-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2022, 14:00

"Ғаилә оркестр!" тиҙәр был ғаилә тураһында

Атайым, әсәйем, һәм беҙ барыбыҙ ҙа музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ, йырлайбыҙ. Йыр-моң ағылып торған өйөбөҙҙә һәр саҡ кеше күп булыр ине: туғандар, ата-әсәйемдең таныштары, һабаҡташтары, дуҫтары - барыһына ла асыҡ йөҙ, хөрмәт күрһәттек. Ғаилә түгел, оркестр йәки ансамбль, тиҙәр ине беҙҙең ғаилә тураһында.Бихисап йырҙар авторы, һәүәҫкәр композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Юлай Хәким улы Моратов тураһында иҫтәлектәр менән уның йырға–моңға бай балаларының береһе, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисткаһы Сәлимә Юлдашбаева бүлешә.

"Ғаилә оркестр!" тиҙәр был ғаилә тураһында

Атайым, әсәйем, һәм беҙ барыбыҙ ҙа музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ, йырлайбыҙ. Йыр-моң ағылып торған өйөбөҙҙә һәр саҡ кеше күп булыр ине: туғандар, ата-әсәйемдең таныштары, һабаҡташтары, дуҫтары - барыһына ла асыҡ йөҙ, хөрмәт күрһәттек. Ғаилә түгел, оркестр йәки ансамбль, тиҙәр ине беҙҙең ғаилә тураһында.
Бихисап йырҙар авторы, һәүәҫкәр композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы Юлай Хәким улы Моратов тураһында иҫтәлектәр менән уның йырға–моңға бай балаларының береһе, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисткаһы Сәлимә Юлдашбаева бүлешә.

– Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек, бер-береңде аңлау һәм ышаныс икәнен атай менән әсәй өлгөһөндә тойоп үҫтек. Ҙур һәм татыу ғаиләлә берҙәмлек, тырышлыҡ тип аталған төшөнсәләрҙе бишектән үк һеңдереп үҫтергәндәре өсөн атай-әсәйебеҙгә беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Әсәйем - Айһылыу Солтан ҡыҙы Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан, атайым - Юлай Хәким улы - Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылынан. Сибай педагогия училищеһында уҡып йөрөгәндә ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты тоҡанып китә. Атайым икенсе курс, әсәйем беренсе курс студенты ғына булғанда яратышып, йәш кенә көйө донъя ҡоралар. Беҙ – улар ҡорған татыу ғаиләләге 10 бала, Сибайҙа тыуып үҫтек. Атай менән әсәй бөтә балалары ла музыкаль белем алһын өсөн тырышты һәм шуға иреште. Өсөнсө класта уҡығанда әсәйем беҙҙе сәнғәт мәктәбенә бирҙе. Ул ваҡытта  Сибайҙың ситендәрәк йәшәй инек, һәм, автобус менән мәктәпкә йөрөй инек. Был бик күп ҡаршылыҡтар, мәшәҡәттәр тыуҙыра ине, әммә атай-әсәй бер-нимәгә ҡарамай беҙҙе музыка мәктәбенә йөрөттө. Тиҙҙән, беҙҙең киләсәкте ҡайғыртып, улар ғаиләбеҙҙе Сибайҙың үҙәгенә күсереп алып килделәр. Сибайҙағы сәнғәт мәктәбен тамамлағас, 9 кластан һуң, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килдем. Мин һәм игеҙәгем Кәрим училищеға, ә Салауат ҡустым Сәнғәт академияһы ҡарамағындағы Өфө сәнғәт мәктәбенә уҡырға килде. 4 йыл уҡығандан һуң мин хор дирижеры бүлеген, Кәрим баян бүлеген тамамланыҡ һәм Сәнғәт академияһына уҡырға индек. Унда 5 йыл уҡып, юғары музыкаль белемгә эйә булдыҡ. Кәрим Юлай улы Моратов әлеге мәлдә 7-се музыка мәктәбендә баяндан уҡыта. Фәйзи Ғәскәровтың балалар студияһында аккомпаниатор булып та эшләй. Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжында ла аккомпаниатор-концертмейстер вазифаһын башҡара.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, Ринат ағайым филармонияла капеллала, Салауат ҡустым Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамблендә баянда уйнай. Мансур ағайым Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында эшләй. Азат ағайым да оҙаҡ йылдар шунда эшләп, икенсе эшкә күсте. Әмир ағайым баян буйынса мәктәптә уҡытты ла, хәҙер икенсе йүнәлеш буйынса эшләй. Зөлфиә һылыуым балалар баҡсаһында кескәйҙәргә музыка дәрестәре алып бара.
Әлеге мәлдә бөтәбеҙ ҙә сәхнә тормошо менән, йыр-моң донъяһында йәшәйбеҙ тип әйтеп булмай, тормош төрлө һуҡмаҡтар һалырға, башҡа өлкәләрҙә лә үҙебеҙҙе һынап ҡарарға саҡырҙы. Әммә шуныһы шарт – беҙ бөтәбеҙ ҙә музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ. Мин фортопьянола өйрәндем. Ҡустыларым һәм ағайҙарым һәр төрлө музыка ҡоралдарында, бигерәк тә баянда виртуоз уйнайҙар.
Мин бик иртә йырлай башланым. Иң беренсе ҙур сәхнәгә беҙ Кәрим игеҙәгем менән, “Сулпылар” бәйгеһендә сыҡтыҡ. Был хәл 1993 йылда булды, ул ваҡытта беҙгә 6 йәш ине. Атайҙың “Аҡ шишмә” йырын йырланыҡ. Ул бәйгегә Әмир ағайым да барҙы, ул атайымдың “Тыуған яҡ” йырын йырланы. Атайым ғөмүмән матур тауышлы балаларҙы ишетеп, табып, йырлатып, эфирға, ҙур сәхнәгә сығарыу өҫтөндә күп эшләй ине. Гөлсөм Бикбулатова уның йырҙарын йырлап, билдәлелек яуланы. Атайыма ул һәр саҡ ҙур рәхмәттәрен әйтеп, еткереп торор ине.
Атайым - билдәле композитор - Юлай Хәким улы Моратов тураһында бик оҙаҡ һөйләргә-лә һәйләргә булыр ине. Ысын-ысындан етмеш төрлө һөнәргә эйә кеше булды. Сибай педагогия училищеһында уҡып, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен алып сыға. Камиллашыуҙан арымаған ир-егет булараҡ, белем даирәһен арттырып, Стәрлетамаҡ педагогия институтын , Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын, ситтән тороп уҡып Мәскәү дәүләт сәнғәт университетын тамамлай. Һөнәре буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булһа ла, күп төрлө һөнәрҙәр белгәнлектән, һәм уларҙы балаларға өйрәтеү теләге көслө булғанлыҡтан, ул крайҙы өйрәнеү һәм туризм, фотоға төшөрөү түңәрәктәре лә ойоштора. Уҡыусылары менән саңғыла, велосипедта сәйәхәттәр ойоштора. Атайым башҡорт һәм рустелдәрен яҡшы белеүҙән тыш, инглиз телен дә бик ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Һүҙ байлығы, тел оҫталығы мул кеше булараҡ ул республика һәм район гәзиттәрендә донъя күргән бихисап мәҡәләләр авторы булып тора. Тәрбиәүи темаға күп яҙыша. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Йөрәгенән моңо ташып түгелеп торған һәүәҫкәр композитор Сибай мәктәп-интернатында Сибай педагогия колледжының баян һәм музыка класында уҡытыусы була. Синтезаторҙа тәүгеләрҙән булып уйнарға өйрәнә һәм өйрәтә. Тыуған яғына, халҡына, яҡындарына мөхәббәте уны ике йөҙҙән ашыу йыр авторы итә. Йырҙарын Айҙар Ғәлимов, Азамат Тимеров, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Фәнис Сирбаев, Гөлсөм Бикбулатова башҡара. Сибай «Сулпан» балалар драма театрында ҡуйылған З. Фәйзуллинаның «Шалтай мажаралары», В. Н. Афониндың «Һәпрүш», Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ ҡалфаҡ» спектаклдәренә көй яҙа.
Атайымдың йырҙары онотолмай. Ижадын хөрмәт итеүселәр уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап, Сибай ҡалаһы хакимиәте мәҙәниәт бүлеге менән берлектә үҙешмәкәр композиторҙар конкурсы ойоштора.
Әсәйем Айһылыу Солтан ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды. Атайым менән әсәйем, беҙҙе -10 баланы тәрбиәләп үҫтереп, бөтәбеҙгә лә яҡшы тәрбиә, күңел йылһы, белем бирҙеләр. Улар хәҙер яҡты донъяла юҡ инде, башта әсәйем, унан атайым менән хушлаштыҡ. Әсәйемдең тыуған көнөндә атайым да ысын донъяларға күсте, күктәрҙә ҡауышып ҡыуанышҡандарҙыр...
Бәләкәйҙән белемгә ынтылыш, эшһөйәрлек, тырышлыҡ, үҙаллылыҡ тәрбиәләгәнгәме, ата-әсә йортонан шаулы ҡала тормошона сумған балалары беребеҙ ҙә, бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалманыҡ, тырышып-тырмашып белем үрҙәрен яуланыҡ, хәҙер һәр беребеҙ – үҙ урыныбыҙҙа кәрәкле белгес, яҡшы хеҙмәткәр.
Мин үҙем 4-се курста Сәнғәт училищеһында уҡығанда опера һәм балет театрына эшкә урынлаштым. Ләкин минең уҡытыусым миңә шундай талап ҡуйҙы: йә һин яҡшы билдәләре менән училищены тамамлайһың, йә уҡымай ғына эшләйһең, тигәс, мин эштән киткем килмәһә лә, эште ҡалдырып торорға тура килде. Әммә барыбер ҙә, сәнғәт академияһында уҡый башлағас, яңынан урынлаштым. Һәм 8 йылға яҡын унда эшләнем. 4-се курста уҡып йөрөгәндә, ике ҡуяндың ҡойроғон бергә тотоп, “Мираҫ” ансамбленә эшкә төштөм. Унан инде, кейәүгә сығып, бер-бер артлы балалар тыуа башлағас, ике эштә лә ваҡыт еткерә алмай башланым, опера театрын ҡалдырырға тура килде.
Тормош иптәшем – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, сағыу, матур образдар тыуҙырыусы Салауат Юлдашбаев. Уның менән бик ҡыҙыҡ шарттарҙа, дөйөм ятаҡта таныштыҡ. Минең менән бергә йәшәгән дуҫ ҡыҙ бер актер егет менән дуҫлашып йөрөйҙәр ине. Был пар миңә: бер матур ғына Салауат исемле егет бар, әйҙә беҙ таныштырайыҡ әле һеҙҙе, тип үтенә башланылар. Ә Салауат, ауылда мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ әле, клубта дискотекала йөрөгәндә МС Баштың йырын яратып тыңлай, ( Заһит Ҡунафиндың йыры “Ҡалдырма мине” тигән йыр) һәм -Эх, бынауы ҡыҙ бигерәк матур йырлай, осрашып, үҙ күҙҙәрең менән күрһәң ине! – тиеп уйлап йөрөгән булған. Ул ваҡиға әлбиттә, яйлап, онотола. Ә инде студент тормошо менән йәшәй башлағас, дуҫ егетенә иптәшкә ҡыҙҙар бүлмәһенә килеп ултырған саҡта, ишекте шар асып йылмайып килеп ингән ҡыҙға бер ҡарауҙан ғашиҡ була. Уның теге бала-саҡ хыялындағы ҡыҙ икәнен һуңынан ғына төшөнә Салауат Юлдашбаев. Һөйләшеп ултырған саҡта Сәлимәне ул үҙенең итәғәтлелеге менән, бик ныҡ тәрбиәле, илтифатлы булыуы менән әсир итә. Был егет бик яҡшы атай, ышаныслы ғаилә башлығы булыр, тигән уй йөрәгем төбөндә мөхәббәт осҡоно булып ҡабынды. Яңылышманым, Әлхәмдулилләһи! Сәнғәт академияһының 5-се курсында уҡығанда ғаилә ҡороп ебәрҙек. Салауаттың тыуып-үҫкән ғаиләһе лә музыкаль һәм барыһы ла бик талантлы. Ейәнсура районының хөрмәтле кешеләре улар.Ҡәйнәм – шәфҡәт туташы, оҫта итеп бейей, гармун моңона ғашиҡ. Ҡайным –эске эштәр органдарында эшләй, шул тиклем матур йырлай. Уны тыңлаған һайын, ниңә йырсы булманы икән, тигән үкенес бер уй ярала. Ғаиләбеҙҙә 3 бала тәрбиәләп үҫтерәбеҙ. Ҙур ҡыҙыбыҙ Самира заманса бейеүҙәр менән шөғөлләнә. Улдарыбыҙ Тамерлан һәм Арслан да матур йырлай. Туғандарымдың күп булыуы, бер-беребеҙ өсөн йән атып тороуыбыҙ, гастролдәргә сығып киткән саҡта бик ныҡ ярҙам итә. Балаларыбыҙ ҡараулы, кемгә ҡалдырып китергә тип көйәләнергә урын юҡ. Бер-беребеҙгә ҡулдан килгәнсә таяныс булып йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ ҙа ҡартатай-ҡәртәсәй, атай-әсәй өлгөһөнә эйәреп, улар кеүек булырға ынтылып, холҡо-фиғеле менән уларға оҡшап, йыр-моң яратып үҫәләр.
Һөйләшеүҙе Юлай Хәким улы Моратовтың Гөлнур Ҡыуатова һүҙҙәренә яҙылған “Йәшәйек бергә” тип аталған йырының һүҙҙәре менән тамамлау урынлы булыр:

Хәсрәт өтһә күңелеңде,

Һәм ҡаплаһа йәш күҙеңде,

Туғандарың һәр саҡ таяныс.

Ғүмерҙәр ҙә йырлап уҙыр,

Бәхеттәр ҙә тулы булыр

Икеләтә артыр ҡыуаныс...


Миләүшә Ҡыҙрасова.
"Ғаилә оркестр!" тиҙәр был ғаилә тураһында
"Ғаилә оркестр!" тиҙәр был ғаилә тураһында
Автор:
Читайте нас: