Башҡа һүҙҙәрен тыңларға Мөслимәнең хәленән килмәй. Бүлмәһенә ҡайтып, өс көн, өс төн ғәрлегенән илап ятҡандан һуң, Өфөнән алыҫыраҡ китергә ҡарар итеп, эштән ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙа. Әллә күпме аҡсаһын түккән, ҡыҙым кейәүгә сығыр, тип өмөт иткән әсәһенең күҙенә күренергә лә ояла.
Курсташы Әминәгә барып ярҙам һорай. Хирургия бүлегенә эшкә урынлашҡас, хәлен белдереп, әсәһенә хат яҙа. Йылға яҡын ваҡыт үтеүгә күңел яралары бер аҙ уңала төшә. Бала саҡтан яратҡан һөнәрен еренә еткереп атҡарған өсөн хеҙмәттәштәре лә үҙ итә, дуҫтары ла барлыҡҡа килә. Бер көн “тиҙ ярҙам” машинаһы ауыр хәлдәге ҡатынды алып килә. Ваҡытында дауаханаға мөрәжәғәт итмәгәнлектән, Сәлимә апайҙың һуҡыр эсәге шартлаған була. Шәкәр ауырыуы уның хәлен тағы ла насарайта. Операциянан һуң ике айға яҡын һауығып китә алмаған ауырыу ҡатын Мөслимәне ваҡытлыса үҙ фатирына йәшәргә саҡыра. Аҡса еткерә алмаған ҡыҙға ла, һәр ваҡыт медицина ярҙамына мохтаж кешегә лә был уңай була. Бер-береһенә ярҙам иткән ҡатындар бик ныҡ дуҫлашып китә.
Ҡыҙ, хәрби комиссариат аша Новосибирск ҡалаһында йәшәүсе улы Филүсте ҡайтарыуҙарын һорап, ғариза артынан ғариза яҙыусы Сәлимә апайҙы йәлләй. Өфөгә яҙған хатына яуап килгәс кенә әсә кеше уның Чечня һуғышына оҙатылыуын белә. Филүс ярты йылдан ғына капитан погондары тағып ҡайтып төшә. Ике аҙна тирәһе аралашҡас, ике яралы йөрәк (Сәлимә апайҙың һөйләүе буйынса, егеттең ҡатыны унан айырылып, тыуған яҡтарына ҡайтып киткән. Һуңғы алты йылда хәрби ҡаласыҡтар буйлап ул үҙе генә ил гиҙгән) ҡауышырға була. Тағы ла туй мәшәҡәттәре һәм документтар юллау менән 20 көн үтә һәм йәштәр Новосибирск ҡалаһына юллана.
Мөхәббәт утында ҡанаттарын көйҙөргән 24 йәшлек Мөслимә һәм хәрби тормоштоң ауырлығын айырылыу ғазаптары менән бергә татыған 40-ты уҙған Филүс һәүетемсә генә йәшәп китә. “Ҡыҙыу нөктә”ләргә йыш ҡына командировкаға оҙатылған ир ҡатынына әлегә бала тапмай торорға, ә юғары белем алырға кәңәш итә. Тағы ла алты йылдан ул отставкаға китә, ә Мөслимә ҡулына табип дипломы алғас, ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә.
Бөгөнгә тиклем күршеләрем матур тормош кисерҙе. Ғаилә башлығы, 60 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер ҙур ғына компанияның хәүефһеҙлек хеҙмәтендә эшләй, ике йыл элек уны Сорғот ҡалаһындағы филиалға күсерҙеләр. Ике ҡыҙҙары үҫеп килә. Әхирәтем иһә ҡала дауаханаларының береһендә эшләп йөрөй. Фатирҙары артыҡ ҙур булмаһа ла, Иглин ҡасабаһы янында гөрләп торған баҡсалары бар. “Йәнем-бәғерем”дән һалдырып һөйләшмәһәләр ҙә, ир менән ҡатын араһында оло ихтирам тойғоһо, ҡәҙер-хөрмәт бар. Иң мөһиме – ҡыҙҙары, атай-әсәй, тип өҙөлөп тора.
Күршемдең яңылышлыҡ менән ошо бәхетен юғалтып ҡуйыуынан оҙаҡ ҡурҡып йөрөнөм. Һағышлы йырҙар тыңлағанда, шиғырҙар уҡығанда күҙҙәренән йәштәре аҡҡанына йыш ҡына шаһит булырға тура килде. “Улым тыуһа, Рәшит тип ҡушыр инем. Хәҙер ейән тыуғанын көтәм инде”, – тип ысҡындырҙы бер тапҡыр. Ҡыҫҡаһы, мөхәббәт ҡатыш нәфрәт һәм һағыныу менән үрелгән ғазап булып, Мөслимәнең йөрәгендә һаман да Рәшит йәшәй ине. Ярты йыл буйы йыш ҡына күршемде: “Рәшиттән сәләм юҡмы?” – тип йонсотҡандан һуң, башҡаса һорамаҫ булдым. Ысынлап та, 20 йыл элек еңел генә өйләнеүҙән баш тартҡан егет бөгөн килеп үкенестәр белдереп йөрөмәҫ инде...
Юҡ шул, яңылышҡанмын! Йөрәге таш түгел икән бөтөнләй күҙҙән сүп эҙләүсе духтырҙың (бала саҡта мин өләсәйемдән окулист һәм отоларингологтың кем булыуын һорап аптыратҡас, ул миңә, ҡолаҡты сайырҙан таҙартыусы һәм күҙҙән сүп эҙләүсе духтырҙар, тип яуап биргәйне. Шунан бирле уларҙы өләсәйемсә атайым). Мөслимәнең тыуған көнөндә мимоза сәскәләренән оло гөлләмә тотоп эшенә барып еткән. Әлдә генә лә күршекәйем шул ваҡытта сираттағы ялын алып, ҡыҙҙары менән йылы яҡта ял итеп ҡалған. Рәшит үкенестәр һәм һағыныуҙар тулы сәләм хаты ҡалдырған. Имеш, ваҡытында уға әсәһе, юғары белемле табипҡа ярым етем шәфҡәт туташы пар була алмай, тип өйләнеүгә юл ҡуймаған.
– Нимә тип яуап бирәһең? – тигән һорауымды бирҙем дә, күҙ йәштәре һәм яуап көтөп, Мөслимәгә текәлдем. Йыуатыу һәм әрләү һүҙҙәренән мул ғына запас та әҙерләп ҡуйҙым хатта.
– Ә ниңә яуап биреп торайым, ти? Дүрт яғы ҡибла, пар иткән ҡатыны менән йәшәһен. Ә кем мине тиң иткеһе килде, уҡытып, табип итеп алды бит. Иремдең бәҫен төшөрөп, ышанысын тапап, тәүге мөхәббәт тип сабыр әмәлем юҡ.
Шатлығымдан күршемде ҡосаҡлап алдым! Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа, тиһәләр ҙә, кәрәк мәлендә уларҙан да аҡыллы кеше юҡ бит ул!
Гөлнур Ҡыуатова.