+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Апрель 2022, 10:30

Бүләк

Үҙеңде ҡайғыртма, кеше хаҡында уйла, тип тәрбиәләйбеҙ балаларҙы. Был фекер бик үк дөрөҫ түгел. Кеше иң алда үҙе тураһында уйларға тейеш. Сөнки дини һәм фәлсәфәүи китаптар әйтеүенсә, беҙ был донъяға үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе белеү, аңлау, тойоу өсөн килгәнбеҙ. Кеше төрлө тойғолар кисергәндә үҙен дөрөҫ тоторға тырыша, шулай итеп үҙен үҙе яһай. Эйе, төрлө хәлдә, төрлө һыналышта үҙеңде нисек тотаһың, шул – һин ул. Ә нисек тоторға һуң үҙеңде секунд һайын тыуып, үҙгәреп торған ситуацияларҙа? “Ошо хәлдә мөхәббәт, изгелек ярҙам итеү ни эшләр ине?” Һәр ситуацияла ошо һорауға бирелгән яуап – кешенең үҙе ул.

Бүләк

Үҙеңде ҡайғыртма, кеше хаҡында уйла, тип тәрбиәләйбеҙ балаларҙы. Был фекер бик үк дөрөҫ түгел. Кеше иң алда үҙе тураһында уйларға тейеш. Сөнки дини һәм фәлсәфәүи китаптар әйтеүенсә, беҙ был донъяға үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе белеү, аңлау, тойоу өсөн килгәнбеҙ. Кеше төрлө тойғолар кисергәндә үҙен дөрөҫ тоторға тырыша, шулай итеп үҙен үҙе яһай. Эйе, төрлө хәлдә, төрлө һыналышта үҙеңде нисек тотаһың, шул – һин ул.

Ә нисек тоторға һуң үҙеңде секунд һайын тыуып, үҙгәреп торған ситуацияларҙа?

“Ошо хәлдә мөхәббәт, изгелек ярҙам итеү ни эшләр ине?”

Һәр ситуацияла ошо һорауға бирелгән яуап – кешенең үҙе ул.

Кешене уйлама, үҙеңде уйла, йәғни секунд һайын ошо һорауға нисек итеп яуап биреүеңде уйла. Сөнки шул яуап – һин ул. Сөнки һинең менән осрашҡан һәр кеше, һинең шул һорауға ниндәй яуап биререңде белеү өсөн ебәрелгән.

Ҡартатайым әйтә торғайны: “Һиңә һәр осраған кеше Хызыр Ильяс ул. Хызыр Ильяс урамда хәйерсе булып ултыра, һине һынап ултыра, шуға аҡсаңды бер ҡасан да йәлләмә”, - ти ине.

Ә беҙ йыш ҡына: “Хәйерсе араҡы алыу өсөн аҡса йыя”, - тип аҡса бирмәҫкә тырышабыҙ. Әммә!.. Хәйерсене уйлама, үҙеңде уйла. Изгелек итеү өсөн бүләк ителгән мөмкинселектән файҙалан.

Эйе, һәр осрашыу, һәр осраған кеше (дошманмы, дуҫмы – уныһы мөһим түгел) беҙҙең өсөн бүләк ул. “Мин кем?” – тигән һорауға, ”Мин – мөхәббәт, изгелек, ярҙам итеү” – тип яуап биреү мөмкинселеген тыуҙырған бүләк. Оло бүләк. Шул уҡ ваҡытта һин үҙең дә һәр осраған кеше өсөн бүләк. Шуға күрә тормошоңа килеп кергән һәр кешенең ҡайһы яғы менән бүләк икәнлеген,ниндәй бүләк икәнлеген таба бел, аңлай бел, яуап бирә бел. Ни өсөн килә һинең янға һәр кеше? Бел: һине бүләк тип килә. Һәм һиңә бүләк булып килә.

Аллаһы Тәғәләнең оло, бөйөк һүҙе бар: “Мин һеҙҙең янға фәрештәнән башҡа бер кемде лә ебәрмәйем”.

Наил Ғәйетбай

“Тамаша” журналы, 2003 йыл, 2-се һан.

Бүләк
Бүләк
Автор:
Читайте нас: