+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май , 21:00

Әгәр мөхәббәт булмаһа... Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина

Алһыу уны «Актерҙар йорто» туҡталышында күрҙе. Киң тирәсле ҡара эшләпә, оҙон ҡара плащ, ҡулында – ҡа­ра ҡулсатыр. Өфөнөң әллә нисә юғары уҡыу йорто студент­тары бергє йыйылған һәм йәштәр мыжғып торған был туҡталышта ул бөтөнлєй ят донъянан килгән кеүек кү­ренә. Алһыу быға тиклем тышҡы ҡиәфәтенә һәм кейемгә артыҡ иғтибар биргән егеттәргә көлөмһөрәберәк ҡарай торғайны. Әммә бының фыртлығы үҙенә килешеп тора. Урам аша булһа ла кешегє шулай текләп тороуҙы килештер­мәне ҡыҙ һәм, яҙыҡ эштә тотолғандай ҡыҙарынып, ҡарашын икенсе яҡҡа күсерҙе. Тик күҙҙәре һис тә тыңламай, шул яҡҡа төбәлергә тырышып ҡына тора. Егеттең йөҙө нәфис һыҙатлы, аҡ ҡына, күҙ ҡабаҡтары бер ни тиклем шешмєк. Моғайын, берәй яҙыусы уны һүртләргә теләһә, «күҙҙәре миндаль рәүешендә» тип яҙған булыр ине. Тап шул мәлдә егет был яҡҡа боролдо ла, күҙҙәре Алһыуҙың ҡараштары менєн осрашты. Эҫеле-һыуыҡлы булып киткән ҡыҙ улар араһына инеп туҡтаған автобусҡа һикереп менде. Кеше­ләрҙе йырып үтеп, тәҙрә эргәһенә барып баҫты. Автобус ҡуҙғалып киткәс тә, егеттең, муйынын һуҙа биреп, уны ҡараштары менән эҙләүен күреп, ҡәнәғәт йылмайҙы. Алһыуға үҙенең был халәте сєйер тойолдо, сөнки быға тиклем бындай тойғо кисергәне юҡ ине. Булмышына һө­йөнөс оялап ҡалды. Йөрөй-йөрөй ҙә, үҙе лә абайламаҫтан, йылмайып ҡуя. «Ниндәй ҡыуанысым бар һуң минең?» – тип уйлаһа, миндаль рәүешендәге матур күҙҙәрҙең уны эҙләп ҡараныуы иҫенә төшә лә күңеле елкенеп китә. Өфө – миллионлы ҡала. Унда стена аша ғына ғүмер иткән күршең менән дә йылдар буйы тап килешмәүең ихтимал. Шуға күрә аҙна-ун көндән – Пушкин скверын­дағы ағастар бәләкәс кенә япраҡтар сығарып өлгөргәйне инде – әлеге үк туҡталышта торғанда: – Ә мин һине барыбер таптым бит, – тигән тантаналы тауышҡа һиҫкәнеп китте. Ҡулындағы журналдан ҡалҡып ҡараһа, ҡаршыһында теге фырт егет баҫып тора. Ул ҡапыл Алһыуҙың быйылғы яҙ модаға ингәнсә «французсалап» үргән ауыр толомон урап тотто ла йылмайып күҙенә ҡараны. – Таш өҫтөндә алтын сәсен тарап ултырған Һыуһы­лыуҙы эләктергєн Заятүләктән кәмме әллә мин?! – тип көлөп ебәрҙе. Быға тиклем сәсенә тейгәнде йәне һөймәгән Алһыу асыуланырға уйламаны ла. Йылмайып: – Әллә һин филфакта уҡыйһыңмы? – тип һораны. – Нишләп филфакта? – Халыҡ ижады буйынса мәғлүмәтең көслө. – Ҡыҙ, башын борғолап, толомон ысҡындырырға тырышты, тик алъюҫыҡҡа. – Хєәерем яңылышмаһа, был әкиәттең аҙағы Һыуһылыу өсөн бик үк бәхетле тамамланмай булһа кәрәк. – Мөхәббәт тамамлана тиме ни? – Егет һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы. – Ышанмайһыңмы? Әйҙә, алып барып күрһәтәм. Бында яҡын ғына. «Иртәгә бит зачет!» – тигән уй атылған йондоҙ кеүек кенә үтеп китте Алһыуҙың башынан. Тик ҡыҙ иғтибар итмәне. Үҙенә һоҡланып ҡарап торған ҡара күҙҙәрҙең ҡармағына элєккәйне инде ул. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы тирәһендә – шығырым тулы йәштєр. Билет һораусылар ҙа байтаҡ. – Билал менєн Фәрзәнәнең концерты бит бөгөн, – тине егет. – Белмәгәйнеңме ни? – Ә улар кем? Егет яуап бирер урынға һыҙғырып ҡуйҙы. – Медикһыңдыр тип уйлағайным шул. – Нишләп медик? – Һуң, мин “сәнғәт”тәге бөтә матур ҡыҙҙарҙы ла беләм. «Авиация»лағы ҡыҙҙарҙың күбеһе – малай-шалай кеүек. Ҡиәфєттєре лә, ҡылыҡтары ла… Анатомичканан сыҡмай көнө-төнө мускул-һеңер исемен ятлап ултырған бәндә генә һинең һымаҡ томана булмаһа… Егет уны артҡы ишектән алып китте. – Һин актермы әллә? – тине Алһыу. – Шулайҙыр тип уйлағайным да… – Һин дә минең турала уйлағайныңмы? – тип элєктереп алды егет. – Урра! Йә Хоҙайым, рәхмәт инде һиңә, ул да минең турала уйлаған. Алһыу ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Егеттєн шаянлыҡ фонтан кеүек урғылып тора, артабан нимә менән хайран итерен һис белеп булмай. Алһыуға «Заятүләк менән Һыуһылыу» әкиәтенең сюжетына ҡоролған мауыҡтырғыс концертты сәхнәне яҡтыртыусы янында ултырып ҡарау бәхете тейҙе. Үҙеңде сәхнәлә барған был тылсымдың бер өлөшө итеп тойоу ғәләмәт мауыҡтырғыс икән: нурҙар гөлләмәһен Алһыу ҙа бер нисә тапҡыр бейетеп ҡараны. Залда йәшлек дәрте ташып, урғылып тора. Туҡтауһыҙ алҡыштар, бейеү, йыр. Уның менән бер йәштә тиерлек булған ике йырсының шундай тантанаға, хистәр ғәрєсәтенә сәбәп булыуына һушы китеп ултырҙы Алһыуҙың. Сәхнәгә яуған гөлләмәләргә ҡарап: – Был тиклемде ҡайҙа ҡуялар икән? – тип аптырабыраҡ ултыра ине, егет, уның уйын белгєн һымаҡ: – Был сәскєләрҙе иртәгє баҙарға алып сығып һаталар ҙа бер аҙна тирәһе туҡ йәшәп алалар инде, – тип шаяртты. – Улар студент ҡына бит әле, дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр… Ярар, концерттан һуң таныштырырмын. Тамашанан һуң, кейемдәрен гардеробтан алғас, ишеккә барманылар. Егет уны юғары ҡатҡа алып китте. – Әйҙә әле, минең һине бер кеше менән таныштырғым килә. – Уның бында үҙ икәнен баштан уҡ аңлағайны Алһыу. Аҙым һайын туҡтаталар, шаярталар, әле был, әле теге яҡтан килеп сыҡҡан матур-матур ҡыҙҙар килеп ҡолағына ниҙер бышылдай, һырпалана. Бына улар бер ишектән килеп инде: банкет залы икән. Ризыҡ тулы өҫтәлдәрҙе күреп, Алһыу артҡа сигенде.

Гөлсирә Ғиззәтуллина
Әгәр мөхәббәт булмаһа...
 
Хикәйә
Алһыу уны «Актерҙар йорто» туҡталышында күрҙе. Киң тирәсле ҡара эшләпә, оҙон ҡара плащ, ҡулында – ҡа­ра ҡулсатыр. Өфөнөң әллә нисә юғары уҡыу йорто студент­тары бергє йыйылған һәм йәштәр мыжғып торған был туҡталышта ул бөтөнлєй ят донъянан килгән кеүек кү­ренә. Алһыу быға тиклем тышҡы ҡиәфәтенә һәм кейемгә артыҡ иғтибар биргән егеттәргә көлөмһөрәберәк ҡарай торғайны. Әммә бының фыртлығы үҙенә килешеп тора. Урам аша булһа ла кешегє шулай текләп тороуҙы килештер­мәне ҡыҙ һәм, яҙыҡ эштә тотолғандай ҡыҙарынып, ҡарашын икенсе яҡҡа күсерҙе. Тик күҙҙәре һис тә тыңламай, шул яҡҡа төбәлергә тырышып ҡына тора. Егеттең йөҙө нәфис һыҙатлы, аҡ ҡына, күҙ ҡабаҡтары бер ни тиклем шешмєк. Моғайын, берәй яҙыусы уны һүртләргә теләһә, «күҙҙәре миндаль рәүешендә» тип яҙған булыр ине. Тап шул мәлдә егет был яҡҡа боролдо ла, күҙҙәре Алһыуҙың ҡараштары менєн осрашты. Эҫеле-һыуыҡлы булып киткән ҡыҙ улар араһына инеп туҡтаған автобусҡа һикереп менде. Кеше­ләрҙе йырып үтеп, тәҙрә эргәһенә барып баҫты. Автобус ҡуҙғалып киткәс тә, егеттең, муйынын һуҙа биреп, уны ҡараштары менән эҙләүен күреп, ҡәнәғәт йылмайҙы.
Алһыуға үҙенең был халәте сєйер тойолдо, сөнки быға тиклем бындай тойғо кисергәне юҡ ине. Булмышына һө­йөнөс оялап ҡалды. Йөрөй-йөрөй ҙә, үҙе лә абайламаҫтан, йылмайып ҡуя. «Ниндәй ҡыуанысым бар һуң минең?» – тип уйлаһа, миндаль рәүешендәге матур күҙҙәрҙең уны эҙләп ҡараныуы иҫенә төшә лә күңеле елкенеп китә.
Өфө – миллионлы ҡала. Унда стена аша ғына ғүмер иткән күршең менән дә йылдар буйы тап килешмәүең ихтимал. Шуға күрә аҙна-ун көндән – Пушкин скверын­дағы ағастар бәләкәс кенә япраҡтар сығарып өлгөргәйне инде – әлеге үк туҡталышта торғанда:
– Ә мин һине барыбер таптым бит, – тигән тантаналы тауышҡа һиҫкәнеп китте. Ҡулындағы журналдан ҡалҡып ҡараһа, ҡаршыһында теге фырт егет баҫып тора.
Ул ҡапыл Алһыуҙың быйылғы яҙ модаға ингәнсә «французсалап» үргән ауыр толомон урап тотто ла йылмайып күҙенә ҡараны.
– Таш өҫтөндә алтын сәсен тарап ултырған Һыуһы­лыуҙы эләктергєн Заятүләктән кәмме әллә мин?! – тип көлөп ебәрҙе.
Быға тиклем сәсенә тейгәнде йәне һөймәгән Алһыу асыуланырға уйламаны ла. Йылмайып:
– Әллә һин филфакта уҡыйһыңмы? – тип һораны.
– Нишләп филфакта?
– Халыҡ ижады буйынса мәғлүмәтең көслө. – Ҡыҙ, башын борғолап, толомон ысҡындырырға тырышты, тик алъюҫыҡҡа. – Хєәерем яңылышмаһа, был әкиәттең аҙағы Һыуһылыу өсөн бик үк бәхетле тамамланмай булһа кәрәк.
– Мөхәббәт тамамлана тиме ни? – Егет һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы. – Ышанмайһыңмы? Әйҙә, алып барып күрһәтәм. Бында яҡын ғына.
«Иртәгә бит зачет!» – тигән уй атылған йондоҙ кеүек кенә үтеп китте Алһыуҙың башынан. Тик ҡыҙ иғтибар итмәне. Үҙенә һоҡланып ҡарап торған ҡара күҙҙәрҙең ҡармағына элєккәйне инде ул. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы тирәһендә – шығырым тулы йәштєр. Билет һораусылар ҙа байтаҡ.
– Билал менєн Фәрзәнәнең концерты бит бөгөн, – тине егет. – Белмәгәйнеңме ни?
– Ә улар кем?
Егет яуап бирер урынға һыҙғырып ҡуйҙы.
– Медикһыңдыр тип уйлағайным шул.
– Нишләп медик?
– Һуң, мин “сәнғәт”тәге бөтә матур ҡыҙҙарҙы ла беләм. «Авиация»лағы ҡыҙҙарҙың күбеһе – малай-шалай кеүек. Ҡиәфєттєре лә, ҡылыҡтары ла… Анатомичканан сыҡмай көнө-төнө мускул-һеңер исемен ятлап ултырған бәндә генә һинең һымаҡ томана булмаһа…
Егет уны артҡы ишектән алып китте.
– Һин актермы әллә? – тине Алһыу. – Шулайҙыр тип уйлағайным да…
– Һин дә минең турала уйлағайныңмы? – тип элєктереп алды егет. – Урра! Йә Хоҙайым, рәхмәт инде һиңә, ул да минең турала уйлаған.
Алһыу ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Егеттєн шаянлыҡ фонтан кеүек урғылып тора, артабан нимә менән хайран итерен һис белеп булмай.
Алһыуға «Заятүләк менән Һыуһылыу» әкиәтенең сюжетына ҡоролған мауыҡтырғыс концертты сәхнәне яҡтыртыусы янында ултырып ҡарау бәхете тейҙе. Үҙеңде сәхнәлә барған был тылсымдың бер өлөшө итеп тойоу ғәләмәт мауыҡтырғыс икән: нурҙар гөлләмәһен Алһыу ҙа бер нисә тапҡыр бейетеп ҡараны.
Залда йәшлек дәрте ташып, урғылып тора. Туҡтауһыҙ алҡыштар, бейеү, йыр. Уның менән бер йәштә тиерлек булған ике йырсының шундай тантанаға, хистәр ғәрєсәтенә сәбәп булыуына һушы китеп ултырҙы Алһыуҙың.
Сәхнәгә яуған гөлләмәләргә ҡарап:
– Был тиклемде ҡайҙа ҡуялар икән? – тип аптырабыраҡ ултыра ине, егет, уның уйын белгєн һымаҡ:
– Был сәскєләрҙе иртәгє баҙарға алып сығып һаталар ҙа бер аҙна тирәһе туҡ йәшәп алалар инде, – тип шаяртты. – Улар студент ҡына бит әле, дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр… Ярар, концерттан һуң таныштырырмын.

Тамашанан һуң, кейемдәрен гардеробтан алғас, ишеккә барманылар. Егет уны юғары ҡатҡа алып китте.
– Әйҙә әле, минең һине бер кеше менән таныштырғым килә. – Уның бында үҙ икәнен баштан уҡ аңлағайны Алһыу. Аҙым һайын туҡтаталар, шаярталар, әле был, әле теге яҡтан килеп сыҡҡан матур-матур ҡыҙҙар килеп ҡолағына ниҙер бышылдай, һырпалана. Бына улар бер ишектән килеп инде: банкет залы икән. Ризыҡ тулы өҫтәлдәрҙе күреп, Алһыу артҡа сигенде.
– Әсәй, – тип өндәште егет. – Бына! – Үҙе ат башындай алтын тапҡан кеше тантанаһы менєн Алһыуҙы алғараҡ этте. Билал менєн Фәрзәнәне ярым ҡосаҡлап ниҙер сөкөрҙәгән нәзәкәтле ханым һынын турайтты. Бер млгә генә ҡарап торҙо ла, етеҙ атлап, Алһыу эргәһенә килде. Ҡиммәтле хушбуй еҫе аңҡыта-аңҡыта, затлы тауарға баһа биргән ҡиәфәт менән Алһыуҙы уратып сыҡты. Унан тәжрибәле кеше ишараһы менән Алһыуҙың ауыр толомон тағатып ебәрҙе: болот кеүек тулҡын сәстәр ҡыҙҙың зифа һынын тотош ҡаплап алды. Эргәләгелєр барыһы ла ирекһеҙҙєн «аһ» итте. Алһыу, түңәрәк эсендә шыр яланғас баҫып торғандай, ҡыҙарынып-ҡаушап төштө. Ирекһеҙҙән үҙен ҡулдары менән ҡосаҡланы.
– Ҡайҙан таптың һин бындай хазинаны? – тип гөрһөлдєәне ауыҙына Сталиндыҡылай ҙур төрөпкә ҡапҡан дәү ир.
– Бына һеҙгә килєһе йылға «Һылыуҡай» конкурсының лауреаты, – тине егет.
– Хатта ҡолаҡтары ла матур, – тине, Алһыуҙың сәсен ҡалҡытып, ҡолаҡ япраҡтарын ҡарап өлгөргән ир.
Ҡатын ирҙең был ҡыланышын оҡшатып еткермәне шикелле, ҡарашы менән өтөп алды ла улына:
– Йыл һайын «Гран-при»ҙы беҙ ала алмайбыҙ бит инде, – тип Алһыуҙы үҙҙәренең ғаилә ағзаларына индереп тә ҡуйҙы. – Ә исеме нисек була һуң был һылыуҙың?
Егет менєн ҡыҙ бер-береһенә аптырап ҡараны, ысынлап та, бына мең йыл элек танышҡандай тойһалар ҙа, исемдәрен һорашырға баштарына килмәгән. Эргә-тирәләгеләр, уларҙың өнһөҙ ҡарашын аңлап, көлөп ебәрҙе.
Егет иһә аптырап ҡалманы. Хєрбиҙәрсә үрә ҡатып, үксәләрен бер-береһенә тейҙерҙе лә, килешле генә баш эйеп:
– Танышырға рөхсәт итегеҙ, туташ: Искәндәр атлы егет булам, – тине.
– Алһыу, – тине ҡыҙ. Башҡалар ниңәлер геүләтеп ҡул сапты. Үҙен әкиәткә килеп эләккән һымаҡ тойған Алһыуҙы өҫтәлгә әйҙәнеләр, шампан шарабы һондолар, шоколад ҡаптырҙылар. Бер туҡтауһыҙ һоҡланыу, хайран һүҙҙәр, затлы еҫтәр аңҡытҡан ялтор-йылтыр күлдәктәр, килешле кейенгән һєм һоҡлана белгән ир-егеттәр, хайран ҡалдыра белгән ҡатын-ҡыҙҙар – Алһыуҙың быға тиклем шул тиклем матур мөнәсәбәттәрҙе, яҡынлыҡты һәм йылылыҡты бер ҡайҙа ла күргәне юҡ ине. Ул, батша һарайындағы балға барып эләккән Көлһылыу һымаҡ, ваҡыт тигән нәмәне бөтөнләй онотто. Кемдеңдер кеҫә телефоны шылтырағанға тертләп, концерт ваҡытында тауышһыҙ режимға ҡуйған телефонын килтереп сығарһа: утыҙҙан ашыу ҡабул ителмәгєн звонок. Сәғәт беренсе ярты булып киткән. Өйҙәгеләр нимє уйлап, нимә кисерергә тейеш шул арала?!
– Миңә йәһәтерәк ҡайтырға кәрәк, – тине ул, такси саҡырырға керешеп.
Уның ағарынып киткән йөҙөн күреп, Искәндәр тиҙ генә:
– Такси кәрәкмәй, – тиергә ашыҡты. – Атайҙың маши­наһын алырбыҙ.
Төрөпкәһенән хуш еҫле тәмәке борҡо­топ, бер юлы әллә ниәє ҡыҙ-ҡатынға матур һүҙ һөйләп, ирәйеп ултырған дәү ир өндәшмәй генә баш ҡаҡты.
***
Өйҙә, әлбиттә, берәү ҙә йоҡламай ине. Йоҙаҡ тишегенә асҡыс тығыу менән үк ишеккә йүгерешеп килделәр. ӘсӘһе менән өләсәһе, ризаһыҙлыҡтарын белдереп, ауыҙ асҡайны, күҙҙәре балҡып, бер ҡосаҡ рауза сәскәләре күтєреп ҡайтып ингән ҡыҙының йөҙөндә ғәйеп тойғоһо шәйләгән атаһы, уларҙы тыйғандай, ҡулын күтєреп:
– Аллаға шөкөр, иҫән-аман, – тине. – Барыбыҙға ла тыныс йоҡо. Иртәгә байрам түгел.
Сәскәләрҙе вазаға түгел, ваннаға һалҡын һыу ағыҙып, төнгөлөккә шунда ҡалдырырға кәңәш иткєн арала өләсәһе шулай ҙа:
– Иртәгә әсәйең бик ҡатмарлы операция яһарға тейеш, – тип әйтеүҙән тыйыла алманы. «Ауырыуҙар, сирлеләр, операциялар… Беҙ ҙә был донъяла йәшәйбеҙ тип йөрөгєн булабыҙ икән…» – тип уйланы Алһыу, шым ғына сисенеп урынына ятҡанда.
Иртәнсәк душ инеп сыҡҡандан һуң Алһыу көҙгө алдында сағылышына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Уның быға тиклем үҙенең сибәрлеге тураһында уйлағаны юҡ ине. Уларҙың нәҫелендә – ике яҡтан да – барыһы ла бик һылыуҙар, шуға күрә быға айырым әһәмиәт биреүсе лә юҡ. Матур икән матур инде. Әммә Алһыуҙың әсәһе – хатта һылыу нәҫелдә лә айырылып торған бер сибєр. Шуға күрә һєр бер комплиментты, һоҡланыуҙы йәне көйөп, мыҫҡыл кеүек ҡабул итә. Уның бөтә булған тырышлыҡ емештәрен, һәр уңышын матурлығына япһарып, бәләкәйҙән йәненә тейеп, йонсотоп бөткәнгәлер, моғайын.
– Саҡ ҡына йәмһеҙерәк булһа, исмаһам, тынысыраҡ эштә эшләр ине, – тип һуҡрана уның ауыр операциялар яһағандан һуң, өйөнә ҡайтыуҙы ла онотоп, ауырыу сабый янында төн үткәреүенән йонсоған өләсәһе. Дөрөҫ, һуҡраныуында һоҡланыу күберәк.
“Һинең кеүек сибәркәйҙәргә хирургияның ни кәрәге бар?” – тигән бер профессор Алһыуҙың әсәһенә студент сағында һәм шуның менєн ғүмерлеккә рәнйеткән. Инде оҫта хирург булып танылһа ла, әсәһе һаман шул уҡытыу­сыһына үҙен иҫбатлауын дауам итә, күрәһең. Хәйер, ул ҡарт хирург, аҡыллы студентканың нәфис оҙон бармаҡтарының ниндәй мөғжизәләргә һәләтле икәнен алдан күреп, зитына тейер өсөн юрый әйткән булғандыр, бәлки.
Нисек кенә булмаһын, тәбиғәт биргән матурлыҡты ниндәйҙер етешһеҙлек кеүегерәк ҡабул итеп, уны тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ, егәрлелек менән ҡапларға кәрәк, тип үҫтерелгән Алһыу.
Бөгөн иһә беренсе тапҡыр үҙенә тикшереп ҡарап торҙо ла ныҡ оҡшатты, сөнки Искәндәрҙең һоҡланыулы ҡарашы менән баға ине.
– Сибәрҙәргә күберәк нәәє рөхсәт ителергә тейеш, сөнки улар донъяны йәмгә күмә, – тине бит кисә Искәндәрҙең атаһы, моғайын, үҙен дә сибәрҙәр рәтенә индергәндер.
 
Алһыу үҙен ғәрәсәтле ҡойон уртаһына килеп юлыҡҡан елкәнле карап һымаҡ тойҙо. Быға тиклем ул дөрөҫ тип уйлаған бөтөн ҡиммәттәре емерелә, тормошҡа ҡарашы үҙгәрә башланы. Искәндәр уны тотош байрамдан ғына торған ғәжәйеп бер яңы донъяға алып инде. Тамашалар, банкеттар, ирекле мөнәсәбәттәр, сикләнмәгән шәхес азатлығы… Баштарың әйләнерлек шул.
– Бер кем дә бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел, – тип ҡабатларға ярата егет, һәр бер һүҙгә баҫым яһап. – Тормошҡа еңелерәк ҡарарға кәрәк. Әхлаҡты уны үҙ-ара көнитмештә уңайлы булһын өсөн кешеләр махсус уйлап сығарған. Алла бабай күктән төшөрмәгән был ҡағиҙә­ләрҙе.
Егеттең ғаиләгә ҡарата ла ҡараштары үҙенсәлекле.
– Бына минең өс атайым, өс әсәйем бар. Улар барыһы ла мин тип өҙөлөп тора. Шул насармы ни? – ти ул йәнде иретерлек йылмайыу менән.
Ата-әсәһе Искәндәр бәләкәй саҡта уҡ айырылышҡан. Атаһы йәнә ике тапҡыр өйләнгән, балалары бар. Әсәһе шулай уҡ тағы ике тапҡыр кейәүгә сыҡҡан… Тағы ла әсәһенең беренсе, икенсе, өсөнсө һәм хәҙерге һөйәрҙәре бар. Иң ҡыҙығы – ошо ғәм халыҡтың барыһы ла үҙ-ара дуҫтар…
Был ҡыҙға шул тиклем заманса тойола. Үҙенең ғаиләһе, күңелһеҙ һәм тар тормоштары өсөн уңайһыҙ булып китә.
– Нимә-нимә, ирҙәрҙән бәхетем бар, ти минең әсәй ҡарсыҡ. – «Ҡарсыҡ» тип шаярта Искәндәр. Ул мәңге йәш әсәһенең еңеүҙәре менән ифрат ғорурлана. Шуға күрә ниндәйҙер бер магазин директорының, дүрт балаһы менән ҡатынын ташлап, әсәһе алдында шыуышып йөрөгәнен көлә-көлә һөйләргә ярата.
– Эй мәрәкә, әсәйем туфлийының осо менән генә уны бесәй балаһы шикелле генә этеп ебәрә. «Бисәң менән балаларың янына ҡайт», – тип ҡыуалай, ә ул ҡабат мүкәйләп килеп аяҡтарын ҡосаҡлай. Шул арала енләнеп, мәсекәй әбей кеүек ҡатыны килеп инде лә ҡулындағы зонты менән әсәйемде туҡмай башланы. Әсәйем, тәне күгәреп сыҡһа ла, уны судҡа бирмәне. – Әсәһенең киң күңеллелеге уны сикһеҙ һоҡландыра.
Матурлыҡҡа ҡараш та ғәжәпләндерә Алћыуҙы был яңы донъяла. Бында уны тауар һымаҡ баһалайҙар. Ана бит, Алһыуға ла туҡтауһыҙ һоҡланып, маҡтап торалар. Был ҡыҙҙы тәүҙә уңайһыҙландыра ине, тора-бара шаҡтай оҡшап төштө.
Ә уларҙың ғаиләһендә аң-белем, маһирлыҡ, зиһен юғарыраҡ баһалана, тоғролоҡ, выждан, тәүфиҡ тигән күңелһеҙ ҡиммәттәр һанлана. Алһыу үҙенең яңы асыштарын ҡайтып һөйләп, матурлыҡты файҙаланыу, ҡиммәтерәк, файҙалыраҡ итеп һата белеү ҡеүәһе хаҡында фекер йөрөтә башлағайны… Был һүҙҙәр әсәһен хатта ытырғандырып ебәрҙе. Моғайын, ғүмерендә беренсе тапҡырҙыр, ул ҡыҙына ысынтылап асыуланды.
– Нисек инде табышлыраҡ итеп һатырға? – тип аптыраны ул. – Инде мин нимә эшләргә тейеш: берәй миллионерҙы эләктерергә, атайыңды ташларғамы? Шунан, минең яхтам, ҙур йортом бар икән, ти. Әммә унда яратҡан кешеләрем: атайың, һин, өләсәйең, ағайҙарың, еңгәйҙә­рең, бәпестәр булмаһа, күңелем ятҡан эшем булмаһа, миңә нимә менән шөғөлләнергә? Алтын әйберҙәрҙе бер урындан икенсеһенә күсереп, алтын табаҡтан алтын кәнфиттәр ашап, үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, хеҙ­мәтселәремдең ҡанын ҡарайтып ултырырғамы?
– Бушты сурытма әле, әсәй. Һин минең нимә тип әйтергә теләгәнемде бик яҡшы аңланың, – тине Алһыу. – Әллә ниндәй сәхнә түрҙәрен биҙәрлек, «Мисс мира» булып бриллианттарға лайыҡ булырлыҡ матурлығың тураһында һүҙ бара.
– Ниңә, әсәйеңдең бриллианты бар ул, – тип вайымһыҙ ғына һүҙ ташланы атаһы. – Иң ҡәҙерле ҡаҙаныштары өсөн лайыҡ булды.
– Нисек? Ҡайҙа ул? – тип ғәжәпләнде ҡыҙ.
– Олатайың менән өләсәйеңдең орден-миҙалдары, атайыңдың наградалары һалынған ҡумтала ята, – тине әсәһе. – Ҙур ағайың тыуғас, атайың, бөтөн тапҡан-табын­ғанын йыйнаштырып, бриллиантлы йөҙөк, Айнур ағайың тыуғас, алҡа бүләк иткәйне. Ә инде һин тыуғанда, шаҡтай бай булғас, кольеға ла аҡсаһы етте, – тип көлдө әсәһе.
– Улар бриллиантмы ни? – тип шаҡ ҡатты Алһыу. – Нишләп был турала бер ваҡытта ла әйткәнегеҙ бул­маны?
– Әллә, – тине әсәһе. – Уның һиңә шул тиклем әһәмиәтле булғаны башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ.
«Ысынлап та, – тигән уй килде Алһыуҙың күңеленә. – Бының шул тиклем әһәмиәтле булғанын күптән түгел үҙем дә аңламай инем». Ул ни өсөндөр асыуланып китте.
– Мине һаман бала күреп, һүҙҙе ситкә алаһығыҙ ҙа китәһегеҙ. Ә мин талант тураһында әйтәм. Атайым, тәбиғәт биргән моңон йәшереп, ауыҙ эсенән генә мөңрәп йөрөмәһә, бөгөндән ҙур артист булып танылырлығы бар кеше. Ул сағында беҙ ҙә башҡасараҡ йәшәр инек.
– Мәҫәлән? – тине атаһы тыныс ҡына.
– Хәтәр йортобоҙ булыр ине, мәҫәлән.
– Дүртебеҙгә дүрт бүлмә етмәйме ни? – тип аптыраны әсәһе.
– Күмәгәйһәк, тағы хәстәрләрбеҙ, – тине аҙ һүҙле атаһы.
– Хәтәр машинабыҙ, – тип дауам итте Алһыу.
– Уның менән ҡайҙа барабыҙ? Хәтәр булмағаны ла айҙар буйына гараждан сыҡмай, – тип ҡаршы төштө әсәһе. – Эшебеҙгә ике аҙым.
– Бына шул шул. Һеҙҙең шул больницағыҙҙан башҡа барырға урынығыҙ ҙа юҡ.
– Һуң, беҙҙең иң теләп, шатланып барған еребеҙ шул эшебеҙ бит инде, – тип һүҙгә ҡыҫылды өләсәһе. Ул, бушана алмаған өсөн алыҫ райондан самолет менән килтерелгән ауыр хәлдәге ҡатынды, ниһайәт, бәпәйләтеп, ауыҙы ҡолағына етеп, ҡайтып ингәйне. – Беҙ бит шунда бәхетлебеҙ.
– Бәхетлеһегеҙ… – тине Алһыу, үсек­ләшеп. – Исмаһам, ҡунаҡта ла тыныс ултыра алмайһығыҙ, тулыһынса бергәләп ял да иткәнегеҙ юҡ. Йә берегеҙҙе, йә икенсегеҙҙе, йә өсөнсөгөҙҙө алырға артығыҙҙан машина килеп етә.
– Үҙ эшеңдең шундай кимәлдә оҫтаһы булыу үҙе бәхет түгелме ни? – тип йәнә аптыраны әсәһе, ҡыҙына танымағандай ҡарап.
– Йәшлек менән тышҡы матурлыҡ бик тиҙ уңа торған нәмәләр, – тине өләсәһе лә. – Ә оҫталыҡ арта ғына бара.
– Бына шуның өсөн дә уларҙы тиҙерәк файҙаланып ҡалырға кәрәк, – тип ҡабатланы Алһыу Искәндәрҙең әсәһенең һүҙҙәрен. – Был иһә үҙе бер сәнғәт.
– Бының өсөн нимә эшләргә инде?
– Үҙеңде дөрөҫ итеп тәҡдим итергә өйрәнергә, мәҫәлән…
– Бәлки, бында дөрөҫлөк барҙыр. Ысынлап та, белеп һалынған грим тәүге ҡарашҡа етешһеҙлектәрҙе ҡаплайҙыр… Әммә һәр ваҡыт гримда йөрөп булмай ҙа баһа…

– Нишләп булмаһын? – тине Алһыу, Искәндәрҙең әсәһен күҙ алдына килтереп. Ханым шул тиклем нескә, нәзәкәтле, һығылмалы, йөрөшө-торошо, хәрәкәттәре менән хатта бер һөйәкһеҙгә, йыланға оҡшап китә. Бары тик уны ныҡлап белә башлағас ҡына, был нәзәкәтлектең, һәр ишара-ымдың бик тырышып, ғәйәт ентекләп уйланылғанын, арбағыс йылмайыуҙың көҙгө алдында ҡат-ҡат ҡабатлап, репетиция яһап нығытылғанын аңлайһың. «Был да оҫталыҡ. Һәм ниндәй оҫталыҡ әле!» – тип уйланы ул, Искәндәргә ашыҡҡанда.
Ә өс кешегә ҡалған ғаилә кәңәшмәһе, Алһыуҙы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә башлаған был егет менән тиҙ арала танышырға кәрәк, тигән ҡарарға килде.
– Имтихандарын тыныс ҡына тапшырып бөтһөн инде тәүҙә, – тине өләсәһе, һүҙҙе йомғаҡлап. Ҡалғандар уның менән килеште.
Тик яңылыштылар. Икенсе көндө эштән ҡайтыуҙарына, һыуытҡыстың ишегенә йәбештереп ҡуйылған ҡыҫҡа хат ҡына көтә ине уларҙы. «Атай, әсәй, өләсәй! Борсолмағыҙ! Беҙ Искәндәр менән, тиҙ генә диңгеҙгә барып, һыу инеп ҡайтырға булдыҡ. Искәндәргә шундай форсат сыҡты. Һуңғы имтиханымды, әгәр кәрәк тапһам, көҙгә тапшырырмын».
– Был ни тигән хәбәр? – Талапсан әсәһе асыуланып китте. – «Кәрәк тапһам»… Быны нисек аңларға?
– Тимәк, бала йә шоу-бизнесҡа, йә кейәүгә сығырға йыйына, – тине зирәк өләсәй.
– Йә икеһенә бер юлы, – атаһы ауыр һуланы.
– Был ниндәй баш-баштаҡлыҡ, – тип ярһый башланы әсәһе. – Берәй сараһын күрергә кәрәк!
– Ниндәй сараһын? – тине атаһы уйсан ғына.
– Әгәр ҙә был мөхәббәт бул­һа? – тип уға ҡушылды өләсәһе.
– Әгәр ҙә булмаһа? – Әсәһе йәшенә төйөлдө. – Мөхәббәт булмай ҡуйһа? Был тормошта йышыраҡ шулай ҙа була.
– Был уға ла, беҙгә лә, беҙҙең йәшәү рәүешебеҙгә лә һынау. – Ғалим атаһы, ғәҙәтенсә, тәрәнерәк фекер йөрөттө. – Ә мин ҡыҙыбыҙға ышанам.
– Ниндәй һынау? – тип үкһе­не әсәһе. – Әле бит уның ун һигеҙе лә тулмаған.
– Бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме, тормош иң ҡатмарлы һынау­ҙарҙы кешегә ошо йәштә ҡуя ла инде, – тине ҡапыл ҡартайып, шиңеп киткән сая өләсәй.

***
Бейек яр башынан ҡояш нурҙары аҫтында емелдәп, наҙланып ятҡан иркә диңгеҙгә ҡарап, бәхеттең етенсе ҡатында ултыра ине был мәлдә Алһыу. Самолеттан килеп төшөү менән Искәндәр уны туп-тура ошонда, диңгеҙгә сумырѓа ярата торған ҡаяһына, алып китте. Тормоштоң һәр миҙгеленән байрам, һәр ваҡиғанан мажара яһай белә торған ниндәй ғәжәйеп кеше ул! Ҡыҙ, ғәҙәтенсә, шатлығын яҡындары менән уртаҡлашырға теләп, кеҫә телефонына тотондо. Шул саҡ һылыу тәнендә диңгеҙ тамсыларын емелдәтеп килеп еткән егет уны ҡосаҡлап алды.
– Арабыҙға бер кемде лә ҡыҫылдырмаҫҡа һөйләштек тә инде, – тине ул, телефонға ишаралап.
– Өйҙәгеләргә иҫән-һаулығыбыҙҙы белдерергә тейешбеҙ ҙә инде.
– Беҙ бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгелбеҙ. Ошо хәҡиҡәтте ҡолағыңа киртеп ҡуй: хатта ата-әсәңә лә. Иң беренсе сиратта, уларғалыр әле! – Искәндәрҙең тауышында аңлашылмаған ярһыу яңғырап китте. – Беҙ бит уларҙан яҡты донъяға тыуҙырыуҙарын һораманыҡ. Шулай булғас, ниндәй тейеш булырға тейеш… – Төкµрөгөнә сәсәп, туҡтаны.
Һис булмаһа «смс» ебәрергә маташҡан Алһыу абайламай ҙа ҡалды, егет көлә-көлә уның телефонын алды ла диңгеҙгә ырғытты. – Ой, – тине ул, һис ни булмағандай. – Төштө лә китте. – Алһыуҙың кәйефе боҙолғанын күреп, битенән суп итеп үбеп алды. – Ҡайтҡас, мин һиңә хәтәрерәген бүләк итермен. – Икенсе атай, – Алһыу, уның атайҙарын һан буйынса йөрөтөүен мәрәкә күреп, ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙе. – Икенсе атай былтыр уҡ крутой телефон алып бирәм, тип ҡырсына ине. Бир ҡулыңды, әйҙә, һикерҙек. Бер, ике, өс…
Шау-шыулы дискотекалар, иртәнгә тиклем ҡыйшаңнап бейеүҙәр, һыра, шарап, тәмәке, тир еҫе аңҡып торған еүеш тәндәр, яһалмалыҡ: юҡ-бар хәбәр, тоҙһоҙ мәрәкә, йәмһеҙ көлөүҙәр… Алһыуҙы тиҙ ялҡытты. Диңгеҙ яры буйлап, ай нурында ҡойоноп йөрөргә, өйҙә ҡалып, һөйләшеп ултырырға, китап уҡырға теләр ине. Әйтеп ҡарағайны, егет, башын артҡа ташлап, ихлас хахылданы.
– Ну көлкө тоҡсайы… Китап уҡып… Йәйҙең йәмле көнөндә Ҡара диңгеҙ буйына килеп, китап ҡосаҡлап ятырға миңә бит әле йөҙ ҙә бер йәш түгел…
Ҡыҙҙы был аптыратманы, сөнки тәүге осорҙа аҡыллы төҫ менән Уэльбек, Коэльо, Ирвинг, Мураками…. тип исемдәре тел осонда булған авторҙарҙы эре генә сирттереп ҡабатлауы күҙ буяу, уҡымышлы булып күренеү өсөн генә булғанын төшөнә башлағайны.
Арыуы сигенә еткәйнеме, һалҡын алдырҙымы – Алһыу ныҡ итеп ауырып китте. Бөтөн тәне уттай яна, башы сатнай, тамсы ла хәле юҡ. Хафаға төшкән Искәндәр эргәһендә йүгереп йөрөнө, дарыухананан әллә нәмәләр алып килеп эсереп, наҙлы итеп хәстәрләне. Баҙарҙан тауыҡ һатып алып, һурпа бешерҙе, ҡалаҡлап ашатырға тырышты. Тик икенсе көндө, сәләмәтләнеү урынына Алһыуҙың хәле тағы ла хөртәйгәс, йәне көйә, түҙемһеҙләнә башланы. Саҡ ҡына йөрөп килергә рөхсәт һораны ла, иртәнгә тиклем юҡҡа сыҡты. Рәхәтләнеп ял итер, диңгеҙҙә ҡойонор саҡта, күҙ көйөгө булып, кеше мәшәҡәтләп ятҡанына ҡыҙ үҙе лә уңайһыҙлана ине. Таң һарыһында ғына ҡайтып йығылған егеткә бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Искәндәр, уяныу менән, бәхетле йылмайып, һикереп торҙо.
– Беләһеңме, Алһыу, – тине ул, балҡып. – Мин бер иҫ киткес һылыу ҡыҙ менән таныштым. Беҙҙең яҡташ. Сургутта йәшәйҙәр. Атаһы башҡорт, әсәһе хохлушка. Шул ҡатнаштан иҫ киткес матурлыҡ тыуған. Күҙҙәре диңгеҙ төҫөндә. Ышанаһыңмы? Күрҙем дә хайран ҡалдым. Юҡ, һин ундай матурлыҡты күҙ алдына ла килтерә алмайһың. Теләйһеңме, мин һеҙҙе таныштырам?
Алһыу өндәшмәне. Уның шымтайып күңелһеҙләнгәнен абайлаған егет ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Һин нимә, иҫәркәй, үпкәләнеңме әллә? – тине ул. Иркәләп, сәсенә ҡағылды. – Беҙ бит һинең менән, мәңге бергә булабыҙ, тип ант итешмәнек. Мәңгелек тоғролоҡ тураһында вәғәҙәләшмәнек, шулаймы? Бәхетле булғың килһә, һин үҙеңдең был иҫкергән йолаларыңды онот.
Алһыуҙың иҫенә осрашҡандарының тәүге көндәрендә булған бер ваҡиға килеп төштө.
Өлкән бер актерҙың бенефисы айҡанлы ойошторол­ған бәләкәс кенә табынға барып эләккәйнеләр. Байрам хужаһының шунда уҡ Алһыуға күҙе төштө. Ҡарт актерҙың уға ғүмерҙә лә ишетмәгән комплименттар яуҙырыуы ҡыҙға мәрәкә тойолдо. Ул үҙен ниндәйҙер спектаклдең персонажы итеп тоя ине, йылмайып тик торҙо. Унан ул өлкәндәргә иғтибарлы булырға һәм ихтирам итергә кә­рәк тип тәрбиәләнгән. Шуға күрә Искәндәрҙең көнләше­үенә һәм, йәне көйөп, шарт-шорт баҫып сығып китеүенә аптырап ҡалды, нимә эшләргә лә белмәйенсә, һорау ме­нән тирә-яғына ҡаранды. Егеттең ҡыланышын аңламаны: нишләп, нимәгә асыуланырға? Алһыу бит уны шул тиклем ярата. Ә өлкән кешегә көнләшергә мөмкинме ни?
– Афарин, ҡыҙыҡай, – тине Искәндәрҙең әсәһе, ҡул сабып. – Былай булһа, һин һис шикһеҙ уңыш ҡаҙанасаҡһың. Минең артыҡ үҙ-үҙенә ышанып, эреләнеп киткән улымдың танауына сиртеп ала белгән ҡыҙҙарҙы оҡшатам мин. Юғиһә ул, үҙенең һөйкөмлөлөгөнә артыҡ маһайып китә лә, алйотлоҡтар эшләй башлай. Шуға күрә үҙеңде гел матур ћаљла. Гел генә уяу бул, – тип, күҙендә йәшен ялтлатты. Алһыу уның нимә әйтергә теләгәнен аңлап бөтмәгәйне, әле төшөндө. Ханым дөрөҫ әйткән, бына бит, ул ауырып саҡ ҡына төҫћөҙләнгәйне, Искәндәргә ҡыҙыҡ булмай башланы.
Төн уртаһынан һуң егет бер ҡыҙыҡай эйәртеп ҡайтып инде. Ысынлап та, күҙ алғыһыҙ сибәр. Нимә-нимә, матурлыҡты күрә һәм һоҡлана белә шул Искәндәр. «Мин улымды матурлыҡ танырға өйрәттем», – тип әсәһе юҡҡа ғына ғорурланмаған.
– Һин киләһе йыл мотлаҡ «Һылыуҡай»ҙа ҡатнашырға тейешһең. Һинең был күҙҙәреңде күрһәләр, жюриҙағылар телде йүнләп белмәгәнеңә лә иғтибар итмәйәсәк, – тип һөйләнде егет, рухланып. Үҙенең киләһе йылға «Гран-при»ҙы Алһыуға вәғәҙә иткәнен онотҡайны, күрәһең.
Нимә эшләһен Алһыу, Искәндәр яңы танышы менән сөкөрҙәшкән арала, әйберҙәрен ашыҡ-бошоҡ йыйҙы ла шым ғына сығып китте. Һөйөү тураһында һүҙ барғанда:
– Химия, – тип ҡабатларға ярата ине егет. – Үтеп китә торған химик реакция бит ул.
Алһыуға уның шулай тип фекерләүе оҡшай ине, сөнки эстән генә үҙҙәренең «химик реакцияһы»ның үтеп китмәйәсәгенә тамсы ла шиге юҡ ине. Тик, ни тиклем ҡыҙғаныс булһа ла, үтеп киткән инде, тимәк…
Ҡыҙҙың хатта бының өсөн ҡайғырырға ла, иларға ла хәле юҡ ине. Ҡайҙа барырға? Башты таңға тиклем ҡайҙа барып терәргә? Сәләмәт сағы булһа, яйын табыр ине, ебеп бара торғандарҙан итеп тәрбиәләнгән кеше түгел ул. Тик баш сатнап ауырта, күкрәк ҡыҫып бара. Аңҡы-тиңке килеп, бара бирҙе лә, ниндәйҙер иҫерек бәйләнә башлағас, ҡурҡып, кире боролдо. Әммә ҡапҡа бикләнгәйне. Ай яҡтыһында нурланып ятҡан диңгеҙҙе күреп, пляжға йүнәлде. Унда түңкәрелгән кәмәләр бар. Береһенә һөйәлеп, онотолдо.
Ыңрап ҡына көйләгән тауышҡа күҙҙәрен асһа, көнсығыш алланған. Ҡарт ҡына әбей буш шешәләр йыйнап йөрөй. Алһыуға көй таныш тойолдо. Бынан бер нисә йыл элек ғаиләләре менән Пицундала ял иткәндә оҡшатып, йырлап та йөрөгәйнеләр кипарис тураһында был тау йырын.
…Ғорурлыҡ юғары баһаланған, хеҙмәт юғары баһаланған замандарҙа йәшәгән, ти, бер ҡыҙ. Балыҡсы егет менән бер-береһенә онотолоп ғашиҡ булғандар. Ҡыҙ һөйгәненең диңгеҙҙән ҡайтыуын, үрелеп ҡарай-ҡарай, көтөр булған. Ә инде бер дауыл йәрен кире ҡайтмаҫ донъяға алып киткәс, ҡыҙ һомғол буйлы моңһоу кипарисҡа әйләнгән.
Уның ҡиммәттәренең кемгәлер, хатта ул инде бик өлкән кеше булһа ла, кәрәк булыуына Алһыуҙың күңеле тулды. Гүзәл сәскәгә һоҡланып, уны өҙөп алырға, күкрәккә тағып йөрөргә теләүселәр менән уларҙы маңлай тиренә һуғарып үҫтергәндәр араһындағы айырманы аңлаған һәм баһалаған кешегә зар ине әле ҡыҙ был мәлдә.
– Әбекәй, ярҙам итегеҙ миңә, зинһар, – тип шыбырҙа­ны ул. Ҡояшҡа ҡарайып янған, ғүмер буйы ауыр эштән көмрәйә төшкән ярлы әбейҙә миһырбан таба алыуына шиге юҡ ине. Әбей шырауланып ҡатҡан эшсән ҡулын ҡыҙҙың янып барған маңлайына терәне лә «ашығыс ярҙам» саҡыртты.
Иҫенә килгәндә, Алһыуҙың дәү, көслө һәм өндәшмәҫ атаһы карауат эргәһендә тубыҡланып тора ине:
– Һин беҙҙең менән нимә эшләйһең ул, ҡыҙым? – тине ул, әрнеүле шыбырҙап. – Үҙең менән нимә эшләйһең, ғәзизем?
Алһыуҙың сикәһен рәхәт еүешләтеп, ике генә тамсы йәше ағып төштө. Үҙенең ни ҡәҙәр бәхетлелеген һәм донъяла ысын һөйөүҙең барлығын аңлағанға күрә, был күҙ йәштәре хайран татлы ла, шифалы ла булды.
Әгәр мөхәббәт булмаһа... Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина
Әгәр мөхәббәт булмаһа... Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина
Автор:
Читайте нас в