Дин тарихынан Йософ пәйғәмбәр ғәләйһис-єссәләм төш юраусы булараҡ билдәле. Ул бала сағында уҡ төшөндә ун бер йондоҙ, Ҡояш һәм Айҙың үҙенә сәждә ҡылғанын күрә. Уны атаһы: «Эй, улҡайым! Күргәнеңде туғандарыңа һөйләй күрмә, улар һиңә ҡаршы хәйлә ҡорор. Бына ошолай Раббың һине һайлар һәм һиңә ваҡиғаларҙы аңлатырға өйрәтер…» – ти. Аҙаҡ Йософ зинданда ултырғанда ла шул төш юрай белеүе уны һәләкәттән ҡотҡара.
Төш юраусылар бер ваҡытта ла һығымталары менән ашыҡмаҫҡа тейеш. Ҡөрьән һәм хәҙистәр буйынса төш юрау миҫалдарын килтерәйек, мәҫәлән, төштә карап күреү – ул ҡотолоу, сөнки Нух пәйғәмбәр, карапҡа ултырып, туфан һыуынан ҡотолған. Таш күреү йөрәктең ҡатылығын иҫкәртә. Кем дә кем төшөндә Әйүп пәйғәмбәрҙе күрһә, ауырығандар һауыға, доғалары ҡабул була. Тура юл – Ислам юлын аңлата. Ә көл – буш һәм дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр. Мәҫәлән, «Ибраһим» сүрәһенең 18-се аятында: «Раббыларына иман килтермәгән кешеләрҙең мәҫәле: уларҙың эштәре дауыллы көндә ҡойон осорған көл шикелле. Улар ҡаҙанған нәмәләре менән бер ни ҙә эшләй алмай. Был – йыраҡ (сикһеҙ) аҙашыу», – тиелгән.
Пәйғәмбәрҙәрҙең төштәре вәхи була, уларға шайтан тәьҫир итә алмай, ябай кешеләрҙекенән айырыла. Әгәр ҙә төшөбөҙҙә Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе күрһәк, ул үҙе була, сөнки шайтан уның ҡиәфәтенә керә алмай. Был хаҡта рәсүлебеҙ үҙе әйтеп ҡалдырған.
Кем дә кем изге төш күрергә теләй, ул хәләл ризыҡ менән генә туҡланырға, һәр ваҡыт дөрөҫтө һөйләргә, Аллаһ һәм Уның рәсүле ҡушҡандарын үтәп, шәриғәт буйынса йәшәргә тырышырға тейеш. Шулай уҡ йоҡларға ятҡанда ғөсөл ҡойоноп йәки тәһәрәт алып, ҡибла тарафына уң яҡ менән ятып йоҡларға кәрәк.
Элек тә, хәҙерге заманда ла башҡорттар араһында 2 рәҡәғәт нәфел намаҙы – «Истихара»нан һуң күргән төштө лә юрау таралған. Мәҫәлән, кешенең ниндәйҙер мәсьәләһе бар икән, эшен нисек хәл итергә белмәһә, ул кис, йоҡларға ятыр алдынан, шул намаҙҙы уҡып, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорай. Намаҙҙан һуң бер кем менән дә һөйләшмәй, ятып йоҡлай. Төшөндә аҡ, яҡты төҫтәр күрһә, тимәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ, ә ҡара, ҡараңғы төҫтәр күрһә, был эшкә тотонмаҫҡа икәнлекте аңғарта. Яуап булмаһа, йәғни шул уҡ төндә төш күрмәһәгеҙ, был намаҙҙы ете көн уҡырға мөмкин.
Киләсәктә дин ғилеме кәмер, әммә заман ахырында кешеләр тормошҡа аша торған изге төштәр күрер, тип әйтеп ҡалдырған боронғолар.