+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2022, 20:00

Китәһем килеп китмәйем

Ҡапҡа төбөндә машина көтә, ә Резеда юҡ. Мансур эстән генә үҙен әрләне. "Мин дә инде... Ен алшыштырҙымы һине, имеш. Ир башым менән аңларға баш етмәй ҡайһы саҡта. Йыуатһам ни була?"Бына хәҙер машинаны көттөрөп йөрө инде ҡатын эҙләп. Резедаһы әйтмәйенсә, мин шунда барып киләм, тип иҫкәрмәйенсә ярты сәғәткә лә сителеп сыҡмай. Ғүмерҙә булмаған хәл.- Һы.Мансур урам уртаһында тапанып тора бирҙе лә тыштан сигнал ишеткәс, ҡапҡаға ыңғайланы. Тағы бер тапҡыр боролоп асыҡ ҡалған солан ишегенә күҙ һалды. Юҡ, эсендә йәне булһа, оҙатып ҡалыр Резедаһы. Күҙҙәренә ҡарар, сикәләрен һыйпап һөйөр, Мансур уны һығып ҡосаҡлар, ирендәренән үбер. Шулай хушлаша бит улар.

КИТӘҺЕМ КИЛЕП КИТМӘЙЕМ...

Һөйләшелгән такси ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Кейем - һалым, ашамлыҡтар тултырылған көс еткеһеҙ ике сумканы Мансур менән малайҙары багажникка уңайлап урынлаштырҙылар. Унда урын иркен әлегә - күрше ауылдан бер вахтовикты ғына барып алған таксист.
- Һинең сумкалар һәр саҡтағыса беременный, - тип көлөп алды ул.
- Мин ни, ҡәйнә ҡулындағы кейәү генә бит, примак, шуға сумкам да ябыҡ ҡына шул, - тип көрһөнгән булды теге вахтовик, меҫкенгә һалышҡан булып.
- Барыһы ла булыр, беҙ ҙә шулай башланыҡ, - тип уның яурынынан ҡаҡты Мансур һәм эргәһендә уранғылаған бәләкәй ҡыҙын күтәреп һөйҙө лә:
- Бар әле, Шәүрәкәй, әйт әсәйеңә, тиҙерәк сыҡһын. Ҡуҙғалабыҙ бит хәҙер.
- Атай ужы китергә йөрөй, тип әйтәйемме?
- Эйе. Әсәйең үҙе лә белеп тора бит инде, нишләп сыға һалмайҙыр. Бар, йүгер, ҡыҙым.
Ҡатыны һаман сыҡмағас, тағы берәй нәмә әҙерләйҙер, тип уйланы һәм сәғәтенә ымлаған таксисҡа:
-Хәҙер, хәҙер, саҡ ҡына көтәйек инде, - тине Мансур.

- Ярай, етәр, ҡайҙа ул тиклем тултыраһың, ҡышларға бармайым да баһа, бер айға ғына, -тиеүенә ҡарамай, был юлы Резедаһы нышып тултырҙы сумкаларҙы.
- Ас йөрөмә, бысраҡ кейемдә йөрөмә, кемдеке - шуныҡы, тимәһендәр. Резеда ниндәйҙер бер асырғаныу менән йыйнаны Мансурын юлға. Нишләп улай итәлер. Нимәгәлер ҡарыша, тиерһең.
-Телефоны ла не доступенсы... Һы. Был ҡайҙа юҡ булды был, - тип өйөнә йүгергәйне, малайҙары, ҡыҙы ҡаршы сыҡтылар.
- Атай, ә әсәй өйҙә түгел ул, һарай яғында ла юҡ, - тиеште балалары. Аптырауҙары йөҙҙөренә сыҡҡан - атайҙары эшкә киткәндә бергәләшеп оҙатып ҡалалар ине бит гел. Ҡайтҡанын да бергә көтөп алалар.
- Зиләрә инәйеңдәрҙә түгелме икән?- тигәс, өлкән улы шунда йүгерҙе һәм шунда уҡ урап та килде:
- Зиләрә инәйҙәр өйҙә юҡ, ишектәре бикле.
- Һы.
Мансур, ни уйларға белмәй, ыуаланды.
- Ун биш минут ваҡыт бирәм, Мансур, башҡаса көтә алмайым, - тине таксист, телефонынан айырылып. - Тегеләр борсола башланы.
- Ярай, ҡайтып өлгөрмәһә, көтөп тормаҫбыҙ, - тип ризалашты Мансур.
Резеданың был ҡылығын башына һыйҙыра алманы ул.
- Бына һин, әй...
Урам эсенә ингәс, үҙе лә һиҙмәҫтән әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе Мансур. Бындай һыҙғырыуҙы тәрән баҙҙа ултырған кеше лә ишетмәй ҡалмаҫ ине.
Телефондан файҙа юҡ - әллә һүндерелгән, әллә көсө бөткән. Ә Резеданың телефоны бер ҡасан да яуапһыҙ ҡалмай - балаларына, иренә минут һайын кәрәк бит ул.
Эшкә китер көн яҡынлаған һайын, Резедаһының нисектер йомола барғанын тойҙо Мансур. Алсаҡлығы, илгәҙәклеге әллә ҡайҙа булды, иркәләүҙәренә һалҡын ҡалды.
- Ярай инде, көйһөҙләнмә, кәләш, күңелһеҙләнмә, бер ай ғына йөрөйөм бит, тып итеп ҡайтып төшөрмөн, һағынып та өлгөрмәҫһегеҙ, - тигәйне Мансур кисә лә.
- Ғына, түгел, ай бу - йы булмайһың өйҙә, миңә рәхәт, тиһеңме әллә?
Һы. Былай ҡаты һөйләшмәй ул уның Резедаһы, Кәйефе ҡырылһа ла йөҙөнә сығармай.
- Һуң ҡалайтайым? Эшкә бармай ҙа булмай шул. Китәһем килеп китмәйем бит, үҙең дә аңлайһың. Һул яғың менән торҙоңмо әллә һин бөгөн? Ҡыҙым, кил әле, әсәйеңдең кәзәһен ҡыуып ебәрәйек, юғиһә, килеп төкөй ҙә китә.
Һөйләшеүҙе уйынға борорға теләһә лә, ҡатынының йөҙө яҙылмағайны кисә кис.
- Ете йыл...
- Нимә ете йыл?
- Ҡыҙың быйыл уҡырға барҙы, онотмаһаң. Ул тыуған йылда эшкә йөрөй башлағайның.
Шулай уҡ булып киткән икән... Бер килеп, бер китеп, китһәң, ҡайтыр көнөңдө еткерә алмай, ҡайтһаң, ул эшеңде бөтөрә һалайым, быныһына өлгөрәйем, тип йәшәһәң, ваҡыт, ысынлап та елә генә шул. Ана бит, ете йыл тулды, ти Резеда. Мансур иһә һанамай ҙа, белмәй ҙә. Резеда үҙе өсөн дә, балалары өсөн дә көтәлер шул. Балалар ни , баштары яҫтыҡҡа тейһә, төш күрә башлай. Резеда йоҡлай алмайҙыр, төрлөһөн уйлайҙыр. Мансур ҙа, ни тиклем генә арыған булһа ла, йоҡоһоҙ үткәрә ҡайсаҡ төндәрҙе.
Малайҙары ла күңелһеҙләнеп, бойоғоп китә атайҙарын һағынып. Икенсе улы, Данисы, 5 йәш тирәһе булғандыр, төндә илап уянды, саҡ тымыҙҙым, тип һөйләгәне Резеда Мансурға бер ҡайтҡанында.
- Әүрәтә алмай бер булдым. Фәнисең дә әүрәтешкән була балаҡайым. Нимәгә шул тиклем илайһың һуң? - тип һораһам, атайҙы һағындым, ти. Өсәүләп илаштыҡ шул төндә, тип һөйләгәйне.
Бөгөн иртәнсәк үҙенең дә күҙҙәре шешмәкләнеп тора ине Резеданың. Мансурҙан ҡарашын йәшерә, йә башын түбән эйә.
Мансур ни тиергә лә белмәй. Аптыратты был юлы ҡатыны.
- Кем белә һеҙҙе, һеҙ унда буш йөрөмәйһегеҙҙер ҙә әле, - тип һалдырҙы бер көндө. Мансурҙың шар асылған күҙҙәрен күреп, үҙе көлөп ебәрҙе хатта.

Балалар ҙа һиҙә әсәләренең кәйефе юҡлығын, шым ғына йөрөйҙәр, шыбырлап ҡына һөйләшәләр.
- Ярар инде, кәләш, бармайынса булмай бит.
- Бар һуң, бар, китмәһәң кәрәк, мин барма, тимәйем дә баһа.Хатта аръяғына үтеп кит...
Кит әле, нммә һөйләй был бисә! Ауыҙынан ел алғыры нәмәкәй!
- Һин нимә? Ҡыйығың шыла башланымы әллә?
Шунан һөйләшмәнеләр. Ҡапҡа төбөндә машина көтә, ә Резеда юҡ. Мансур эстән генә үҙен әрләне. "Мин дә инде... Ен алшыштырҙымы һине, имеш. Ир башым менән аңларға баш етмәй ҡайһы саҡта. Йыуатһам ни була?"
Бына хәҙер машинаны көттөрөп йөрө инде ҡатын эҙләп. Резедаһы әйтмәйенсә, мин шунда барып киләм, тип иҫкәрмәйенсә ярты сәғәткә лә сителеп сыҡмай. Ғүмерҙә булмаған хәл.
- Һы.
Мансур урам уртаһында тапанып тора бирҙе лә тыштан сигнал ишеткәс, ҡапҡаға ыңғайланы. Тағы бер тапҡыр боролоп асыҡ ҡалған солан ишегенә күҙ һалды. Юҡ, эсендә йәне булһа, оҙатып ҡалыр Резедаһы. Күҙҙәренә ҡарар, сикәләрен һыйпап һөйөр, Мансур уны һығып ҡосаҡлар, ирендәренән үбер. Шулай хушлаша бит улар. "Иҫән йөрө, йәнем, балаларыбыҙ бәхетенә, минең бәхетемә имен - аман эшләп йөрөп ҡайт" тигән теләктәрен бөгөн ишетергә яҙмаҫ микән ни?
Мансур урам эсенә ҡараған ике тәҙрәгә алмаш - тилмәш ҡарап алды ла шаҡ ҡатты. Уларҙың йоҡо бүлмәһенең тәҙрәһе янында Резедаһы баҫып тора! Өйҙә булған Резеда, бер ҡайҙа ла китмәгән! Балалар нисек күрмәгәндер. "Эй, Резеда, Резеда... Бала - саға..." Резедаһы түшенә Мансур теге юлы алып ҡайтҡан бесәй балаһын ҡыҫҡан. Ашханалыры тупһаһында ике көн ултырғайны мыяулап ошо йоҙроҡтай ғына йән эйәһе. Ашарға бирәләр ҙә ул, уға бит йылы кәрәк, йылы һүҙ кәрәк. Сибиряк, тип исем бирҙеләр. Иркә, шаян, кем ултыраһа, ул шуның елкәһендә.
Мансурҙың үҙен күреп ҡалғанды күреп, Резеда юҡ булды. Мансур өйгә ташланды.
Ҡаршы йүгереп сығып килгән Резеда, ишек төбөнә түшәлгән балаҫҡа эләгеп, һөрөнөп китте, тик йығылып өлгөрмәне, мансур уны күтәреп алды һәм күкрәгенә ҡыҫты.
- Китмә! Китмә... Ки-и-тмә. Резеда тыйыла алмай үкһей, һыны ҡатып, һүҙен дә әйтә алмай.
- Китмәйем, китмәйем, тым, бәпесем, илама, йәнем, тым...
Ҡапҡанан шәп -шәп атлап инеп килгән таксист барыһын да аңланы. Кире боролоп сыҡты һәм көс еткеһеҙ ике сумканы багажнигынан сығарып, ергә ҡуйҙы. Шуны ғына көткәндәй, ике малай ике сумканы урам эсенә һөйрәп индерҙе, ҡыҙыҡай ҡапҡаны япты. Ә атай менән әсәйҙең уларҙа эштәре лә юҡ. Ҡосаҡлашып алғандар ҙа...
- Китмә...
- Китмәйем, ҡәҙерлем...
 
Автор: Таңһылыу Вәлиева - Ҡарасурина.
Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан
 
Китәһем килеп китмәйем
Китәһем килеп китмәйем
Автор:
Читайте нас: