+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2022, 14:00

“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”

Гүзәлдәрзән-гүзәл башҡорт ҡатыны, талантлы шағирә Тамара Искәндәриәне ғүмер байрамы - тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!  Һеҙҙең иғтибарығыҙға Тамара Искәндәриә һәм Хисмәт Юлдашевтың мөхәббәт тарихын тәҡдим итәбеҙ …Матбуғат йортонда тап булыша улар. Йәш шағирә Тамара Искәндәрованың Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләп йөрөгән сағы. Ҡыйыу фекерле әҫәрҙәре менән үҙен поэзия өлкәһендә танытырға өлгөргән Ырымбур егете Хисмәтулла Юлдашев иһә Мәскәү әҙәбиәт институты студенты. Шиғырҙар йыйынтығын сығарыу хәстәре уны шул йәйҙә Өфөгә алып килә. Егет кеше Тамара һылыу эшләгән редакцияла (әйткәндәй, бер нисә йыл элек ул үҙе лә “Башҡортостан пионеры”нда эшләп ала) машинкала ҡулъяҙмаһын баҫа. Йәштәр, әлбиттә, бер-береһенә иғтибар итмәй ҡалмай. “Мәскәүсә” кейенгән фыртауай ғына егет, ҡараштары бигерәк үткер, күҙҙәрендә моңһоулыҡ та бар. Үтә йәш тә түгел, шикелле, һәр хәлдә утыҙҙы үткәндер” тип уйлай ҡыҙ. Тамара ул саҡта 24-ен тултырған була, ә шағир егет, олпатыраҡ күренһә лә, унан бер йәшкә генә өлкән икән. Хисмәтулла иһә түбәндәгесә фекер йөрөтә: “Был сибәркәй ниңә ошоға саҡлы кейәүҙә түгел? Өфө бөркөттәре ҡайҙа ҡарайҙыр?.. Бигерәк тәкәббер, ахыры, үҙе, рауза һымаҡ сәнскеле. Йөрәген яулап ҡарарғамы әллә?” Шулай ҙа икеһенең береһенә лә ошо йәйҙә үк һөйөү даръяһына сумып, мөхәббәттән иҫереп, башҡаса айырыла алмаҫ хәлгә етербеҙ, тигән уй килмәгәндер.

“Яратырға уны яраймы?” – тип

Һораным мин күктән,

“Һорауҙарың инде һуңлаған, – ти –

Һөйәһең һин күптән”.

 

Салҡан ятып йөҙҙөм тулҡындарҙа,

Мин, ҡояш – күҙгә-күҙ.

Ни әйтергә уның теләгәнен

Төшөндөм һүҙмә-һүҙ.

 

Алсаҡланып йылмайҙы ла ҡояш,

Болоттарға ҡасты.

“Көлөрһөң дә, иларһың да, – тине,

– Һөйөүҙәрең ҡаты”.

 

Яңағымда ҡалды ике буй эҙ,

Нур һәм тулҡын эҙе.

Сикәм яна тиһәм, яна икән

Мөхәббәтем үҙе.

Тамара Искәндәриә.

 

Шағирәнең, “Шағирҙы яратырға яраймы?” тигән һорауы һис тә ғәжәпләндермәй. Ике ялҡындың бер бөтөнгә әйләнгәне, ике тулҡындың бәрелеше, хистәр ҡайнағаны, тойғолар дөрләгәне, ябай парҙар еңел генә хәл иткән тормош мәсьәләләрен артыҡ ҡатмарлаштырыу, көнкүрештәге ғәҙәти хәл-ваҡиғаларҙы төрлө төҫкә мансып сағыуландырыу, илар ерҙә көлөп, көлөр ерҙә илау, аҡыл үҙенекен тылҡығанда ла йөрәктең баш бирергә теләмәүе, үтә һиҙгерлек, бер-береңдең ижад тулғағын, күңел кисерештәрен тойоу, ҡайсағында шик-шөбһәләр тыуып, һөйгәнеңде сит-яттарҙан көнләү ғазабы… Ошолар күҙ алдына баҫа ике шағир мөхәббәте хаҡында уйланғанда. Ғәҙәттә, ижад кешеләре өйләнешһә, кемеһелер баҙап ҡала, яратҡан кешеһе хаҡына үҙ һәләтен ҡорбан итә, тупаҫыраҡ әйткәндә, береһе икенсеһен “йота”, тиҙәр. Шулай ҙа башҡорт әҙәбиәтендә был фекерҙе инҡар итерлек күренештәр бар. Әйтәйек, Ғилемдар Рамазанов менән Фәниә Чанышева, һәм, әлбиттә, түбәндә бәйән ителәсәк мөхәббәт тарихы геройҙары – Хисмәтулла Юлдашев менән Тамара Искәндәриә.

…Утыҙ йыл элек Матбуғат йортонда тап булыша улар. Йәш шағирә Тамара Искәндәрованың Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләп йөрөгән сағы. Ҡыйыу фекерле әҫәрҙәре менән үҙен поэзия өлкәһендә танытырға өлгөргән Ырымбур егете Хисмәтулла Юлдашев иһә Мәскәү әҙәбиәт институты студенты. Шиғырҙар йыйынтығын сығарыу хәстәре уны шул йәйҙә Өфөгә алып килә. Егет кеше Тамара һылыу эшләгән редакцияла (әйткәндәй, бер нисә йыл элек ул үҙе лә “Башҡортостан пионеры”нда эшләп ала) машинкала ҡулъяҙмаһын баҫа. Йәштәр, әлбиттә, бер-береһенә иғтибар итмәй ҡалмай. “Мәскәүсә” кейенгән фыртауай ғына егет, ҡараштары бигерәк үткер, күҙҙәрендә моңһоулыҡ та бар. Үтә йәш тә түгел, шикелле, һәр хәлдә утыҙҙы үткәндер” тип уйлай ҡыҙ. Тамара ул саҡта 24-ен тултырған була, ә шағир егет, олпатыраҡ күренһә лә, унан бер йәшкә генә өлкән икән. Хисмәтулла иһә түбәндәгесә фекер йөрөтә: “Был сибәркәй ниңә ошоға саҡлы кейәүҙә түгел? Өфө бөркөттәре ҡайҙа ҡарайҙыр?.. Бигерәк тәкәббер, ахыры, үҙе, рауза һымаҡ сәнскеле. Йөрәген яулап ҡарарғамы әллә?” Шулай ҙа икеһенең береһенә лә ошо йәйҙә үк һөйөү даръяһына сумып, мөхәббәттән иҫереп, башҡаса айырыла алмаҫ хәлгә етербеҙ, тигән уй килмәгәндер.

Барыһы ла дуҫтарса аралашыуҙан, шиғриәт хаҡында фекер алышыуҙан, ҡара-ҡаршы шиғыр уҡышыуҙан башлана. Тамара әхирәте Йомабикә Ильясова менән көн дә бер үк ваҡытта өсөнсө ҡатта урынлашҡан ашханаға төшөргә ғәҙәтләнгән: сәғәт ун бер тулһа, сәй эсергә ашығалар, берҙә – төшкө аш, дүрттәр тирәһендә – йәнә сәйләп алыу. Тора-бара былар егет кешене лә үҙҙәре менән саҡыра башлай. Хисмәтулла, шуны ғына көткәндәй, һис инәлтмәй ризалаша. Йүгереп йөрөп ҡыҙҙарҙың батмустарын ташый, ултырғыстарҙы рәтләп ҡуя, ҡыҫҡаһы, иғтибар күрһәтә белә. Гүзәл зат ир-аттың был һыҙатын, әлбиттә, ыңғай баһалай. Шулай көн артынан көндәр үтә. Һәм бер мәлде улар Матбуғат йортоноң ҡаттар араһындағы баҫҡысында тап булыша. Тамараға – юғарыға, Хисмәткә – түбәнгә. Икеһе лә ашыға. Ғәҙәттәгесә, йылмайып иҫәнләшәләр ҙә, һәр кем үҙ юлын дауам итә. Инде төшөп еттем тигәндә генә Хисмәт кинәт туҡтай ҙа, һорап ҡуя:

– Ә беҙ шиғыр уҡышырбыҙмы?

– Әйҙә һуң. Тик ҡасан?

– Бөгөн кис.

– Кискеһен бушамайым, Иҙелгә һыу инергә барам.

– Бигерәк яҡшы, шиғырҙы Иҙел ярында уҡырбыҙ…

…Эш сәғәте тамамланғас, Матбуғат йорто ишектәрен шар асып, шаяра-көлөшә матур пар атылып сығыр. Егет ҡыҙҙы етәкләп алыр ҙа юл сатында ҡап-ҡара “Волга”ны туҡтатыр. Студенттың матди хәле самалы-самалыҡҡа. Тик Тамараға быны һиҙҙереп тормаҫ бит инде. Матбуғат йортонда эшләгән ҡәләмдәштәре уның ғишыҡ утында яныуын аңлап, һылыу ҡыҙ алдында уңайһыҙ хәлгә ҡалмаһын тип үҙҙәре үк аҡса тәҡдим итте, “уҫаллығы бар ул сибәрҙең, ҡыйыуыраҡ бул” тип дәртләндерҙе. Ҡыҙға килгәндә, әхирәттәренең күбеһе кейәүҙә. Шуға һыу инергә лә яңғыҙы йөрөргә күнеккән. Ә инде егеттәрҙән “батырлыҡтар” көтөп арыған Тамара. Оҡшатҡан кешеһе лә бар. Уның да үҙенә ҡарата битараф түгеллеген аңлай, әммә тойғоларын белдерергә ҡыйыулығы етмәй тегенең. Егеттәрҙең мәүешлеген йәне һөймәй шул. Хатта был саҡта әсенеп шиғырҙар ҙа яҙып ташлай. “Улар яуларға тейеш бит ҡыҙҙарҙы, ана ҡоштарҙың ҡоштарына саҡлы шулай итә, телевизорҙан ожмах ҡоштарын күргәне бар уның: инәһен ҡаратыр өсөн атаһы нимә генә эшләмәй, ниндәй генә төҫтәргә инмәй, нисегерәк итеп йөндәрен ҡабартмай! Шундай матур оя ҡороп ҡуя. Эргә-тирәһенә рауза сәскәһе таждарын килтереп йәйеп һала. Ә инә ҡош иһә ситтән генә күҙ һалып йөрөй-йөрөй ҙә, ҡайһыһы күңеленә ята шунда ғына туҡтай. Һайлап алырлыҡ егеттәр ҡалмағанмы икән ни? Етмәһә, атаһы менән әсәһе артыҡ ғорур итеп тәрбиәләгән үҙен. Шул арҡала яңғыҙ. Уның кеүектәрҙе яуларға кәрәк шул. Бейектә тора бит ул. Шуға ла батырсылығы етмәгән, ҡурҡаҡ егеттең артынан китер хәлем юҡ. Юлымда көслө кеше осраһын ине. Ә бына Хисмәт нисектер ҡыйыу күренә” тип фекер йөрөтә ул.

…Тамара салҡан йөҙөргә ярата. Әле лә ғәҙәте буйынса өҫтөндәге еңел ситса күлдәген һалды ла һыу инергә йүгерҙе. Егет иһә йылғаға яҡын килмәйерәк торҙо. Үҙенең уйҙары ла, ҡараштары ла донъяһын онотоп, һыуҙа үҙен иркен, ышаныслы тотҡан, диңгеҙ балығы шикелле кинәнгән әлеге сибәркәй тирәһендә. Башында уны осратҡаны бирле күңеленә тынғы бирмәгән шул бер үк һорау: “Шәп ҡыҙ бит, ә, әллә, ысынлап та, яулап ҡарарғамы?” Хисмәт башта ситтәрәк йөҙә. Һуңынан Тамара янына килә, хатта ваҡыты-ваҡыты менән “яңылыш ҡына” уға ҡағылып китергә лә баҙнат итә. Шул рәүешле яулай, йәнәһе. Күңелдәре булғансы йөҙөп, төртмә һүҙҙәр әйтешеп, шаяра-көлә торғас, өшөп, ярға ҡыҙынырға сыға йәштәр. Унан шиғыр һөйләшеүҙәр китә. Был кисте бер-береһе өсөн яҡын кешегә әүерелә улар. Күңел яҡынлығын, рухи туғанлыҡ тойғоһон күҙ уңында тотоуым.

…Ағиҙел өҫтөнән һалынған күпер ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Һис туҡтауһыҙ машиналар гөжләшә. Уның бер яҡ ситендә баҫып торған егет менән ҡыҙ өсөн ваҡыт туҡтап ҡалған тиерһең, уларҙың донъялары түңәрәк, берәү ҙә лә эштәре юҡ, ҡараштар осрашып, ирендәр иренгә үрелгән. Автомобилдәгеләр йәштәрҙе ҡеүәтләп пипелдәтеп уҙа. “Ни ҡыланыуың иҫәркәй, тамам башыңды юғалттың, ахыры, тәүге осрашыуҙа уҡ үбешергә ярамағанлығын яҡшы беләһең бит” тип аҡылы үҙенекен тылҡыһа ла, Тамара әлеге хәлде аҡларлыҡ дәлилдәр табырға тырыша. “Был бит беҙҙең тәүге осрашыу түгел, мин уны көн дә матбуғат йортонда күрәм” - ти эске бер тауыш. “Ярамай, ярамай!” - ти тегеһе. Әммә йөрәккә бойороп булмай. Мөхәббәт тигәнең рөхсәт һорап тормай икән. Бер көн килеп үҙенә буйһондора, бар тип белде ти ул һинең ғорурлығыңды…

Көндөҙ ашханала сәй эсеүҙәр, бер-береңә серле ҡараш ташлауҙар, кисен Ағиҙелдә һыу инеүҙәр аҙна самаһы дауам итә. Йәштәр Өфөнөң барлыҡ күркәм урындарын урап сыға. Ә бер көндө Хисмәт Тамараны Рәшит Солтангәрәевтың, әле үҙе ваҡытлыса туҡталып торған, “Ял” кафеһы янында урынлашҡан баҡсаһына саҡыра. Бындай тәҡдимде көтмәгән шағирә ҡапыл ғына: “Һин үҙеңде һәйбәт тотаһыңмы һуң?” тип һорай. “Һис ҡурҡма”, – ти Хисмәт. Был кистә егетте йәнә бер яңылыҡ көтә. Тамараның Рәшит ағайҙың баҡсаһындағы йорттоң түрендә эленеп торған гитараны күреп ҡалып, ҡулына алып сиртеп,  моңло итеп йырлауы Хисмәтте тамам әсир ҡыла. “Ниндәй тәрән, киң күңелле ҡыҙ булып сыҡты ул” тип уйлай егет. Һуңынан, өйләнешкәс, һөйгәненә: “Гитарала уйнап йырлаған мәлеңдә һиңә ысын мәғәнәһендә ғашиҡ икәнлегемде аңланым”, - тип белдерә. Әйткәндәй, шағирҙың ҡатынына яһаған тәүге ҡиммәтле бүләге лә гитара була.

Бер аҙна самаһы ғына осраша йәштәр. Әммә шул арауыҡ эсендә ҡыҙ күңелендә әллә ни саҡлы хис-тойғолар ҡайнай, бары тик аҡылға ғына буйһоноп, бөтәһен дә аңы менән хәл итергә күнеккән Тамара үҙ-үҙен аңламай башлай, әленән-әле күңеленә  “яратырға уны яраймы?”, “шағир бит ул”, “Мәскәүендә ҡыҙҙары бөткән тиһеңме, алданырыңды көт тә тор бына” тигән шик тыуа. Һәм ахыр сиктә ул аҡылын ныҡлы “эшкә егеп”, был егет менән араларҙы ваҡытында өҙөргә кәрәк, юғиһә ул тулыһынса йөрәгемә хужа буласаҡ, тигән ҡарарға килә.

Хисмәттең дә күңелендә тынғы юҡ. Ғашиҡ булыуы шулмы икән ни? Быға тиклем дә ҡыҙҙар менән осрашҡыланы ла инде. Әммә был тиклем бөтөрөнгәнен хәтерләмәй. Етмәһә, Тамараның көйһөҙләнеүенең сәбәбенә төшөнә алмай. Аңла инде был ҡыҙ халҡын, кисә генә һин дә мин ине, бөгөн иһә, көтмәгәндә-уйламағанда, “мин ауылға ҡайттым, онот, башҡаса осрашыу эҙләмә!” тип сығып йүгереүен башына һыйҙыра алмай. Ваҡиғалар әлеге лә баяғы Матбуғат йортонда бара. Аптырашта ҡалған шағир, ҡыҙҙы ҡыуып етеп, лифт янында туҡтата ла: “Аҫһаң аҫ, киҫһәң киҫ, әммә мин һинән ҡалмайым, ауылыңа барам, атайың һәм әсәйең менән танышам”, - тип уның сумкаһын үҙ ҡулына ала. Был икәү нимә хаҡында бәхәсләшкәндер, һүҙ көрәштереү оҙаҡ ҡына дауам итә. Ахыр сиктә, киске поезға билеп алып, бергәләп Ишембай тарафтарына, Тамараның тыуған ауылы Ҡыяуҡҡа юл тота былар, унда бер нисә көн торғандан һуң Хисмәт буласаҡ кәләшен Ырымбурға алып ҡайта. Аҙна-ун көн самаһы дауам иткән әле һиллек хөкөм һөргән, әле ялҡынды, әле дауылды хәтерләткән мөнәсәбәт өйләнешеү менән тамамлана. Туйҙы ҡышҡылыҡҡа билдәләйҙәр. Яҙылышҡансы Хисмәткә Өфө менән Мәскәү араһын “таҡырларға” тура килә. Өйләнешкәс иһә, Тамараһын үҙе менән баш ҡалаға алып китә. Һуңынан, өлкән улдары Искәндәр донъяға килгәс, Өфөгә күсеп ҡайта Юлдашевтар.

Хәҙер инде өс тиҫтә йыл бер йән булып, тормоштоң һөйөнөстәрен дә, көйөнөстәрен дә бүлешеп йәшәй ирле-ҡатынлы Юлдашевтар.  Бынамын тигән өс бәһлеүән егет буй еткерҙе уларҙың ҡотло, рухлы ғаиләһендә. Әлбиттә, һөйөнөстәр менән көйөнөстәр сиратлашып йөрөй. Ғаиләне ауырлыҡтар ҙа ситләп үтмәй. Торлаҡһыҙлыҡ хаҡында телгә алып тороу, бәлки, кәрәкмәйҙер ҙә. Ижад кешеһенең елегенә үткәне шул инде. Әммә был ғына ҡурҡытмай уларҙы. Иң мөһиме – бер-береһен ярата, уландары иҫән-һау булһын. Ә ҡалғаны әллә ни әһәмиәткә эйә түгел. Хисмәттең тәүәккәллеге, асыҡлығы, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе уларға бик ярҙам итә. Ғаилә башлығы сәнғәт институты ятағынан бүлмә юллап ала. Даниярҙары тыуғансы шунда йәшәйҙәр. Һуңынан иһә бер бүлмәле фатирлы булалар. Әммә тормош, бигерәк тә ижад кешеләренең йәшәйеше, көнкүреш хәстәрҙәренә генә ҡайтып ҡалмай. Инде күңел талабына әүерелгән шиғриәтте ташлау мөмкин түгел. Ирле-ҡатынлы Юлдашевтар ижадта ла бер кимәлдә тора. Әлбиттә, ғаилә башлығының ваҡытында яҙыусылар, сәнғәт кешеләре менән йыш аралашыуы эҙһеҙ үтмәй, Өфөгә ҡайтҡас та шағир ағайҙарҙың дөйөм сире Хисмәткә лә ныҡ ҡына йоға. Унан ҡотолоуы анһат булмай. Быны шағир үҙе лә йәшермәй. Шул хаҡтағы шиғырҙары ла осрай. Бындай саҡтарҙа ҡатыны һис тә ҡул һелтәп ҡуймай, ирен был һаҙлыҡтан йолоп алырға тигән маҡсат ҡуя. Иғтибарлы мөнәсәбәте, мөхәббәте һәм хатта ижады аша ла уға булышлыҡ итергә тырыша. “Йәнем, ҡалма тим ҡаушап, мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам!” тигән шиғри юлдары менән Хисмәтте юғарыға әйҙәй. Шөкөр, йәштән үк үҙен тура һүҙле, ныҡлы ихтыярлы шәхес булараҡ танытҡан шағир был һаҙлыҡтан ваҡытында ҡотола. “Заманға яраҡлаша беләм, тигәйне Хисмәт ағай Башҡортостан телевидениеһына биргән бер әңгәмәһендә. – Заман сирен еңгәнмен икән, был үҙе үк шуны күрһәтә түгелме? Йәнә, ҡырыҫ Себергә китеп хеҙмәт юлын башлауым да шул һыҙатыма бәйле. Матбуғат, телевидение, мәҙәниәт өлкәһендә эшләп бөтәйеп китеп булманы бит, ә күпме һәләтле журналистар, яҙыусылар, шағирҙар үткер ҡәләмдәре аша ғәҙеллек даулап, дөрөҫлөктө яҡлап сыҡһалар ҙа бөгөнгө көндә ятаҡтарҙа көн күрергә мәжбүр”, - тип әсенеп һөйләгәне иҫтә уның. “Себергә китеп эшләргә ҡарар иткәнмен икән, тимәк, ғаиләмде, ҡатынымды яратҡанға”, - тине ул. Хисмәт ағайҙың ошондайыраҡ шиғыр юлдарын да хәтерләйһегеҙҙер:

Себер еле иҫә генә,

Иҫә генә,

Киҫә генә.

Йөрө, тине, иҫән генә

Йәнкиҫәгем бисәм генә.

Себер еле иҫә генә,

Иҫә генә,

Киҫә генә…

Эйе, ғаилә башлығы хәҙер байтаҡ йылдар инде Себер тарафтарында. Еңел түгел. Әммә тормош шуны талап итә икән, ир-уҙаман, үҙе әйтмешләй, “йөрөккәйен киҫеп йөрөр, йөрәккәйен киҫеп бирер”. Вахтаһын тапшырып уландары, ҡатыны янына ҡайтҡанында хәләле яратҡан ҡыҙыл раузалар хаҡында ла онотмай шағир. Һүҙгә сөсөләнмәй, әммә иғтибар күрһәтә, һөйөүен белдерә белә. Тамара ханымдың да ирен ҡаршылар мәл етһә, егетен әрменән көтөп алған ҡыҙ кеүек осоп-талпынып йөрөгәнен, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләгәнен күргәнем бар. Шулай булмайса һуң?! Хисмәтен әйтәм, тау үренән таш ырғытҡан Барсынһылыуҙың йөрәген яуларға ҡыйыулығы еткән Алпамыша бит әле ул!..

Автор: Гөлшат Ҡаһарманова, 2014 йыл.

“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”
“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”
“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”
“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”
“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”
“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”
“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”
“Мин – Барсынһылыу, бул Алпамышам”
Автор:
Читайте нас: