+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2022, 16:00

Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин тыуған көнөн билдәләй!

Олатайым Килмөхәмәт, уның атаһы Әҙелмөхәмәт бик оҫта йырсы булған. Оҙон көйҙәрҙе, халыҡ йырҙарын үҙҙәренә генә хас моң, тауыш менән йырлаған улар. Әсәйем яғынан да олатайҙарым йыр-моңға битараф булмаған. Әсәйем дә бик матур йырлай. Ғөмүмән, нәҫелебеҙҙә йырламаған, моңһоҙ кеше юҡ. Атайымдың атаһы Килмөхәмәт олатайым бик оҫта актер ҙа булған, йәшерәк сағында ауылдың үҙешмәкәр артистары әҙерләгән бер генә спектакль дә унһыҙ үтмәгән, ғаиләле булғас та сәхнәнән айырыла алмай йонсоған. Бер саҡ шулай ауыл артистары “Ғәлиәбаныу”ҙы әҙерләгән. Олатайым - Хәлил ролендә. “Ғәлиәбаныу” менән “Хәлил” бер-береһенә ҡарашып йырлай ғына башлаған бер мәлдә залда ултырған Шәмсениса өләсәйем түҙмәгән, һикереп тороп аяғындағы галушын сисеп, тегеләргә бәргән дә, туҙынып ҡайтып киткән. Үҙенсә көнләшеүе булғандыр инде. Шул күренеште күҙ алдына килтерәм дә, залдағылар сәхнәлә барған ваҡиғаларҙы ысын итеп ҡабул иткәс, актерҙар бик оҫта, тормошсан, ысын итеп уйнағандыр, тигән уйға киләм.Йыр-моңға һәләт нәҫелдән һәм, әлбиттә, тәбиғәттән. Сылтырап аҡҡан көмөш һыулы Еҙем йылғаһы, ғорур Мағаш тауы үҙе үк моң сығанағы бит! Бына Мағаш тауына менеп йырлағаным бар, тауға бейегерәк күтәрелгән һайын тауыш-моң үҙгәрә, йыр икенсерәк яңғырай.

Үҙен белә-белгәндән олатаһына эйәреп, көйләп-йырлап йөрөп, башланғыс синыфтарҙа уҡығанда инде мәктәп, ауыл сәхнәһенән төшмәгән малай киләсәктә тотош республика кимәлендә танылыу яулаған актер, ҡурайсы, йырсы булып китермен тип уйланымы икән?! Эйе, бөгөн Юлыҡ егете Фәрүәз Урманшин (һүрәттә) һәр кем яратып тыңлаған билдәле йырсы, йыр сәнғәтендәге сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Уның йөрәктәргә үтеп инерлек йөкмәткеле йырҙарында мөхәббәт тә, һағыш та, үткәндәрҙе юҡһыныу ҙа, бөгөнгөгә ҡыуаныс та, бәхет тә бар. Уның башҡарыуындағы һәр йыр күңел ҡылдарын тирбәтеп, күҙҙәргә йәш тултырырға һәләтле. Фәрүәз Урманшин ошо көндәрҙә “Ҡайттым тыуған яҡтарыма” тигән концерт программаһы менән ауылдарҙа сығыш яһай. Сираттағы концерт алдынан беҙгә уның менән осрашып һөйләшеү насип булды.
Фәрүәз, йыр-моңға шундай һәләт ҡайҙан килә?
- Иң тәүҙә нәҫелебеҙҙән киләлер, тип уйлайым. Олатайым Килмөхәмәт, уның атаһы Әҙелмөхәмәт бик оҫта йырсы булған. Оҙон көйҙәрҙе, халыҡ йырҙарын үҙҙәренә генә хас моң, тауыш менән йырлаған улар. Әсәйем яғынан да олатайҙарым йыр-моңға битараф булмаған. Әсәйем дә бик матур йырлай. Ғөмүмән, нәҫелебеҙҙә йырламаған, моңһоҙ кеше юҡ. Атайымдың атаһы Килмөхәмәт олатайым бик оҫта актер ҙа булған, йәшерәк сағында ауылдың үҙешмәкәр артистары әҙерләгән бер генә спектакль дә унһыҙ үтмәгән, ғаиләле булғас та сәхнәнән айырыла алмай йонсоған. Бер саҡ шулай ауыл артистары “Ғәлиәбаныу”ҙы әҙерләгән. Олатайым - Хәлил ролендә. “Ғәлиәбаныу” менән “Хәлил” бер-береһенә ҡарашып йырлай ғына башлаған бер мәлдә залда ултырған Шәмсениса өләсәйем түҙмәгән, һикереп тороп аяғындағы галушын сисеп, тегеләргә бәргән дә, туҙынып ҡайтып киткән. Үҙенсә көнләшеүе булғандыр инде. Шул күренеште күҙ алдына килтерәм дә, залдағылар сәхнәлә барған ваҡиғаларҙы ысын итеп ҡабул иткәс, актерҙар бик оҫта, тормошсан, ысын итеп уйнағандыр, тигән уйға киләм.
Йыр-моңға һәләт нәҫелдән һәм, әлбиттә, тәбиғәттән. Сылтырап аҡҡан көмөш һыулы Еҙем йылғаһы, ғорур Мағаш тауы үҙе үк моң сығанағы бит! Бына Мағаш тауына менеп йырлағаным бар, тауға бейегерәк күтәрелгән һайын тауыш-моң үҙгәрә, йыр икенсерәк яңғырай.
- Һәләтеңде күреп ҡалып, сәхнәгә тәүләп сығарыусы кем булды? Ғөмүмән, оло ижади юлға йүнәлеш биргән, ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр булдымы?
- Әлбиттә. Беренсе уҡытыусым, мәрхүмә Рима Хөрмәт ҡыҙы Юлыҡова. Сәхнәгә башлап ул мине сығарҙы. Юғарыраҡ синыфтарға еткәс - Нәжибә апай Вахитова. Уның етәкселегендә “Алтын балыҡ” әкиәтен сәхнәләштереп, тәүҙә мәктәптә атай-әсәйҙәребеҙгә, унан тотош ауыл халҡына күрһәткәнебеҙ бөгөнгөләй күҙ алдымда. Математика уҡытыусым Әхмәт ағай Яҡуповтың “һин йырсы булырға тейешһең” тигән һүҙҙәре һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырағандай. 8-се синыфты тамамлағас, ике туған ағайым Әхәт Урманшин етәкләп Өфөгә килтерҙе. Үҙе сәнғ
- Халыҡ һине күптән яратып, үҙ итеп ҡабул итә. Үҙеңде сәхнә йондоҙо, ғөмүмән, “йондоҙ” тип хис итәһеңме?
- Иң яратмаған һорау. Үҙемде бер ниндәй ҙә йондоҙ тип иҫәпләмәйем. Тамашасыларым һөйөүен, ихтирамын яулағанмын икән, тимәк, мин сәнғәт донъяһында ниндәйҙер бер кимәлгә күтәрелгәнмен, нимәгәлер ирешкәнмен. Ә инде “йондоҙ” булыу өсөн күтәрелергә лә күтәрелергә әле. Хәйер, мин үҙ алдыма “йондоҙ” булыу маҡсатын ҡуймайым. Тыңлаусыларым минең йырҙарымды яратып тыңлай, ихлас ҡабул итә икән, был үҙе оло ҡыуаныс, уңыш бит.
- Беҙҙә ярайһы ғына танылған артистар Татарстан яҡтарын яуларға тырыша. Һиндә ундай теләк булғаны юҡмы? Саҡырмайҙармы?
- Саҡырҙылар, саҡыралар. Бер концерттан һуң “тәбиғәттән бирелгән бындай бәрхәт тауыш бик һирәк осрай, уны үҫтерергә кәрәк, әйҙәгеҙ беҙгә”, тип тәҡдим иттеләр. Мин, әлбиттә, баш тарттым. Мин бит татар түгел, башҡорт. Башҡортостанда тыуҙым, үҫтем, ошонда кеше булдым. Ҡайҙалыр китеү үҙемә үк хыянат итеү булыр ине.
- Фәрүәз, һин йырсы ғына түгел, драма артисы ла. Театр сәхнәһе һағындырмаймы?
- Театрға һөйөү ҙә ҡанда барҙыр, тигәйнем бит. Театрҙы яратам, спектаклдәргә йөрөйөм. Училищела уҡығанда ла, институттан һуң “Ватан” фольклор-эстрада төркөмөндә эшләгәндә лә ауылдашым, билдәле актер Илфат Йомағолов гелән театрға саҡыра ине. Күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша инем, бәләкәйерәк роль дә булғыланы, шикелле. Сибай филармонияһында бер аҙ эшләгәс, театрға саҡырҙылар. Унда, әлбиттә, байтаҡ ролдәр өҫтөндә эшләнем, яңы образдар “тыуҙырҙым”. Бөгөн иһә Башҡортостан теле-радиокомпанияһының “Юлдаш” каналында диктор булып эшләйем, әммә бер генә спектаклде лә ҡалдырғаным юҡ тиһәм дә була. Рәхәтләнеп ҡарайым, үҙемде теге йәки был актер урынына ҡуйып, эх, бынау ерен саҡ ҡына ошолайтырға кәрәк ине тип түҙмәй ултырған, күңел күтәрелеп киткән саҡтар була. Шулай ҙа театрға китеү хаҡында уй кергәне юҡ әлегә.
- Тыуған яҡҡа концерт менән ҡайтыу ниндәй кисерештәр уята?
- Үҙемә күрә ниндәйҙер етди һынау, яҡташтарым алдында үтелгән йылдар өсөн отчет тип ҡабул итәм мин был концертты. Концерт алдынан бик тулҡынланам, яҡташтарым нисек ҡабул итер, риза булырмы, тип борсолам. Сәхнәгә сығыу менән залға йыйылған тамашасыларҙың ниндәй кәйеф менән килеүен, йырымды кемдең нисек ҡабул итеүен тоям. Көслө алҡыштар ғына түгел, уларҙың алсаҡ йөҙө, ихласлығы үҙемдә ышаныс уята, көс бирә. Бының өсөн бөтә тамашасыларыма-яҡташтарыма рәхмәтлемен.
Әлеге концерт программаһын үҙемдең ағай-энеләрем менән бергә әҙерләнек. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләп йөрөгән Фәнил Кинйәғолов - ике туған ағайым. Уның ағаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат районы Хакимиәтендә ауыл биләмәләре һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Рәмиз Урманшинды ла республикала һәләтле йырсы тип беләләр. Улым Азамат менән район сәхнәһендә бергәләп сығыш яһағаным бар инде. Шулай уҡ Фәнилдең улы Ильяс Кинйәғолов һәм кәләше Зилара Бикбова ла беҙҙең менән бергә сығыш яһай. Бейеүсе Илшат Хәбибуллиндың да тамырҙары Юлыҡҡа, беҙҙең олатай-өләсәйҙәргә килеп тоташа. Концертыбыҙҙы икенсе төрлө “Әҙелмөхәмәттең ейәндәре саҡыра” тип атарға ла булыр ине.
- Әйткәндәй, концертта Әҙелмөхәмәт, Килмөхәмәт бабайҙарҙың яратҡан йыры ла яңғырай түгелме?
- Эйе, Фәнил менән икәүләп башҡарған мәжлес йырын Килмөхәмәт олатайым да йырлай торғайны. Тик ул икенсерәк итеп, халыҡсаныраҡ итеп йырлай ине.
- Бурлыла үткән концертта, мәҫәлән, халыҡ тап ошо йырҙы әҫәрләнеп, тын ҡалып тыңланы, яратып ҡабул итте. “Фанера” түгел, ә тере тауыш менән йырлауығыҙ менән дә тамашасылар һөйөүен яуланығыҙ бит.
- Быныһы инде тамашасы хөкөмөндә
-Артистарҙың тормошо күҙ алдында булһа ла, ул үтә серле. Тамашасылар яратҡан артистарының шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһыныуҙан туҡтамай.
- Шулай. Улым хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Өфө ҡалаһындағы 20-се башҡорт гимназияһының 8-се синыфында уҡып йөрөй. Бәләкәйерәк саҡта, үҫкәс йырсы, бәлки актер булырмын тип хыяллана ине, әле адвокат йәки юрист булырмын, моғайын, ти башланы. Ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла итәғәтле, бәхетле кеше булһын, тип теләйем. Ғаиләлемен. Кәләшем Гөлназ, Өфөлә тыуып үҫһә лә, тамырҙары Күгәрсен яғында. Һөнәре буйынса сәнғәт кешеһе түгел, шулай ҙа сәнғәтте аңлай. Минең өсөн ышаныслы терәк-таяныс.
- Фәрүәз, ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Балҡыштарың, уңыштарың алда булһын.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.
4 апрель,  2011 йыл. 
Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин тыуған көнөн билдәләй!
Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин тыуған көнөн билдәләй!
Автор:
Читайте нас: