+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2022, 16:00

Аҡһаҡалдың теләге ҡабул булһын ине

Фазулла Сәйетов: ”Олоғайып киттем. Ҡомартҡыларым бик затлы һәм ҡәҙерле. Уларҙы иҫән сағымда Башҡортостандың милли музейына тапшырырға ине!” 

Аҡһаҡалдың теләге ҡабул булһын ине

”Олоғайып киттем. Ҡомартҡыларым бик затлы һәм ҡәҙерле. Уларҙы иҫән сағымда Башҡортостандың милли музейына тапшырырға ине!”, - ти Ырымбурҙан Фазулла Сәйетов.

 

Ырымбур өлкәһендәге Красногвардейский районының 55 йыллығына арналған байрамға Яңы Сергеевка ауылында йәшәгән Фазулла Фәйзулла улы Сәйетов шәхси күргәҙмәһен алып килгәйне.

Ул Бәләкәй Иҫәнғол ауылынан, был ауыл хәҙер инде ер йөҙөндә юҡ. Фазулла ағай башҡорт ауылын киләсәк быуын онотмаһын, иҫкә алһын өсөн үҙ көсө менән шул урында һәйкәл эшләгән. Йыл да барып, буяп, ҡәҙерләп, тәрбиәләп йөрөй. “Туҡ-Соран кантонынан граждандар һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә” тигән Александровкалағы һәйкәлде лә 12 йыл элек үҙ иҫәбенә ҡуйған.

Фазулла ағай Чернобылде ликвидациялауҙа ҡатнашҡан, II дәрәжә "Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн" орден миҙалы менән бүләкләнгән.

Фазулла Сәйетов: ”Олоғайып киттем. Ҡомартҡыларым бик затлы һәм ҡәҙерле. Уларҙы иҫән сағымда Башҡортостандың милли музейына тапшырырға ине!” – тигән теләк белдерҙе. Ҡатыны Фәүзәнә апай менән ҡәҙерләп һаҡланған, улар әйтмешләй, түрбаш, солан, ишек алдына тулған башҡорт халҡының изге ҡомартҡылары халҡыбыҙҙы ҡыуандырһын; ил ағаһы Фазулла аҡһаҡалдың теләге ҡабул булһын ине, тип теләйбеҙ. Киләсәктә Фазулла Сәйетовтын йылдар буйына яратып йыйған алтынға бәрәбәр ҡомартҡылары Башҡортостандың Милли музейында урын алып, башҡорт халҡын ҡыуандырһын ине!

Видео һәм фотолар авторҙыҡы.

Автор:Танзиля Давлетбердина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-07-20/ruhi-k-per-rebe-ny-ly-2879081
Аҡһаҡалдың теләге ҡабул булһын ине
Аҡһаҡалдың теләге ҡабул булһын ине
Автор:
Читайте нас: