+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2022, 15:00

“Әхирәттәр генә түгел, әҡрәбә лә булып сыҡҡанбыҙ...”

Арабыҙҙан йәшләй киткән талантлы йырсы Сулпан Кейекбирҙина хаҡында әхирәте Миңһылыу Сәлимгәрәева:  

“Әхирәттәр генә түгел, әҡрәбә лә булып сыҡҡанбыҙ...”
Сулпан менән нисәнсе йылда танышыуыбыҙҙы аныҡ ҡына әйтә алмайым. Уның тормош иптәше Юламан ‒ минең ауылдашым. Шул арҡылы танышып, Өфөлә тап булышып, аралашып киттек. Бер ҡайтҡанымда әсәйемә: ”Юламанды осраттым әле, ҡатыны Сулпан менән таныштым”, – тип хәбәр һалдым. Әсәйем: “Сулпан бит ул беҙгә әҡрәбә килеп сыға, ҡыҙым. Өләсәйең яғынан туған ул”, – тине. Ысынлап та, беҙҙең ҡарт-ҡартолатайҙарыбыҙ Айса менән Муса бер туғандар икән. Беҙ Сулпан менән дүртенсеме-бишенсеме быуын вәкилдәре. Был хаҡта белгәс, әхирәттәр генә түгел, апалы-һеңлелебеҙ ҙә икән тип мин дә, Сулпан да бик ҡыуандыҡ. Байтаҡ ваҡыт ғаилә дуҫтары булып аралашып йәшәнек. Үҙебеҙҙең дә, балаларҙың да тыуған көндәрен, төрлө байрамдарҙы бергә үткәрер инек. Сулпан тик позитив яҡтан ғына иҫтә ҡалды. Минең кәйефем төшөүен күрһә, ыңғай эмоциялары менән бүлешеп, күңелемде күтәреп ебәрергә тырышыр ине. Ә уның үҙенең бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән сағын күргәнем булманы.
Балаларына ул мөккибән бирелгән әсәй ине. “Улыҡайҙарым”, тип кенә йәшәне. Өлкән улы Әхсән менән минең ҡыҙым бер йәштәрәк. Әхсән туҡһан етенсе йылдың ноябрендә тыуһа, ҡыҙым иһә туҡһан һигеҙҙең февралендә донъяға килде. Ул осорҙа балалар ҙа бер-береһе менән аралашты. Берәй байрамға тип йыйылһаҡ, Әхсән ҡурайҙа уйнай, ҡыҙым Сулпандың сәхнә кейемдәрен кейеп бейей ине. Иҫ киткес күңелле мәлдәр булған икән шул.
Ғаиләләребеҙ менән тәбиғәттә ял иткән саҡтарыбыҙ ҙа булды. Бергәләшеп концерт-тамашаларға ла йөрөй инек. Әсәйем Өфөгә килһә, Сулпан беҙҙе сәйгә саҡырып алыр ине. Әсәйем мәрхүмә лә матур йырлай торғайны, уның йырлағанын тыңларға яратты. Беҙгә үҙенең эше, башҡорт халыҡ йырҙары, уларҙың тарихы хаҡында һөйләр ине. Башҡа берәйһе халыҡ ижады өлгөләре хаҡында һүҙ йөрөтһә, уны йотлоғоп тыңланы.
Тәүҙә ғаиләләребеҙ менән йыш аралаштыҡ. Һуңынан Сулпан бер-бер артлы ике малай тапты, мәшәҡәттәре артты. Мине лә донъя баҫты, өлкән балалар мәктәптә уҡый башланы. Осрашып-күрешеүҙәр ҙә һирәгәйә төштө. Күбеһенсә телефондан аралаша инек. 2014 йылда, үкенескә күрә, тормош иптәшем мәрхүм булып ҡалды. Шунда, көҙгөһөнмө-ҡасандыр, ул минең яныма килде. Һөйләшеп ултырҙыҡ. “Миңһылыу апай, эшкә сығам, шул тиклем пландарым күп”, – тине. “Малайың бәләкәйерәк түгелме һуң?” – тинем. “Юҡ, алдыма ҡуйған ниәттәрем күп, апай, “сольный” концертымды әҙерләргә кәрәк, уның өҫтөндә эш башлағанмын инде”, – тине. Ысынлап та, декрет ялынан сығып, ярты ғына йыл эшләү дәүерендә лә байтаҡ йырҙар яҙҙырған, хатта фильмда төшөргә лә өлгөрҙө шул.
Эйе... Фажиғәле үлем менән китте. Бик күп хәбәрҙәр йөрөнө. Барыһын да Хоҙай үҙе генә белә. Беҙ хөкөмдар түгел... Балаларын йәндәй күргән әсәй, уңған хужабикә, ышаныслы дуҫ, асыҡ күңелле матур ҡатын-ҡыҙ, илһамлы, моңло йырсы булып хәтеремдә ҡалды Сулпан... Ярай әле, яҙмыш мине шундай матур кеше менән осраштырған. Етмәһә, әсәйем әйтмешләй, әҡрәбә лә булып сыҡҡанбыҙ.
Шуныһы үкенес, әлбиттә, малайҙар бик иртә әсәйһеҙ ҡалды. Өлкәненең хәтерендә уйылып ҡалғандыр ҙа ул, ә бына бәләкәй Тамьяны иҫләйме икән әсәһен?! Уны мин шул тиклем Сулпанға оҡшатам...

Гөлшат Ҡаһарманова яҙып алды 

“Әхирәттәр генә түгел, әҡрәбә лә булып сыҡҡанбыҙ...”
“Әхирәттәр генә түгел, әҡрәбә лә булып сыҡҡанбыҙ...”
Автор:
Читайте нас: