+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май , 17:10

Боронғо биҙәүестә – йыл иҫәбе

Элекке замандарҙа башҡорт халҡының тормошонда һәр эштең, сараның һәм ваҡиғаның үҙ мөҙҙәте булған. Ата-бабаларыбыҙ ваҡыт һанап йәшәгән.  Башҡорт ғаиләһендә тормош тәртибе менән ҡатын-ҡыҙ идара иткән, һәммәһендә календарь булған. Календарҙы биҙәүес яһап, түшкә тағып йөрөгәндәр. Ҡанбабаларыбыҙ ҡасан үҙ календарын булдырған икән һуң?

«Урал батыр» эпосы башында Йәнбикә менән Йәнбирҙенең дүрт яғын диңгеҙ уратҡан ергә үҙҙәренең ҡайҙан, ниндәй ваҡытта килеп йәшәй башлауын онотоуы, ауырыу-һыҙлау күрмәйенсә, үлем барын белмәйенсә ғүмер итеүе тасуирлана. Эпос аҙағында иһә Уралдың үлеменән һуң уның ҡатыны Һомай Урал гүре – данлы тауға бер килгән, ти, киткән, ти, тип бәйән ителә һәм Урал тауҙарына үҙ артынан эркелтеп ҡош-ҡорт, йәнлек эйәртеп алып килеп, тормош ҡото биреүе һүрәтләнә: «Һомайға эйәреп Уралда ҡош-ҡорт, йәнлек тулған, ти. Ҡатил тоҡомо үгеҙе үҙе башлап эйәртеп… бар тоҡомон йыйған, ти, ул да Уралға килгән, ти… Аҡбуҙат та, ил гиҙеп, йылҡы тоҡомон йыйып… барын алып килгән, ти. Шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар килеү көнө кешегә ай, йыл һанап белеүгә исем булып киткән, ти».

Шулай итеп, йыл әйләнәһе алты ай йәйгә, алты ай ҡышҡа бүленгән була. Өләсәйем дә йыл һайын бер үк ваҡыттарҙа: «Йәйге селләгә сыҡтыҡ… Ҡышҡы селләгә сыҡтыҡ…» – тип әйтә торғайны. Ул: «Борон яңы йылға бер аҙна алдан әҙерләнә башлағандар», – тип һөйләй ине. Йыл 360 көндән торған, быға инмәгән 5-6 көнө Яңы йыл туйына әҙерлек көндәре һаналған. Йылдың беренсе айында тәүге байрам – Ҡарға туйы, унан Һәүбән туйы үткәрелә, йәйләүгә сығыу ваҡыты, йәйләүҙән ҡайтыу мәле – бына шулай көндәр, айҙар, йылдар һанап, ғүмер уҙа.
Башҡорт ғаиләһендә тормош тәртибе менән ҡатын-ҡыҙ идара иткән, һәммәһендә календарь булған. Календарҙы биҙәүес яһап, түшкә тағып йөрөгәндәр. Биҙәүестәге алты япраҡлы биш сулпы айҙың 30 көнөн аңлатҡан. Ситтәге – уң һәм һул яҡтағы сулпылар йәйҙең алты, ҡыштың алты айын, ә улар беркетелгән ике көмбәҙ йәй менән ҡышты сағылдырған. Көмбәҙҙәр күлдәктең яғаһына тегелгән һәм бер-береһенә ҡаптырғыс менән эләктереп ҡуйылған.
Беҙҙең өләсәйҙәр XX быуатта ла «календарь» тағыуын дауам итә. XX быуат уртаһына инде биҙәүестәрҙе тамам юғалталар. Коллектив­лаштырыу башланғас, 1931 йылда көмөш әйберҙәр тракторҙар етештереүгә түләү өсөн тартып алына. Ҡалған көмөш биҙәүестәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!» өндәүе аҫтында Оборона фондына йыйыла.
Өләсәйҙәр менән күпме ҡиммәтле мәғлүмәт тарих төпкөлөнә китеүен иҫкә төшөрһәм, йөрәгем һыҙыла. Ләкин, фажиғәле тарихи ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, улар быуаттар аша боронғо ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән. Дәүләт тарих музейының археология ҡомартҡылары фондында башҡорт традицияларында эшләнгән биҙәүес-календарҙың бер өлөшө бар. Әйтеүҙәренсә, сулпыға 1000 йыл. Биҙәүес-календарь таҡҡан башҡорт ҡатындарын 1870 йылдарҙа Ырымбур губернаһында Австриянан килгән фотограф Карл Фишер төшөрөп алған. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнология һәм археология институты музейында асыҡ күргәҙмәлә башҡорт биҙәүес-календары һаҡлана. Бындай биҙәүестәрҙең сулпылары, өлөштәре булһа ла, бөгөн дә күп башҡорт ғаиләләрендә барҙыр. Был ҡомартҡылар ҡалмаған ғаиләләрҙә лә улар хаҡында ҡәҙерле иҫтәлек йәшәй, тип уйлайым.

 

Дилә БИКҠУЛ.

 

Боронғо биҙәүестә – йыл иҫәбе
Боронғо биҙәүестә – йыл иҫәбе
Автор:
Читайте нас в