+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июнь 2022, 11:00

94 йәшлек Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы - "Тамаша"ның тоғро уҡыусыһы

"Хәйерле көн, "Тамаша"лар! 94 йәшлек әүҙем яҙылыусығыҙ, бынан бер нисә йыл элек "Тамаша"ның төп призы - велосипед отоусы Ғәзизова Мөнирә инәйҙән һеҙгә күп сәләмдәр! Гәзит-журналдан айырылмай, артистар тормошон, ижад юлын бик ҡыҙыҡлы яҡтыртҡан өсөн "Тамаша"ны яратып уҡый. Һеҙгә эшегеҙҙә артабан да уңыштар, һаулыҡ теләп ҡала" - тигән хәбәр алып ҡыуандыҡ.  Ғәзизова Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы - Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, 9 бала әсәһе  1978 йылда баҡыйлыҡҡа күскән һуғыш ветераны һәм 1-се төркөм һуғыш инвалиды Ғәзизова Мәүлембирҙе Зиннәт улының тол ҡатыны. 17 генә йәшендә Ауырғазы районы Үтәймулла ауылынан Ғафури райолны Сәйетбаба ауылына килен булып төшкән. Сәйетбабаның ҡырҙан төшкән иң оло килене - 75 йыл булды быйыл килен булып төшөүенә. 

Үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 13 йәшенән колхоз баҫыуында эшләй. Ауылда эшсе көс ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро ғына була. Ире беренсе төркөм инвалиды булып ҡайта һуғыштан. Мин ғәрип, тип өйҙә ултырмай. Илде аяҡҡа баҫтырырға кәрәк: ғүмер буйы колхозда эшләй. Алдынғы ҡорт со була. Бал алыу буйынса планды арттырып үтәгән өсөн фото рәсеме Өфөлә Почет таҡтаһында тора. Мәскәүгә ВДНХ-ға саҡы ралар, сәбәптәр булып, бара алмай. Мөнирә апай документтарын, рәсми ҡағыҙҙарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. “Ҡулы оҫта булды. Мин белгәндән генә ауылда шәхси хужалыҡта утыҙ йорт төҙөштө. Балалар үҫтерҙек. Ил иңенә төшкән ауырлыҡты бергә күтәрҙек, – ти ул. – Ун өс йәш ине миңә һуғыш башланғанда. Бер туған ағайым Тәхәүетдин, өс йыл үҙ хеҙмәтен тултырып торған сағы. Һуғыш башланды. Өйгә ҡайтып та торманы, ул тура фронтҡа китте. Әсәйемдең Аллаһ Тәғәләгә бер туҡтауһыҙ ялбарыуы ярҙам иткәндер: аяуһыҙ яу яландарын үтеп, һигеҙ йылдан ағайым күкрәк тулы орден-миҙалдар тағып, иҫән-һау, тыуған яғына әйләнеп ҡайтты.
Һуғыш осоро тылдағыларға ла еңел бирелмәне. Олоһонан-кесеһенә тиклем тотош ауыл халҡы көнө-төнө ҡара эш менән мәшғүл булды. “Тик Еңеү өсөн! Тик фронт өсөн!” тип, бар етештергән нәмә фронтҡа оҙатылды. Арышын да урҙыҡ, ай яҡтыһында көлтәһен дә бәйләнек. Ир-ат көсө юҡ. Шуға бөтөн ауыр эш ҡатын-ҡыҙ елкәһендә. Бына шулай, фронтовик ғаиләләренең аслы-туҡлы көнө хеҙмәттә үтте.
Әсәйем, апайым менән мине гел үҙе янында, эшкә өйрәтеп, күрһәтеп йөрөттө. Ҡайҙандыр миңә бишле салғы табып килтерҙе. Бесәнде шул салғы менән саптым.
Хәтерләйем, дүрт тиҫтер ҡыҙ менән гектар ярым ер ҡаҙҙыҡ. Асығабыҙ, эҫегә һыуһайбыҙ. Йүгереп барып, күл һымағыраҡ ерҙән һыу эсәбеҙ. Уның эсе тулы йылмырҙап торған ҡылйылан, бөжәк. Яулыҡтарыбыҙҙы һыу өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап ырғытабыҙ ҙа, һөҙөлгән һыуҙы услап һемерәбеҙ.
Хәҙер донъялар бөтөн. Рәхәтләнеп йәшә генә. Беҙҙең заманда бындай тормош төшөбөҙгә лә инеп сыҡманы. Бөйөк Еңеүҙе үҙ ҡаны менән яулаған кешеләр генә күрә алманы ошо матур көндәрҙе. Бик ҡыҙғаныс...
Илебеҙ тыныс булһын. Һәммәбеҙгә лә именлектә йәшәргә яҙһын. Һуғыштың әсеһен татыныҡ, һеҙ, балалар, күрмәгеҙ уны. Изге уйҙарығыҙға, сауаплы эштәрегеҙгә юлдарығыҙ һәр ваҡыт асыҡ булһын!” – тигән матур теләктәрен еткерә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1-се төркөм һуғыш инвалиды Ғәзизов Мәүлембирҙе Зиннәт улының тол ҡатыны, Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы.

Фотола - Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин һәм данлы ҡурайсы, думбырасы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам Хәннән улы Байбулдин ауылдың иң оло кешеһен, хөрмәтле Мөнирә инәйҙе Еңеү көнө менән ҡотлай.  

 

94 йәшлек Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы - "Тамаша"ның тоғро уҡыусыһы
94 йәшлек Мөнирә Кинйәғол ҡыҙы - "Тамаша"ның тоғро уҡыусыһы
Автор:
Читайте нас: