Бының өсөн ҡайын туҙы май айында, һуты ағып торған мәлдә әҙерләнә. Бер йомғаҡтай һағыҙ ҡайнатыу өсөн бер-ике тоҡ ҡайын туҙы кәрәк буласаҡ. Туҙҙың насар урындарын таҙартаһың, ә ҡағыҙҙай йоҡа ғына иң өҫкө ҡатламы һәм аҫҡы һары ҡаты ҡатламы алынмай. Ваҡ ҡына киҫәктәргә турап, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыңҡыслап тултыраһың.
Ут сыҡмаһын өсөн һағыҙҙы йылға буйында ҡайнаталар. Суйынды таба менән ябып, ике сәғәт тирәһе тандыр ғына ҡуҙҙа ҡайнатаһың. Ул ҡыҙғас, эсендә сажлап эреүсе туҙҙы ағас таяҡ менән һаҡ ҡына болғатырға кәрәк була. Эрегән туҙ сәсрәп китеүе ихтимал, шуға һаҡ булығыҙ. Суйын ныҡ ҡыҙһа, йыш болғатып торорға тура килә. Болғаған таяҡ бысрамаһын, сүп-сар йәбешмәһен өсөн, еүеш таҙа сепрәккә йәки таҙа һыулы һауытҡа һалығыҙ. Әҙер һағыҙ ҡатыҡ шыйыҡлығында булырға тейеш. Уның әҙерлеген белеү өсөн бер аҙ май ҡушып сәйнәп ҡарарға ла була. Майҙы күп ҡушһаң, һағыҙ шыйыҡ була, тешкә йәбешеп, йонсота. Тағы ла май өҫтәп, йомшаҡмы, ҡатымы икәнлеген белеп ҡарайһың (сәйнәр алдынан һағыҙҙы һалҡын һыуға тамыҙып, һыуытырға!). Суйында һағыҙ әҙер булғас та, өҫтөнә бер биҙрә һалҡын һыу ҡойоп ебәрәһең. Шулай итһәң, һағыҙ ҡаҙандан ҡубып, өҫкә йөҙөп сыға. Бауырһаҡ һымаҡ итеп, таҡтала әүәләп, өлөштәргә бүлеп, һыуытҡыста һаҡларға була. Мин үҙем, һағыҙҙы бер сәйнәм генә өлөштәргә бүлеп, һыу һалынған быяла банкала һаҡлайым. Усаҡты яҡшылап һүндереп, эшемде тамамлайым, – тип, Зәйтүнә инәй яңы ғына ҡайнап сыҡҡан ҡайын һағыҙын миңә тәмләргә һуҙҙы.