+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2022, 11:27

Милли йәштәр театрында "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы

Бөйөк Еңеү көнөндә билеттарҙы акция буйынса ташлама менән алырға була. 

М. Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрында 6, 7 һәм 9 май көндәрендә "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы була. Ул 22 йәшендә батырлыҡтары менән юғары наградаларға лайыҡ булған осоусы-штурмовик, 2 тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтың ауыр һуғыш юлдарын үтеүе, ғүмерлек мөхәббәтен осратыуы, батырлыҡтары тураһында буласаҡ.

Әйткәндәй, Бөйөк Еңеү көнөндә билеттарҙы акция буйынса ташлама менән алырға була.

Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, авторы - Фәрит Әхмәҙиев. Төп ролде йәш актер Әбйәлил Үтәбаев уйнаясаҡ.

Милли йәштәр театрында "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы
Милли йәштәр театрында "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы
Автор:
Читайте нас: