+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2022, 11:46

Бөгөн - РАДИО көнө

Был яуаплы мөхиттә ижад итеүсе барлыҡ һөнәри дуҫтарҙы ла ҡотлайбыҙ! Байрам уңайынан, ошо өлкәгә фиҙакәр хеҙмәт иткән, тыңлаусыларҙың һөйөүен яулаған радиожурналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолова тураһында журналыбыҙҙың яңы номерында баҫыласаҡ ҡыҙыҡлы яҙманан өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Коллегаларабыҙ журналистикаға илткән юлдары, был өлкәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙең ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге, ғөмүмән, радионың улар тормошонда тотҡан роле хаҡындағы һорауҙарыбыҙға ихлас яуап бирҙе.- Әнисә Муса ҡыҙы, эшегеҙҙе шул тиклем яратып башҡарғанығыҙ йөҙөгөҙҙә лә, телегеҙҙә лә, алып барған тапшырыуҙарығыҙҙа ла ярылып ята. Шулай ҙа, “Ә эшегеҙ нимәһе менән оҡшай Һеҙгә?”- тип һорағы килә.- Эшемде шул тиклем яратам. Иң оҡшағаны- радиолағы ижади-ғилми мөхит! Халҡыбыҙҙың ынйы бөртөгөндәй матур кешеләрен, танылған әҙиптәрҙе, ғалимдарҙы эфирға сығарам. Электән ҡанға һеңгән, яратҡан өлкәлә йөҙөп йөрөп эшләргә мөмкинлек бар! «Көтмәгәндә-уйлама¬ғанда», «Китап донъяһы», «Әҙип әҫәрен уҡый» тигән проекттарыма ла, ағымдағы «Ижади портрет», «Беҙҙең донъя» тапшырыуҙарына ла төрлө өлкәләге фән әһелдәрен һәм нәфис ижадта теше сыҡҡандарҙы саҡырам. Әлбиттә, йәш ижадсыларға ла ҡанат ҡуябыҙ.«Йәшәү йәме»ндә ябай хеҙмәт кешеләрен дә яҡтыртам.-Эш барышында төрлө мажаралы хәлдәр булғаны бармы?- Фани донья мажаралары менән ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде ул!

Фәимә Мәжитова менән тура эфирҙа Яңы йыл марафоны алып барабыҙ. Тел, әҙәбиәткә бер сәғәтлек йомғаҡ яһайбыҙ. Үҙ-ара ым-ишара менән аңлашабыҙ. Бер талай һүҙ-байҡауҙан һуң дәртле генә йыр ҡуйҙыҡ. Ул барғанда микрофоныбыҙҙы һүндерҙек, имеш, икәү-ара һөйләшһәң дә ярай… Баҡтиһәң, тейешле кнопкаға баҫырға онотҡанбыҙ. Йыр менән ҡуша беҙҙең диалог китә башлаған! Артабанғы программа тураһында, әлбиттә. Ҡаршыла быяла тәҙрә. Тауыш режиссеры (Эльвира Атйетәрова) ҡалҡан һымаҡ ҡалҡты! Уны һуҡыр күҙ менән дә күрерһең! Өнһөҙ тыя хеҙмәттәшебеҙ, кнопкаға күрһәтә… Беҙҙе тиҙ туҡтатты. Шунан бирле, «Юлдаш»та тапшырыу алып бараммы, «Ашҡаҙар»ҙамы, «ҡырын күҙем» – быяла тәҙрәлә: тауыш режиссерҙары тынысмы… Ғүмерлек һабаҡ булды был.

Бөгөн - РАДИО көнө
Бөгөн - РАДИО көнө
Автор:
Читайте нас: