғашиҡмын. Күп композицияларым, шулар араһында «Таштар йыйыусы» әҫәре, һәм тағы ла күп картиналар Әбүбәкергә һәм Борайға бағышланған. Был минең Ташлы йылғаһы буйында үткән гүзәл бала сағымдың иҫтәлектәре. Шуға күрәлер ҙә, балалар китаптарын иллюстрацияларға яратам, был эште илһамланып эшләйем. Әсәлек темаһы бик яҡын. Быуындар бәйләнеше, аталар һәм балалар, ата һөйөүе тураһында яҙырға яратам.
– Һеҙҙе илһам ҡошо ташлап киткән, ижади көрсөк кисергән мәлдәр буламы?
– Һәр бер кешене лә урап үтмәгән күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтар, әлбиттә, рәссамдарҙа ла була. Ижад кешеһе һәр саҡ, тәүлектең 24 сәғәтен дә, ижад итеп кенә йөрөй алмай бит. Донъяуи мәшәҡәттәр баҫып китә. Әммә, нәҡ шул ваҡыттарҙа илһам ҡошо ла көслөрәк талпына башлай, һәм, күҙ алдына бик матур, ҡабатланмаҫ сюжеттар, идеялар килеп баҫа, тиҙерәк ҡағыҙға төшөргө килә, әммә, тап шул ваҡытта һинең мөмкинлегең юҡ. Ә инде, ваҡыт үтеп, киндер алдына килеп баҫҡас, идея онотолған, сюжет юйылған икәнлеген аңлайһың, ҙур көсөргәнешлек менән тырышып та нимә төшөрөргә теләгәнеңде хәтерләп булмай. Күңелде бушлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо биләп ала. Һағышланып, йәшәү көсө ташлап киткән осраҡтар ҙа булғылай. Әммә, йәшәй килә, шуны аңланым, бары ижад ҡына кешене бындай депрессия хәленән сығара, ҡанатландыра ала. Эс бошоп, күңел моңһоуланған саҡта минең өсөн ижад – дауа. Ҡулыма ҡылҡәләм, буяуҙар алыу менән күңелемә нур тулып, шифалы хис-тойғоларға биреләм, үҙемде күк ҡабағы асылған кешеләй тойоп, ижад донъяһына сумам, тылсымлы көс әсирлегенә бирелеп, һүрәтемде яҙып бөтәм, үҙ-үҙем менән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, шатлыҡҡа күмеләм. Бына шулай мин үҙемде һеҙ әйткән ижади көрсөктән, күңел төшөнкөлөгәнән ҡотҡарам.
– Үҙ эшенең оҫтаһы булған шәхес матур, ҡайһы саҡ, үҙенсәлекле сәйер сифаттары менән дә арбай. Журнал уҡыусылар ҙа бик ҡыҙыҡһыналыр, ә ниндәй ул, рәссам булмаған Сулпан Билалова?
– Кеше үҙен ситтән күҙәтеү мөмкинлегенән мәхрүм ителгән. Бары ул ғына һәр саҡ бөтә ҡанундарға ярашлы, дөрөҫ йәшәйҙер кеүек тойола уға. Мин дә шулай, халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән тыйыуҙарын, ҡағиҙәләрен үтәп йәшәргә ынтылам. Ғөмүмән, үҙең тураһында һөйләүе бик ҡыйын ул. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булғанса, кеше хәленә инеүсәнмен. Киң күңеллелек беҙҙең халыҡҡа хас төп сифаттарҙың береһе бит. Мин кешеләрҙе яратам, һәм хистәремде йәшермәйем. Ижадымда ла сағыла был, нигеҙҙә, шат йөҙлө балаларҙы, тәрән аҡылы йөҙҙәренә сыҡҡан оло кешеләрҙе төшөрөргә яратам. Натюрморт йәки пейзаждар ҙа эшләйем, әлбиттә. Тик шулай ҙа мин кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, тасуирлау, һәм шуларҙы һүрәттәр аша күрһәтеү менән ихласыраҡ булышам. Кешеләр ҙә бер-береһен аңлаһын, тыңлаһын, кисерештәрен уртаҡлашһын ине, тип теләйем.
Сәйәхәт итергә, үҙем өсөн яңылыҡтар асырға, яңы кешеләр менән танышып-аралашырға, мәҙәни күренештәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнергә яратһам да, тыуған илемә, еремә, халҡыма ғашиҡмын. Сит илгә ни тиклем ашҡынып барһам да, ваҡыт үтеү менән юҡһына, һағына башлайым һәм оҙаҡ тотҡарлнмай Тыуған илемә әйләнеп ҡайтырға тырышам.
Минең иң ҙур ғорурлығым – балаларым. Улар һәр саҡ уҡырға, өйрәнергә, тырышырға, эшләргә кәрәк икәнлекте аңлап үҫте. Был – минең тормош фәлсәфәм.
Ҡыҙым Элиза Мәскәүҙәге Технология һәм дизайн университетының сәнәғәт дизайны факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Улым Олег Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының математика, иҡтисад һәм информатика факультетында белем алып, магистратура тамамланы.
– Донъяны йәйғор төҫтәрендә күрә белеү – һеҙҙең үҙенсәлегегеҙ. Рәссам булмаһағыҙ, ниндәй һөнәр эйәһе булыр инегеҙ?
– Бала саҡта, һәр кешенең бармаҡ йөҙөндәге биҙәктәр төрлө-төрлө, үҙенә генә хас икәнлеген белеү бик ҡыҙыҡ, һәм ғәжәп бер яңылыҡ булды миңә. Донъяла нисә миллиард кеше йәшәһә, шунса уҡ күп төрлө бармаҡ эҙҙәре бар! Был мөғжизә түгелме ни?! Тимәк, Аллаһы Тәғәлә кеше тыуғанда уҡ, уны уникаль, ҡабатланмаҫ зат итеп ярата. Һәр кеше үҙенә һалынған сифаттарҙы һаҡларға, үҫтерергә, кешелеккә хеҙмәт итергә бурыслы. Мин дә үҙ-үҙемде белгәндән һүрәт төшөрөргә яратһам да, математиканы бик яҡшы белеп, тик «5»-легә генә өлгәшкәс, әсәйем, бәлки, һин математика уҡытыусыһы булырһың? – ти торғайны. Эйе, геометрия, алгебра фәндәрен үҙ иттем, бик көслө математика уҡытыусыһы ла булыр инем моғайын. Бейергә лә бик яраттым минән, оҫта бейеүсе лә сырғыр ине, бәлки. Әммә тормошомдо төҫтәр, буяуҙар, һүрәттәр һәм һыҙмаларҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Тимәк, тәғәйенләнешем – нәҡ рәссам булараҡ, кешеләргә донъяның матурлығын тапшырып, тормош фәлсәфәһен аңлатып, йәшәйеш ҡанундарына төшөндөрөп хеҙмәт итеү.
– Тормошта, ижадта кемде үрнәк, кумир итеп, уға оҡшарға теләйһегеҙ?
– Беҙ һәр саҡ башҡаларҙың тәьҫирен тойоп, социумда йәшәйбеҙ. Кемдәрҙер ҡыҫҡа ғына аралашыу мәлендә лә ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра, кемдәрҙеңдер эргәһенән тиҙерәк ҡасҡы, алыҫлашҡы килә. Бына шулай, аралашҡан саҡта, һин үҙең өсөн нимәлер өйрәнерлек сифаттары булғандарҙы һайлайһың. Күңелеңә ауаздаш булған кешеләргә тартылаһың. Үҙ өлгөһө менән, бер ниндәй өгөт-нәсихәтһеҙ генә һиңә таяныс булып, үҫергә, яҡшыраҡ, көслөрәк булырға әйҙәгән кешеләргә һоҡланам. Бала саҡта, үҫмер саҡта, төрлө әҫәрҙәр геройҙары беҙҙең кумирҙар ине. Төп геройҙарға ғашиҡ инек. Саф мөхәббәт тойғолары йөрөтә инек. Беҙгә, тимурсылар, корчагинсылар өлгөһөндә тәрбиәләнгән быуынға, әлбиттә, тормоштоң бер ниндәй ел-дауылдары ла ҡурҡыныс түгел. Кеше ғүмер буйы камиллашыуҙан, үҫеүҙән туҡтамай. Мин дә, һәр яңы илдә, ҡалала сәнғәт музейҙарын күреп китергә тырышам, рәссамдар менән танышам, аралашыу күпере һалам, оҫталарҙың эштәрен баһалайым. Миңә барныһы ла ҡыҙыҡ, бөтәһе лә күңелдә илһам буранын ҡуҙғыта. Шуға ла танылған рәссамдарҙың ғына түгел, ә яңы ижадсыларҙың эштәре аша ла һаман нимәлер өйрәнергә, белемемде арттырырға, ижади йәһәттән үҫергә тырышам.
– Һүрәтте йыш төшөрәһегеҙме? Тәүлектең ниндәй мелендә ырамлы эшләйһегеҙ?
– Рәссамдар араһында шундай әйтем йөрөй: бәхетле сағыңда – һүрәт төшөр, һиңә ҡыйын саҡта – һүрәт төшөр, ҡайғы килдеме – һүрәт төшөр, һау-сәләмәт сағыңда – һүрәт төшөр, ауырып киттеңме – һүрәт төшөр. Рәссәм һәр хәл-торошта ла үҙенең эмоцияларын тик ижадта ғына сығарып һала. Мин бының менән килешәм.
Мин көн һайын һүрәт төшөрәм. Әгәр ҙә эргәмдә һыҙмалар төшөрөрлөк кәрәк-яраҡ юҡ икән, уйҙарымда һүрәт барлыҡҡа килтерәм дә һынландырып, күҙ алдына килтерә башлайым. Үҙенсәлекле кеше һыны күреп ҡалһам, уның баҫып торошон, күләгәләрҙең ятышын шунда уҡ төшөрә һалып ҡуям. Был –барлыҡ рәссамдарҙың да ҡотолғоһоҙ һөнәри үҙенсәлегелер. Ижадымдың сәнғәт һөйөүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы ла дәрт-дарман өҫтәй. Йылына уртаса ике-өс – халыҡ-ара, бер нисә ҡала күргәҙмәләрендә ҡатнашам. Йыш ҡына төрлө саҡырыуҙар алам, әммә бөтәһенә лә өлгөрөү мөмкин түгел.
– Ижад юлында ниндәй ҡыҙыҡлы, мажаралы ваҡиғаларға тарығанығыҙ булды?
– Нидерландта булған бер хәлде бер ҙә оноторлоҡ түгел. Донбург ҡалаһында үткән арт-фестивалгә барғанда, конкурс шарты буйынса, диңгеҙ ярында һүрәт төшөрөргә тейеш инек. Беҙҙе ерән төҫтәге мөһабәт йөк аттарын ауыр арбаларға еккән милли кейемдәге кешеләр ҡаршы алды, уларҙы натуранан һүрәтләр өсөн мольберт-буяуға, ҡылҡәләмгә тотондоҡ. Шул саҡ диңгеҙ ярындағы һауа торошо үҙгәреп китте лә, көслө ел иҫте, донъя ҡараңғылыҡҡа сумды, шторм башланды. Ҡурҡып ҡоттары осҡан аттар бәйҙән ысҡынып, беҙҙең өҫкә табан сабып килә башланы. Бер нисә минут эсендә палитра, буяу, ҡағыҙ, эшләпәләребеҙ өйөрмә менән бергә күккә күтәрелде һәм... диңгеҙ яғына осоп күҙҙән юғалды.
Нордвейк ҡалаһындағы арт-фестивалдә иһә миңә тәғәйенләнгән оҫтахананы таба алмайынса, эшемде ҡараңғы, шарттары булмаған һалҡын гаражда башҡара башланым. Иртәгәһенә, ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың нисек урынлашыуын һәм эшләүен тикшергәндә, был хәл асыҡланды һәм барыһын да хайран ҡалдырҙы: дәғүә белдермәй генә нисек эшләй алдығыҙ? (Ә мин бит башҡорт ҡыҙы, сабырлығым саманан ашҡан). Ойоштороусы мине шунда уҡ махсус йыһазландырылған оҫтаханаға алып барҙы, буяу-ҡылҡәләмдәр ҡалдырҙы. Беҙҙең илдә иһә ижад кешеләренә бындай иғтибар етмәй, әлбиттә, тигән һығымта яһаным.
– Һеҙ рәссам, дизайнер ғына түгел, педагог та. Буласаҡ рәссамдарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Рәссам булырға йыйынған кеше ялҡауланырға тейеш түгел, ҡәләм һәм блокнот уның айырылмаҫ юлдашына әүерелергә тейеш. Һәр көн һайын 10– 20 эскиз һыҙмаһы эшләргә кәрәк. Көн дә ниҙер эшләргә, тәү осорҙа үҙеңде хатта мәжбүр итеп, ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, ихтыяр көсөңдө ҡулланып, еңелсә һүрәттәр төшөрөргә кәрәк. Һине нимә уратып алған: һауыт-һаба, көнкүреш әйберҙәре, кешеләр, йорт хайуандары, кейем-һалым, йәшелсә-емештәр, һәм башҡа нәмәләрҙе мотлаҡ төшөрөп ҡарарға тейешһең. Көндәлек күнекмәләр булғанда ғына, таһыллығың, оҫталығың барлыҡҡа киләсәк. Һиңә һәләт бирелгәс, тотаһың да иҫ киткес картина яҙып ҡуя алаһың икән тип уйлау – ҙур яңылышлыҡ. Һәр картина – ҙур хеҙмәт, ҙур тырышлыҡ, эҙләнеү, хаталар, юғалыу һәм өҙөлгән өмөт, ҡайтҡан күңелде ҡабаттан тергеҙеү емеше.
– Һеҙҙең башҡорт ҡыҙы булыуығыҙ ижадығыҙҙа сағыламы?
– Күргәҙмәләремә килеүселәр фекеренсә, минең башҡорт икәнемде аңлау өсөн картиналарыма бары бер ҡараш ташлау ҙа етә. Сериялы һүрәттәрем нәҡ милли үҙаңымды, тәбиғи булмышымды сағылдыра ла инде: «Беҙ бала саҡ иленән» («Мы – родом из детства»), «Урал моңдары» («Уральские мотивы»), «Көнбайыш һәм Көнсығыш араһында» («Между Западом и Востоком») – улар барыһы ла тыуған төйәгем Уралға бағышланған. Картиналарымдағы кешеләрҙең йөҙҙәрендә башҡорт һәм Уралда йәшәгән халыҡтарҙың йөҙ һыҙаттары сағыла. Әле ижад юлым башланып ҡына торған саҡта, Мәскәү ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәш рәссамдар күргәҙмәһендә минең «Мөслимә ҡәрсәй» тип аталған картинам еңеүсе тип табылды. Милли колорит, милли биҙәктәрҙе һәм кейемдәрҙе һүрәтләгән эшемдең көтөлмәгәнсә уңыш яулауы мине бик тә ҡанатландырҙы, милли темаларға яңынан-яңы эштәргә башланғыс булды. Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында йәшәгән Мөслимә ҡарсәм һәм Борайҙағы өләсәмдең милли кейемдәренең матурлығы, көнкүреш әйберҙәренең, ҡорама юрған-түшәктәренең зауыҡлығы минең бала күңелемә һеңеп, матур эҙ ҡалдырған. Бәлки, шуғалыр ҙа, мин ҡул эштәре менән булышырға яратам. Бигерәк тә тегеү машинаһында үҙемә оҡшаған яңы әйберҙәр тегергә яратам. Йәш сағым һәр йәһәттән дефицит заманына тура килде. Ошо осорҙа үҙемә һәм балаларға бөтә кейем-һалымды, хатта пальто-куртка, эшләпәләргә тиклем үҙ ҡулдарым менән тегә инем. Хәҙер этно-арт-фестивалдәр бик популяр, шуға иһә күберәк милли кейем, этно-биҙәүестәр, аксессуарҙар тегәм. Күргәҙмәләрҙе асырға ла, башҡорт халҡының милли мотивтарына нигеҙләнгән картиналарымды тәҡдим итеү менән бер рәттән, фәҡәт башҡорт милли кейемендә барам.
– Тыуған яҡтары тәбиғәтенең ҡабатланмаҫ күркәмлеге, кешеләренең ихласлығы, эскерһеҙлеге уның йөрәгендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Нәҡ ошо тойғолар рәссамдың – тыуған еренә, башҡорт теленә һөйөүенең нигеҙе һәм ижади ҡомарының сығанағы. Борай һәм Хәйбулла еренән илһам тиргән милли рухлы башҡорт рәссамы Сулпан Билалованан йәйғор төҫтәренән торған бала саҡ илендәй йылы һүрәттәр көтөп ҡалабыҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА