Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш оҙон, ҡалын ҡарлы була ине. Ауылдан ситтәрәк урынлашҡан яңғыҙ ҡатындың өйөн кешеләр күҙ уңынан ысҡындырманы. Төтөнө сыҡмаһа, барып ҡаранылар. Һыуы-ашарына бармы – барыһын да хәстәрләнеләр. Ул саҡта кешеләр бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙо, хәҙерге кеүек яуызлыҡ-ғәйбәткә суммағайнылар. Яҙғыһын йәш ҡатындың йылмайыуына, кешеләр менән һөйләшә башлауына иғтибар иттеләр. “Ҡайғыһы ебәрҙе йөрәген, аллаға шөкөр”, – тине әбейҙәр.
Ауылдаштары уны йола буйынса ҡәйнешенә кейәүгә биреүҙе хәстәрләй башланы. Ҡатыны вафат булып ҡалған ҡәйнеше лә ике туған ағаһының иҫ киткес һылыу кәләшен алырға ҡуш ҡуллап риза ине. Димселәр ҡатындың өйөнә инә алманы. Эстә уның кем менәндер мөңгөр-мөңгөр һөйләшкәне, унан сыңғырлатып көлөп ебәргәне ишетелә. Ҡорғандар ябылған, шуға күрә тәҙрәнән ҡарау ҙа бер ни бирмәй. Икенсе, өсөнсө көнөнә лә шул уҡ хәл ҡабатлана. Кешеләр аптырауға ҡала. Кем менән һөйләшә ҡатын? Ни өсөн йортона индермәй? Үҙен урамда тап итеп һорап ҡарау ҙа бер ни бирмәй. Ҡатын һушты ҡалдырырлыҡ йылмайыу бүләк итә лә, өндәшмәй генә китеү яғын ҡарай. Ә бер көн ҡатын юҡҡа сыҡты. Эңер төшкәс, ут та алмай, икмәк бешереү өсөн мейесен дә яҡмай. Уның ризыҡтары иҫ киткес тәмле булыуы менән айырылды. Йортонан икмәк-бәлеш еҫе сыҡһа, беҙ, бала-саға, шунда ағылыр инек. Еңгәбеҙ ҙә беҙҙе көтөп ала, сығарып, яңы бешкән ризығын өләшә торғайны. Һәм бына шул кеше юҡҡа сыҡһынсы әле! Ауыл биҙәге булған килендең юғалыуы менән бер кем дә ризалашманы, битараф ҡалған бер кем булманы. Эҙләү эштәре башланды. Һылыу еңгәбеҙҙе һөйгәне вафат булыр алдынан һыу ташыған шишмә янынан барып таптылар. Таш өҫтөндә бер нөктәгә төбәлеп ултырған йәш ҡатын, әллә нисәмә көн ашамауына, хәле бөтөүенә, йөҙө һурығып китеүенә ҡарамаҫтан, һыуһылыуҙай сибәр ине. Үҙенә өндәшкән ауылдаштарына иғтибар ҙа итмәй, ниҙер һөйләнеүен дауам итте. “Мин уны әжәлдән ҡотҡарыу өсөн ошо шишмә һыуын ташыным... Шишмә уның һыҙланыуҙарын баҫты, ғүмерен оҙайтты, ә ул хәҙер ошо шишмәнең һыуын алып ҡайтҡан өсөн ярһыны, хатта ҡәҙерләп һаҡлаған ҡаралтыларыбыҙ янып китте...”
Бер ни аңламаған кешеләр йәш ҡатын янында ҡатып ҡалды. Шул саҡ өлкән йәштәге муллабыҙ: “Сабыр, балалар. Ситкә китеп тороғоҙ”, – тине. Унан оло бабайҙарҙы янына йыйып, оҙаҡ ҡына ниҙер һөйләштеләр. Йәш ҡатынды өгөтләп торғоҙоп, ауыл яғына ыңғайланылар. Һуңынан беҙ йәш ҡатын янына “һөйгәне” ҡайтыуын белдек. Үҙе ололарға һөйләүенсә, ул төндә килеп ингән. Ирен юғалтыуҙан аҡылдан яҙырлыҡ хәлгә еткән ҡатын ҡыуанысынан нимә эшләргә белмәгән. Хатта, теге донъяларҙан ҡайтыу юҡ, тигәнде лә онотҡан. Уға эйәләгән шайтан (мулла һуңынан быны шулай тип аңлатты), иренең сүрәтенә инеп: “Һин минең хаҡта бер кемгә лә һөйләмә. Юғиһә миңә мәңгелеккә китергә тура киләсәк”, – тип тыйып ҡуйған. Ҡатын һөйләү ҡайҙа, иң мөһиме, ире әйләнеп ҡайтҡан бит! Уныһының яҡтыны яратмауына, эңер төшкәс кенә килеүенә лә иғтибар итмәгән. “Ире” менән төн уҙғарғандан һуң бар тәне күм-күк булыуын да һиҙмәгән. Шулай ҙа изге күңелле, һылыу еңгәбеҙҙе фәрештәләр аралағандыр инде: бер көн уны шишмә юлына төшөргәндәр. Саф шишмәнең һыуы өйгә килеп инеү менән теге зат ҡурҡыныс итеп шашына, ҡотора башлаған. Уның асыуынан өйҙәге әйберҙәр янып киткән. Шуныһы ғәжәйеп, ут йорттоң тышына сыҡмаған, кешеләр ҙә төтөн еҫен һиҙмәгән. Еңгәбеҙ “ир”енән яҡлаусы шишмәһенә ҡасҡан.
Муллабыҙ, ауылдың намаҙҙағы бар бабайын йыйып, өс көн, өс төн ошо йортта доғалар уҡыны. Төндәрен өйҙән ҡот осҡос тауыштар яңғыраны. Әбейҙәр: “Ҡайһылай яман эйәләгән шайтан, китергә теләмәй”, – тип бышылдашты. Шулай ҙа дүртенсе төнгә ниндәйҙер ҡап-ҡара бер һын өй буйлап өйрөлөп-өйрөлөп йөрөп, йорт мөрйәһенән сығып, күккә олғашты. Бынан һуң еңгәбеҙ ауырып, түшәккә ятты. Уны мәрхүм иренең туғандары йортона алып ҡайтып, тәрбиәләп, кеше итте. Ауырыу сигенгәндән һуң тағы ла һылыуыраҡ булып киткән еңгәбеҙҙе хатта йәш егеттәр ҙә һоратты. Тик ул баяғы ҡәйнешенә кейәүгә сығып, уның балаларын йөрәгенә баҫты. Үҙе ниңәлер балаға уҙа алманы. Күрәһең, шайтан ҡөһөрө төшкәндер...
Инәйҙең һөйләгәндәрен иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Шымып ҡалғас, тағы ла берәй хикмәт ишетеү өсөн йәһәтләп сәйен яңыртып бирҙем. Тик ул: “Бына шундай хәлдәр була донъяла. Шуға күрә бисмиллаңды оноторға ярамай. Хәҙерге кешеләрҙең күбеһе, шайтандарға эш ҡалдырмай, үҙҙәре аҙып бөттө инде”, – тип әлегә нөктә ҡуйҙы...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Сығанаҡ: https://hakmar.ru/articles/serle-donya/2022-03-12/bismilla-k-s-2725052