– Ә мин һеҙҙе яҡшы хәтерләйем. Элек һәр кис һайын гармун уйнап, йырлап, беҙҙең өй алдынан үтә торғайнығыҙ. Ә Сәлимә апайым илай торғайны... – Ул боролдо ла, йәштәр төркөмөн йырып, илай-илай, яр буйлап йүгереп китеп барҙы. Ҡараңғылыҡҡа сумды.
– Ғәлимә... Ғәлимә, тим... Туҡтасы!
Ул көндө Ғәлимәне, йыуата-йыуата, ауылдарына, өйҙәренә ҡәҙәр оҙата килдем.
– Ул бит һеҙ тип хыялланып, һаташып бөтә ине. Бәхете ҡыҫҡа ғүмерле булды. Ә мин, иҫәүән, ул саҡта унан көнләшә торғайным һеҙҙе. Гармун тауышын ишетһәм, шундуҡ апайым күҙ алдыма килеп баҫа.
– Минең дә!
Ул тағы ла илай. Әрнеп, буҫығып илай.
– Ғәлимә... Ғәлимә, тим... Йә, ярай, етер инде! Нишләмәк кәрәк хәҙер! – Күңелдән үҙем дә үкһейем. Тик йыуатыр кеше юҡ. Ҡапҡа алдарында һөйләшеп оҙаҡ ултырҙыҡ. Таң һыҙылғансы. Ауыл осон сыҡҡансы ул ҡарап тороп ҡалды.
Аҙна самаһы ял итеп, иректә күңел йөҙҙөргәс, әле яңыраҡ ҡына башлаған Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлөшөнә эшкә урынлашырға барҙым. Алдылар. Шатлығымдан осоп-ҡунып ҡайтып килгәндә, Таш күпер янында, көтмәгәндә, Ғәлимәне осраттым.
– Бә-әй, бында нисек килеп сыҡтың?
– Ике туған апайым төҙөлөштә эшләй. Анауындағы вагончикта йәшәйҙәр. Бына, күрергә тип килдем дә... йөрөйөм әле... Ә һеҙ?
– Ә мин эшкә урынлашып ҡайтып киләм. Бында оҙаҡламай ҙур төҙөлөш башланасаҡ. Ана тегендә йорттар төҙөйәсәктәр, ике тау араһында бейек плотина буласаҡ, һәм ошо төпкөл киләсәктә оло шау-шыуға күмеләсәк. Ҡайнап торасаҡ бында тормош! Күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы?
– Әлегә юҡ әле. Ә шулай ҙа... мин мөғжизәгә ышанам. – Ғәлимә, толом остарын бармаҡтары менән уйнатып, керпектәрен аҫҡа сәнсте.
– Томра бөгөн. Түҙер әмәл юҡ. Хәҙер бына һыу ҡойоноп алғанда...
– Улайһа, Нөгөшкә төшәйек. Ана ғына ята бит.
– Ысынлап та.
– Йә, кемәлү-үк?! – Яулығын болғай-болғай, шаяра-көлә минән алда Нөгөшкә табан йүгерә ул. Сисенеп һыуға сумам, һыу шундай йылы, тап-таҙа, шундай рәхәт.
– Әйҙә һин дә.
– Хәҙер мин һыуҙан ҡурҡам. Ошонда ғына көтөп ултырырмын, йәме?
– Һин бит яңғыҙ түгел. Эргәңдә мин бар. Ул баш сайҡай. Мин һыуға сумам. Бер аҙ йөҙөп күңел булғас, уның янына сығып, ҡырсынға ятам. Эҫе ҡырсынташ тәнде өтә, утлы табамы ни! Ғәлимә өн дәш мәй генә һыуға ҡарап ултырҙы ла, яулығын алып, арҡамдағы һыу бөрсөктәрен һөртә башланы.
– Ғәфүр?
– Эйе? – Ғәлимәнең тәүге тапҡыр яҡын күреп өндәшкән һүҙе булды ул.
– Һин нисек уйлайһың, мине эшкә алырҙармы икән? Мәктәпте тамамланым. Аттестат ҡулда. Тик һөнәрем генә юҡ.
– Бер һүҙһеҙ! – Ырғып тороп ултырам мин. – Маладис! Һин бит фәрештә йәнле кеше. Апайың шикелле!.. Эх, Сәлимәкәй, Сәлимә...
– Ғәфүр ағай!.. – Шундуҡ дерелдәп ирендәре яуырыныма ҡағыла, ҡайнар усы ауыҙымды ҡаплай, ҡайнар тамсылар өтөп ала...
– Апайыңды мин бер ҡасан да онота алмаясаҡмын, Ғәлимә. Ул – минең хыял йондоҙом! Уға тик үрелеп тә, ҡағылып та булмай. Ул алыҫ, ләкин яҡты!..
Ғәлимә ҡайнар ҡулдары менән минең еүеш сәстәремдән һыйпай, сеңләгән тауышы ҡолағымда боҙолған гармун моңдарын хәтерләтә... Өҙөлгән гармун моңдарын... Мин уның усына битемде ҡаплайым, ирендәремде тейҙерәм, күҙҙәремде йомам.
– Ғәфүр! Ғәфүр ағай!.. Ғәфүр, тим!..
Ошо тауыш мине үҙ наҙы, үҙ барлығы менән бөгөнгәсә оҙата йөрөнө. Ҡырҡ биш йыл буйы бәлә-ҡазанан һаҡлап килде. Фәрештә тауышы шикелле һигеҙ бала үҫте. Һәр кем үҙ яҙмышы, үҙ бәхете менән таралышты. Ҡоштар ояһы үҙ дәүерен кисерҙе.
...Моңһоуланып киткән саҡтарымда, тальянкамды алып, болдорға сығып ултырам. Оҙон ғүмерҙәргә һуҙылып, өҙөлөп ҡалған „Сәлимәкәй“ көйөн уйнайым. Артымда Ғәлимәмдең йән-һулышын тоям. Пеләшләнә башлаған башымдан һыйпай, аҙаҡ ҡайнар ирендәре менән ҡағыла, ҡайнар күҙ йәштәре өтөп ала... Мин уның усына битемде ҡуям, ирендәремде тейҙерәм, күҙҙәремде йомам. Тап йәш саҡтағыса. Ҡолағыма ҡасандыр элекке күршем бүләк иткән гармун тауышы ишетелә...
Күҙҙәремде асам. Ғәлимәм мунса яғына ишаралап эйәк ҡаға. Унда минең иң бәләкәс ейәнем ҡасандыр көтөүсе бүләк иткән гармунда, бар донъяһын онотоп, „Сәлимәкәй“ көйөн уйнап маташа...
Сәлмән Яҡупов.