--Ваши? – эргәмдәге иргә өндәшәләр. Уның да билеты юҡ, күрәһең, тик бер ҙә сәбәләнмәй. Шулай ҙа телефонын сумкаһына тыҡты.
--Мы - ждем, — тикшереүсе бисәләр был хәлдән ләззәт алғандарҙайҙар хатта.
Ирҙең тауышында көлөмһөрәү сағылып ҡалғандай була:
--Нет у меня билета.
--Как нет? Вас не обилечивали что ли?
Ул арала эргәбеҙгә теге кондуктор килә һалып етте. Уҫал дүрт күҙ һәм минең аңшайып баҡҡан тағы бер пар уға төбәлде. Ирҙең ҡарашын күрмәнем, уның да башы беҙҙең бәлә сәбәпсеһенә боролғайны.
--Что тут? – ти был. Бына һиңә!
--Безбилетные в салоне. По какой причине? – теге ике албаҫтының бөтөн йәшәү маҡсаты ошо урында беҙҙе фашлауға ҡоролғайны, ахыры.
--Не знаю. Я их обслуживала, — тимәһенме беҙҙең ханым...
Телһеҙ ҡалғандай булдым. Янымдағы ир ҙә шым. Асыуымдан сәсәй яҙып кондукторҙың ҡарашын тоторға теләйем, тик теге ашығып инеүселәрҙе хеҙмәтләндерергә ынтылды.
--Ищите!
Нимәһен “ищит” итергә бында? Юҡ инде ул – булмағас!
Тикшереүселәр автобусты байҡап сығып, башҡа “ҡуян”дарҙы тапмай, тағы беҙгә ябырылды:
--Штраф түләйһегеҙ! Йәки ҡулаҡса менән, йәки документ тултырабыҙ, госуслуга аша килә.
--Күпме?
--Мең һум.
--Һааа! – тип, хаяһыҙ үҙәгемде һөйрәп, һикереп торам. Бөтөн булған яман бисәлегем тышҡа бәреп сығып, сар-сор талашып китмәксе булып ауыҙымды асам да... әйтергә һүҙ тапмайым. Нимә тип әйтә алам? Утыҙ һумды кондуктор менән бүлештем дә, билетһыҙ киләм, тиергәме? Әллә ун һумға намыҫымды һаттым, типме? Әллә бынау йонсоу кондукторҙы йәлләгәйнем дә, ул мине йәлләп торманы инде, тип торған булырға? Ю-уҡ инде! Ғорурлығымдың ҡалған ғынаһын бынауҙарҙың аяҡ аҫтына һалаһым юҡ. Мең һумымды һурып сығарҙым да һондом:
--Пажалыста!
Минең һикереп тороуымдан нимә көтөргә икән тип борсолоп ҡарап ҡалған ир ҙә, тынысланыпмы, күн кәшилүгенән аҡса алды. Тикшереүсе ҡатындарҙың береһе беҙгә квитанция сығарып бирҙе, үҙе һаман һөйләнә:
--Вроде бы взрослые люди...
Икенсеһе лә өҫтәй:
--И не безденежные...
Бөтөн был мәшхәр тамамланғанда, төшәһе еремә етергә ике туҡталыш ҡалғайны. Тегеләр киткәс, хәсрәтләш булған күршемә боролам:
--Һеҙ ни эшләп өндәшмәнегеҙ ул?
Ирҙең артыҡ иҫе китмәгән кеүек, йылмая:
--Кондукторҙың шундай авантюраһына ризалашырын ризалашҡас, һатлыҡйән булып тора алмайым бит инде. Һеҙ ҙә егет булдығыҙ – һатманығыҙ.
--Һатманығыҙ тип... меңешәр һум түләнек.
--Түләһәк тә... Был беҙгә һынау булды... кондукторға ла.
--Ярай, әйҙә, тамаҡтарына арҡыры...
--Бына улай тип әйтергә ярамай. Беҙ был эштән һабаҡ алырға тейеш һәм һығымта яһарға.
Аҙыраҡ телемде тешләнем. Быға тағы бер һынап ҡарап алдым.
--Ә минең машина боҙолғайны, кисә ремонтҡа индерҙем, — тип ҡарашыма яуап бирә был. — Бына, йәш саҡтарҙы хәтерләп алайым тип автобусҡа сыҡһам... һеҙҙе осраттым...
--Мине?.. Беҙ танышмы ни?..
--Хәҙер танышырбыҙ. Берәй ергә инеп ултырып алырбыҙ. Штрафты йыуырға кәрәк тә һуң! Һа-һа-һа!
Уның көлөүенә ирекһеҙҙән мин дә ҡушылдым. Автобустан беҙ һаман тыйыла алмай көлә-көлә сыҡтыҡ. Туҡталышта ла көлдөк, салон тәҙрәһенә яҡын килгән кондукторға ҡул болғап тағы ла нығыраҡ һаһылдаштыҡ. Ҡатындың ҡарашында асырғаныу ҙа, уңайһыҙланыу ҙа, рәхмәт тә бар һымаҡ ине. Һәр хәлдә миңә шулай тойолдо... Ул ҡайҙан белһен инде? Кондукторҙы әйтәм. Үҙенең яҙмыш ҡулында йөрөүен. Беҙҙең юлдар тап ошо урында киҫешеүен дә, мөһим хәл-ваҡиғалар ҡылыныуын. Һәм минең, ошо арҡылы, ҡәҙерле булыр кешемде осратыуымды. Белмәй, әлбиттә...
Автор: Миләүшә Ҡаһарманова.