+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2022, 19:00

Күңел сәхифәләре, йәки сер ғилеме эйәһе Мөжәүир хәҙрәт менән осрашыу.

Хәҙерге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәп ятҡан, ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Вәлитова Райхана Муллағәли ҡыҙының мине бик тә күргеһе килә, тип ишеттем.- Һикһән ике йәштәмен. Халҡыбыҙҙың бөйөк әүлиәһе Мөжәүирхәҙрәт тураһында белгәндәремде, мине нисек ауыр сирҙән арындырғанын, уның яҙып биргән бетеүенең килешеүен кешеләргә һөйләп ҡалдырмаһам, миңә яҙыҡ булыр төҫлө. Тормошома нур булып ингән, Аллаһы Тәғәләмдең барлығына, берлегенә инаныс уятҡан әүлиәбеҙҙең изгелектәрен онотһам рухы алдында гонаһлы булырмын һымаҡ. Йәнә, изгебеҙҙе онотмауҙың сауабы ҙурҙыр, тим. Мәңгелек йортта ла рухташтар, диндәштәр булып осрашһаҡ ине. Мине үҙ янына алып, сират күперҙәрен үткәндә Аллаһ ҡаршыһында шәфәғәтсем булырына өмөтләнгем килә. Зинһар, яҙып алсы хәтирәләремде, туғаным, китабыңда баҫтырып сығар.Бындай үтенестәргә ихтибарлымын. Әүлиәбеҙҙе яратҡан, ихтирам иткән, изге эштәрен онотмаған, уны яҡшы һүҙ менән телгә алған һәр кем миңә яҡын һәм ҡәҙерле, улар минең яҡын дуҫыма әүрелә.Райхана апайҙың ҡартлыҡ эҙ һалған, әммә йәшлек сибәрлеген юймаған һөйкөмлө йөҙөнә яратып ҡарайым. Танышып, хәл-әхүәл һорашып алғас:- Олатай тураһында ниҙәр беләһегеҙ, һөйләгеҙ әле, - тим.- Маңлайяҙып, иркенләп барыһын да һөйләшәйек.Мөжәүир хәҙрәт образы ҡөҙрәт һәм изгелек һынланышы булып мәңгелеккә йөрәгенә уйылып ҡалған апайыбыҙ шуны ғына көтә ине, ахрыһы, тулышып түгелергә торған күңел сәхифәләрен ихласлап сисә башланы.- Олатайҙың кешегә бер ҡарашы, бер әйткән һүҙе, өшкөргәндәгетылсымлы тыны кешеләргә һаулыҡ-сәләмәтлек ҡайтара алыуын үҙ күҙҙәрем менән күреп инандым, - тип башланы һүҙен Райхана апай. Ул бик тулҡынлана ине, күҙҙәренә йәш алып, бер килке өндәшмәй торҙо. Сумкаһынан бер дәфтәр килтереп сығарҙы ла миңә һондо:- Ошонда барыһы ла яҙылған. Уҡып сыҡһағыҙ, аңларһығыҙ.Дәфтәрҙе ҡулыма алып күҙ йүгертәм. Сымыры хәрефтәр менән яҙылған ҡульяҙманы ҡараштырып сыҡҡан арала апайыбыҙ бер аҙ тынысланды, ниһайәт, телгә килде:- Баймаҡта уҡытыусы булып эшләп йөрөйөм, комсомолкамын.Иптәшем дә, үҙем дә совет заманы кешеһебеҙ, Аллаһты ла мулланы ла бар тип тә белмәйбеҙ. Бер ваҡыт ҡулымдың һыртын ниҙер сыйып ҡына китте лә күҙ алдымда тәнем боҙола башланы. Таң атҡансы ҡулымдың аҙ ғына яраланған урыны зәңгәрһыу-ҡыҙыл төҫтәге күпертке булып шешеп сыҡты. Түҙеп торғоһоҙ ҡысыттыра, ауырта. Иртәнсәк илай-илай врачҡа киттем. Улар был сиргә ниндәй диагноз ҡуйырға белмәй Сибай дауаханаһына оҙаттылар. Бында мине шунда уҡ больницаға һалдылар ҙа дауалай башланылар. Уколын да ҡаҙайҙар, төрлө маздар һөртөп ҡарайҙар. Бер нәмә килешмәй. Ауырыу шаша ғына, ике ҡулым ҡутырлап китте, сыҙап торорлоҡ хәлем ҡалманы.Шул ваҡыт палатала ятҡан оло ғына бер ҡатын, йәлләне буғай, мине бер ситкәрәк алып китеп:- Һылыу, һинең был сиреңә тик Мөжәүир олатай име генә килешер.Больницанан сыҡ та тиҙерәк Манһырға бар. Юғиһә, ҡысыуың шашыр, тәнеңде ҡаплап алыр, һуң булып ҡуйыр, -тине.Ысынлап та, ҡысыу шашҡандан- шаша, ә табибтар ярҙам итә алмай. Ни эшләргә? Уҡытыусы, комсомолка башым менән муллаға барыуҙы күҙ алдына килтермәйем. Шелтә биреп, комсомолдан сығарып ҡуйһалар ни эшләрмен? Бергә эшләгән әхирәтемә был турала әйткәйнем:- Унда барғаныңды берәүгә лә әйтмәҫһең, үҙең генә бел дә ҡуй, - тине. - Тиҙерәк күрен Мөжәүир хәҙрәткә, уға барған кеше һауыҡмай ҡалмай.Икеләнеп кенә, аптырағандың көнөнән, юлға сыҡтым. Берҙән, кеше белеп ҡалһа, тип ҡурҡам; икенсенән, Мөжәүир хәҙрәттең һауыҡтыра алыу ҡөҙрәтенә ышанып етмәйем. Ниндәйен маҡтаулы доктор төҙәтә алмағанды утарҙа йәшәгән бер ҡарт бабай уны нисек төҙәтер икән, тип уйлай.Мөжәүир хәҙрәт мине йылмайып ҡаршы алды:- Йә, килдеңме комсомолка? - тине. - Ышанмаһаң да, ҡурҡа-ҡурҡабулһа ла килдең инде, ә? Ауырыу шулай ул, ҡыҙым, Аллаһты ла, мулланы ла таныта. Хәҙер минән һауығып ҡайтһаң, уҡытыусы булып нисек эшләрһең икән? – Үҙе рәхәтләнеп көлөп алды.Уҡытыусы булып эшләүемде, бында теләр-теләмәҫ килеүемде хәҙрәттең белеп тороуы мине шаңғытты. Оялышымдан башымды аҫҡа эйҙем. Олатай дауам итте:- Нимә, ҡулыңдың боҙолоуын табибтар экзема тинеме? Экземабулһа, дауалары килешер ине, түгел шул. Сихырланған әйберҙе тотҡанһың, ҡыҙым. Сихырға балнистыҡы килешмәй.“Больницала ятыуымды ла белеп тора бит әле”,- тип кенә уйлағайным:- Беләм, балам, беләм, барыһын белеп, күреп торған өсөн кешеләрмиңә ышанып киләләр бит, - тип көлдө олатай.Райхана апай иҫе-аҡылы китеп күргән-белгәндәрен теҙеп һөйләй, ә мин олатайҙың ошо бағымсылыҡ һәләте, алдан күрә белеүе тураһында йөҙәрләгән кешенән ишетеп, барыһын бергә туплап китап яҙған кеше, Аллаһы Тәғәләмә рәхмәт әйтеп, ҡыуанып ултырам. Ошондай илаһи ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе тураһында нәҡ миңә яҙырға насип иттең, Раббийем, тим.Уның ҡаты бәрелмәй уйынсалап, шаяртып һөйләшеүе, мөһаббәт ҡиәфәте, ихласлығы Райхана апайҙы әсир итә.- Ғәфү итегеҙ, олатай, сыҙар хәлдәрем ҡалманы, тәҡәт итә алмайым, зинһар өсөн мине ҡарап ебәрегеҙ, - тип үтенә ауырыу. –Ошонан һауыҡһам, дин юлына баҫырмын, Аллаһ бирһә.- Ҡарайым, ҡыҙым, ҡарайым, минең бит Аллаһтан тәғәйенләнешем - кеше ҡарау. Һине аңлайым, заманаһы шулай. Әммә килер бер көн, Аллаһтың барлығын, берлеген бар халыҡ таныр, тик көнө бөгөн түгел.

  - Оҙон еңле күлдәк кей ҙә, бетеүҙе беләгеңә бәйләп йөрөт. Ошо тоҙҙо
һыуға һалып ирет тә бит-ҡулыңды сай. Ауырыуың китер, әммә һин бында тағы килерһең әле, - ти. Йәш ҡатынды оҙатҡанда: “Артыңа әйләнеп ҡарама, килгән юлыңдан ҡайтма”,- тип оҙатып тороп ҡала.
Райхана апай, ысынлап та, йүнәлә. Нисек һауығыуы тураһында берәүгә лә һөйләмәй, әммә ғүмере буйы күңел түрендә Мөжәүир хәҙрәткә рәхмәтле булыу хисе һаҡлай.
Икенсе тапҡыр барыуы тормош иптәше Ирек менән бәйле. Ирек ағай “тәмәжник” була. Уның көнө-төнө тәмәке тартыуынан тамам биҙрәгән ҡатын сараһыҙҙан халыҡ табибына мөрәжәғәт итә.
- Көнөнә бер пачка “Беломор-канал”ды тартып бөтә, төнөн тағы
шул тиклем көйрәтә. Запас тәмәке, шырпыны күп итеп алып ҡуя. Һаулығын да уйламай. Йөҙәтте тартыуы, - тип хәлен һөйләп бирә һәм өшкөртөргә тип үҙе менән алып килгән бер пачка папирус менән бер ҡап шырпыны сумкаһынан алырға итә. Олатай быны күреп, ҡәтғи тауыш менән:
- Күҙемә күрһәтмә ул нәрҫәне, -ти. – Һинең әйләнеп ҡайтыуыңа ирең тартыуын ташлаған булыр.
- Ысынлап та өйгә ҡайтып инһәм, ни күҙем менән күрәйем, - ти Райххана апай. -Ирегем теге запасҡа алған тәмәкеләрен бөртөкләп һындырып, иҙәнгә ырғытып ултыра. Шунан үҙе үк, ҡабат тартмайым, тип тышҡа сығарып түгеп ҡуйҙы. Бындай уҡ мөғжизәне көтмәгәйнем, иҫем-аҡылым китте. “Эй, олатай, был тиклем дә ҡөҙрәтле булырһың икән!”, - тим, күҙемдән йәш аға. Аллаһы Тәғәләмә мең рәхмәт, ошондай ғилемсе әүлиә менән осратты, тим, белгән доғаларымды уҡып, бағымсыма рәхмәттәр уҡыйым. Бығаса рәтһеҙ-сиратһыҙ ғына йәшәп ята инек, ошо хәлдән һуң иремдең холҡо ла һәйбәт яҡҡа үҙгәрҙе. Быны ла олатай ҡөҙрәте тип аңланым. Нисек барыһын күреп торалыр, ҡайҙан кешенең ни уйлағанын, ни эшләгәнен беләлер, быныһы беҙгә мәңгелек сер булып ҡалды инде.
Ошо хәлдәрҙән һуң Райхана апай кешеләргә Мөжәүир хәҙрәт тураһында гел һөйләп йөрөй башлай. Бик күптәр Манһыр әүлиәһенә барып һауығып ҡайта. Бәүелен тота алмаған балалар йүнәлә. Буйға ҡала алмаған бер таныш ҡатыны бағымсыға барып күренеп ҡайтҡандан һуң бер-бер артлы өс ир бала таба.
Райхана апайҙың әсәһе башы ауыртып йонсоған була, йыш ҡына танауы ҡанай. Больницаларға ла йөрөгөһө килмәй Миңнеямал апайҙың.
- Етмешкә еткәнмен, инде Аллаһ йортона барырға ваҡыттыр,- ти ҙә
йөрөй бирә. Йәйҙең матур бер көнөндә, ай-вайына ҡуймай, Райхана әсәһен Манһырға алып китә. Олатай уларҙы көтөп, ҡапҡа тышына сығып ҡаршы ала:
- Миңнеямал, һиңә донъянан китеү тураһында уйларға иртәрәк. Һин
кешеләргә кәрәкһең, - ти уға барыһын белеп, күреп торған бағымсы. - Ерҙәге тәғәйенләнешең - кендек инәһе булыу; ифрат сауаплы эш башҡараһың. Ҡулы арты еңел тип, барыһы ярата, Ҡөрьән уҡырға, йыназаларға ла һине саҡырып торалар икән. Тотҡан юлыңдан тайпылма. Иншалла, ауырыуыңдан төҙәлерһең, тағы әллә нисәмә балаға кендек инәһе булырһың.
Мөжәүир хәҙрәт Миңнеямал апайға бетеү яҙып бирә, алып барған тоҙон өшкөрә.
Райхана апайҙың әсәһе баш ауыртыуынан ҡотолоп, Аллаһтың биргәненә шөкөр, ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәп, туҡһанға етеп үлә. Олатай бетеүен, йәнендәй һаҡлап, гел эргәһендә генә йөрөтә. Бағымсының исемен мәңге теленән төшөрмәҫ була. “Иң беренсе – Аллаһ, унан – ата-әсәм, өсөнсөһө - Аллаһ рәхмәте менән Еребеҙгә килгән изге Мөжәүир”, - тип ололоҡлай ул хәҙрәтте. Балаларына ла хәҙрәт бетеүен ҡәҙерләп һаҡларға ҡуша.
Райхана апай яулығын сисеп, үрмесенән бетеүен алып күрһәтте:
- Был бетеүгә хәҙер алтмыш биш йыл. Олатай ҡушҡас, әсәйем дә
әйтеп ҡалдырғас, уны эргәмдән ебәргәнем юҡ. Әллә күпме юл мажараларына дусар булынды, Хоҙайым һаҡлап алып ҡалды, иншалла.
Донъя күргән, дин юлын үҙ иткән, намаҙҙарын ҡалдырмаған Райхана
апай менән һөйләшеү күңелле. Йәше оло булыуға ҡарамаҫтан хәтере яҡшы, аҡылы камил. Миңә айырыуса уның изгелектең ҡәҙерен белеүе оҡшаны. Күпте күргән, күпте кисергән был апайға шуға ла Аллаһ ҡартлыҡ бәхете биргәндер. Ғүмерегеҙ хәйерле, бәрәкәтле булһын, ике донъя рәхәтен татып, әсәйегеҙ Миңнеямал кеүек һеҙгә лә ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә яҙһын, Райхана Муллағәли ҡыҙы! Әмин!

Лира Яҡшыбаева.

Күңел сәхифәләре, йәки сер ғилеме эйәһе Мөжәүир хәҙрәт менән осрашыу.
Күңел сәхифәләре, йәки сер ғилеме эйәһе Мөжәүир хәҙрәт менән осрашыу.
Автор:
Читайте нас: