Бына зыңлатып телефон шалтыраны. Миҙхәт ауыр уйҙарынан ҡотолоу тапҡандаЙ, ҡабаланып телефон трубкаһын күтәрҙе.
- Мостафиндар фатирымы был?
- Эйе.
- Һеҙҙе милиция капитаны Зарипов борсой.Кем тыңлай?
- Миҙхәт Мостафин.
- Мостафина Наҙлыгөл һеҙҙең кемегеҙ була? Нимәлер булғанын һиҙеп, Миҙхәттең йөрәге семтеп-семтеп алды, тын алыуы ауырлашты, ул телен саҡ әйләндереп:
- Ҡатыным, - тине.
- Ныҡ булығыҙ, Мостафин иптәш! Ҡатынығыҙ машина менән ҡаланан коллектив баҡсаға киткән юлдың ун һигеҙенсе километрында юғары тиҙлектә хәрәкәт итеп, юлдан ситкә сығып ауған. Милиция менән «тиҙ ярҙам» килеп еткәнсе йән биргән ине. Уны ҡаланың моргына алып киттеләр. Телефон трубкаһынан өҙөк-өҙөк гудоктар ишетелһә лә, Миҙхәт нимә эшләргә белмәйесә, трубкаға ҡарап торҙо. Әле ишеткән аяныс хәбәрҙе уның аңы ҡабул итергә теләмәй.
- Юҡ! булмаҫ! Яңылышҡандарҙыр! Әле генә, бынан сәғәт ярым элек кенә Наҙлыгөлө уның янында ине бит. Ә шулай ҙа ысынбарлыҡ яйлап уның күҙ алдына килде... Ҡатынының машинаға ултырып китеүе, юғары тиҙлектә күҙҙән юғалыуы…
- Эх, Наҙлыгөл! Нимә эшләнең һин? Нимә эшләнең? Уның әрнеү ҡатыш, ҡалтыранған тауышы ыңғырашыу булып, һығылып сыҡты. Ҡатынын мәңгегә юғалтыуы аңына барып етте, йөрәген ярып әсе һағыш биләп алды. Аяҡ быуындары йомшарҙы, ҡулынан телефон трубкаһы төшөп китте, ул ишек төбөнә барып кейенергә тотондо. Өҫ кейемен кейгәндә еңен таба алмай аптыраны, аяҡ кейеме кейгәндә лә ҡабаланыуынан туфлие һыймаған кеүек, көскә иҫерек кешеләй сайҡала-сайҡала Наҙлыгөлө янына ашыҡты. Ул тиҙрәк барып етеп тере һулыш өрһә, ҡатынын терелтер кеүек тойоп, ҡабаланып өйөнән сығып йүгерҙе.
******
Эй ғүмер тигәнең, балалары ҡасан үҫеп еткәндәр, башлы-күҙле булып бөтөп баралар, тик кинйә ҡыҙҙары Нәркәс кенә яңғыҙ. Яңғыҙ тигәс тә, бөтөнләй түгел, бер – нисә йыл дуҫлашып йөрөгән егете бар. Һәрбереһенең үҙ тормошо, тик Миҙхәт кенә яңғыҙ.
Ауыр ҡайғынан айныһа ла иҫерек кеүек, башы тубалдай, бер нимә тураһында ла уйлай алмай, тик Наҙлыгөлө уйында. Ҡатыны үлеп киткәс, кеше араһында бер көйө йөрөнө, шартына китереп ерләнеләр. Тик көндәр үткән һайын ҡайғыһы кәмемәй, киреһенсә арта ғына бара. Һағындырып, һағышландырып ҡына ҡалмай, үҙәкте өҙөп һыҙландыра. Йәненә урын таба алмайынса онотолорға тырышып, араҡы ла эсеп ҡарай, ваҡытлыса онотолоп тора ла, ҡабаттан әрнетә башлай. Үлгән артынан улеп булмай! – тиһәләр ҙә, ни үле, ни тере кеүек, донъяла бер минут та йәшәгеһе килмәй. Ял көндәре булһа үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, йөрәгенең тулап ярһыуын эсмәйенсә баҫа алмай.
-Туҡтатырға, нисек тә туҡтатырға! Ташларға был эсеүҙе. Күптән түгел өлкән ҡыҙы уға әсенеп:
- Әсәйҙең ҡайғыһы етмәгән, инде һин шулай итеп беҙҙе ҡайғыртаһың! – тигәс, Миҙхәткә ҡыйын да, оят та булып китте, «башҡаса эсеп, балаларымды ҡайғыртмам» – тип уйланы. Шәмбе көндө, тағы ял, эсмәй булдыра алманы. Ҡатыны үлгәнгә ике ай булып китте, уның тураһында хәтирәләре яңырғандан яңыра, һәр бер әйткән һүҙе ҡолағында сыңлай.
-Эх, ниңә шул ваҡытта туҡтатманым икән? Һүҙгә һараныраҡ шул, бәлки ҡатынына булған тойғоларын,һаман да уны ғына яратыуын аңлата алмағандыр, аңламағандыр уны Наҙлыгөлө. Ниңә наҙлы, йылы һүҙҙәрҙе ваҡытында әйтмәйбеҙ икән, ә уҫал һүҙҙәр әйтергә уңайлы ваҡыт эҙләмәйбеҙ, телгә килеү менән туранан тура бәрәбеҙ.
-Үкенес ғазабы! Түҙһәң түҙ, түҙмәһәң үл!- тигәндәй, көндән көн йөрәкте нығыраҡ кимерә. Йәшәүгә көс, илһам биргән, тормошоноң, өйөнөң йәме, балаларының әсәһе юҡ хәҙер. Юҡ шул! Юҡ! Миҙхәт уйҙарынан уйылып киткәндәй, ни тере, ни үле тойҙо үҙен, уның өсөн донъяның йәме, йәшәүенең мәғнәһе бөттө. Бер көн дә, бер минут та йәшәйһе килмәй.. Эсендә нимәһелер өҙөлгәндәй, әрней, һис түҙерлек әмәл юҡ,тегеләй әйләнде, былай әйләнде, бөгәрләнеп ятып та ҡараны, әрнеү кәмемәне.
Былай йәшәй алмайым! Үләм! Мин дә Наҙлыгөлөм янына китәм! Унһыҙ йәшәү юҡ миңә!– тип уйланы. Нисек үләйем икән? Кешеләр аҫылынып үлә, мин дә шулай итәйем дә ҡуяйым, ҡайғыһынан да, эсеүенән дә айный алмаған атай балаларға йөк булмаһын! – тип, урынынан ҡуҙғала башланы. Шул саҡ күрше бүлмәлә ейәнсәре уянды, һыу һорай башланы. Ҡыҙы уны күтәреп аш бүлмәһенә ыңғайланы. Миҙхәттең бүлмәһе янынан үтеп барғанда ейәнсәре:
- Татайға барам! – тип, мыжый башланы. Ҡыҙы:
- Олатайың арыған улым! Йоҡлай! Иртәгә барырһың! – тип улын йыуатты.
- Татай йоҡлай?- тип әллә һораны, әллә ҡабатланы ейәнсәре.
- Татай мине ярата, мин дә уны яратам! - тип, тәтелдәп, улар аш бүлмәһенә кереп киттеләр.
Миҙхәттең тәне эҫеле-һыуыҡлы, насар уйҙарынан үҙенә оят булып китте.
- Юҡ! Үлмәйем! Мин балаларыма, ейәнсәрҙәремә кәрәк! Улар өсөн йәшәйем, ҡулымдан килгәнсе ярҙам итәсәкмен! – тип ныҡлы ҡарарға килде. Ошо уйҙарынан һуң, тынысланып йоҡлап ките. Ә иртәгәһенә ял булһа ла, ҡулына араҡы алманы, аҡсалыраҡ эш эҙләү теләге менән яна башланы.
******
Ҡатыны үлеүенә бер йыл ваҡыт үтеп китте. Был ҡайтыуында мулла саҡыртып, уның йыллығын үткәрҙе. Балалары үҫһә лә, үҙем дә мотлаҡ улар янында булырға тейеш, – тип ҡайтҡан ине. Бына тағы китеп бара.
Китеп барам…уйҙар баҫа
Ғүмер юлын байҡайым,
Тағы алда ниҙәр генә
Күрер икән башҡайым .
Һауа ярып елә поезд
Алыҫлаша аралар,
Тик тәрәнәйә баралар
Йөрәктәге яралар.
Туҡ…туҡ…туҡ… Вагон тәгәрмәстәре һаман бер көйҙө ҡабатлай. Бер йыллап ваҡыт үтһә йөрәк яралары баҫылыр кеүек ине, юҡ. Ғүмер буйы шулай һыҙлап торор микән? Баҫылырмы икән бер ваҡыт?!.
Уны уйҙарынан кеҫәһендәге телефон шылтырауы айырҙы. Телефонда улының һөйөнөслө тауышы ишетелде
-Һөйөнсө атай!.. Улым бар!.. Улым!.. Яңы ғына тыуҙы! Баһадир!
Был һөйөнөслө хәбәр уның күңелен күтәрҙе, шатлығынан һикереп тороп бейерҙәй булып китте.
-Әл дә балаларым бар! Тормошомдоң йәме, йәшәүемдең мәғнәһе бына ҡайҙа!? Мостафиндар нәҫеле дауам итә! Насип булһа ейәнсәренең туйында бейеп, уның балаһын да ҡулыма алырмын әле!– тигән яҡты уйҙар биҙәне уның күңелен.
Рәйлә Назарғолова.