+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2022, 18:00

Ирада Ҡадырова: "Барыһы ла үҙ мәлендә"

“Барыһы ла үҙ мәлендә” - Мин һәр ваҡыт кеше үҙенә тиң йәрҙе нисек таба икән тип уйлай торғайным. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, курсташтарымды ғына алып ҡарағанда ла, һәр пар бер-береһенә тап-таман. Беҙ ҙә холоҡ һыҙаттарыбыҙ буйынса бер-беребеҙгә оҡшаш. Хәҙер уйлап ҡарайым да, мин ысынлап та тап шундай кешене көткәнмен. Ул бөтә яҡлап та хыялымдағы образға тап килә. Әлбиттә, принц көтмәй инем. Хәләлем эшсән, ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы мөнәсәбәттә, иманлы булһын, мине аңлаһын, яҡындарымды үҙ итһен тип теләнем. Тик уның менән ҡауышыр минуттар көттөрөбөрәк килде. Әммә мин бер ваҡытта ла өмөтһөҙлөккә бирелмәнем. Йәшем уҙып бара тип артыҡ сәбәләнмәнем. Барыһын да тыныс ҡабул иттем. Һәм сабыр ғына көттөм. Йәшермәйем, ҡайһы берҙә, бәлки, мин ғаилә тормошо менән йәшәргә тейеш түгелмендер, был донъяға башҡа миссия менән яралғанмындыр тигән уйҙар ҙа тыуғыланы. Шул уҡ ваҡыта ир ҡатыны һәм әсәй булырға тулыһынса әҙер инем. - Дауамы:

Ирада Ҡадырова

“Барыһы ла үҙ мәлендә”

- Мин һәр ваҡыт кеше үҙенә тиң йәрҙе нисек таба икән тип уйлай торғайным. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, курсташтарымды ғына алып ҡарағанда ла, һәр пар бер-береһенә тап-таман. Беҙ ҙә холоҡ һыҙаттарыбыҙ буйынса бер-беребеҙгә оҡшаш. Хәҙер уйлап ҡарайым да, мин ысынлап та тап шундай кешене көткәнмен. Ул бөтә яҡлап та хыялымдағы образға тап килә. Әлбиттә, принц көтмәй инем. Хәләлем эшсән, ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы мөнәсәбәттә, иманлы булһын, мине аңлаһын, яҡындарымды үҙ итһен тип теләнем. Тик уның менән ҡауышыр минуттар көттөрөбөрәк килде. Әммә мин бер ваҡытта ла өмөтһөҙлөккә бирелмәнем. Йәшем уҙып бара тип артыҡ сәбәләнмәнем. Барыһын да тыныс ҡабул иттем. Һәм сабыр ғына көттөм. Йәшермәйем, ҡайһы берҙә, бәлки, мин ғаилә тормошо менән йәшәргә тейеш түгелмендер, был донъяға башҡа миссия менән яралғанмындыр тигән уйҙар ҙа тыуғыланы. Шул уҡ ваҡыта ир ҡатыны һәм әсәй булырға тулыһынса әҙер инем.

Театрҙағы ролдәрең һине ҡатын-ҡыҙ булараҡ асыуға булышлыҡ иттеме?

‒ Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй булырға тейешлегенә һөнәремдән түгел, махсус әҙәбиәт, дин аша нығыраҡ төшөндөм. Алыҫ йөрөйһө түгел, тормошта бик күп нәмәләргә башҡаларға ҡарап та өйрәнергә мөмкин. Һәм, әлбиттә, үҫешкә ынтылған кешегә үҙенә тәғәйенләнгән ролдәрҙең йоғонтоһо ла булмай ҡалмай. Әйтәйек, бер нисә йыл элек мөхәббәтле ролдәр бирелә башлағас, миндә романтик һыҙаттарҙың үҫешә барыуын тойҙом. Уға тиклем сәхнәлә башлыса шуҡ, көслө ҡатын-ҡыҙ образдарын тыуҙыра инем.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, бала саҡтан үтә шуҡ, тиктормаҫ булдым. Экстрим ярата инем. Мин үрмәләмәгән ҡая таш, мин менмәгән ағас йәки ҡыйыҡ башы булмағандыр, моғайын. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә уҡығанда ла, хатта Мәскәүҙә Щепкин исемендәге  юғары театр училищеһында белем алғанда ла холҡомдоң шуҡ, шаян һыҙаттары өҫкәрәк ҡалып сыға ине. Әммә бер ваҡытта ла елбәҙәк булманым. Һәр нәмәгә етди ҡарап, еренә еткереп башҡара торған һыҙатым бар. Элегерәк тиңдәштәремдең, артыҡ уҫалһың, тип иҫкәрмә яһағаны ла булды. Әммә мин уларҙы һәр саҡ: “Уҫал түгел, ә талапсанмын”, ‒ тип төҙәтә инем.

‒ Тимәк, артыҡ оялсанлыҡ йәки ҡыйыуһыҙлыҡ кеүек  сифаттарың булмаған?

‒ Улай тип әйтмәҫ инем. Оялсанлығым әле лә бар. Ғөмүмән, артист халҡы өсөн хас һыҙат был. Тик беҙ оялсанлығыбыҙҙы йәшерә беләбеҙ. Ә тормошта күбеһенсә беҙ, артистар, күп ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалабыҙ. Сөнки ҡурсыулы мөнәсәбәткә өйрәнгәнбеҙ. Әйтәйек, гастролгә сығып китәбеҙ икән, ти. Беҙҙе йыялар, автобусҡа ултырталар, тәғәйен урынға алып баралар, унда ҡаршы алалар, ашаталар, ҡунаҡханаға алып барып урынлаштыралар. Ә тормошта беҙ үҙебеҙ йәшәргә, барлыҡ мәсьәләләрҙе лә үҙебеҙ хәл итергә тейеш. Шуға ла театр донъяһы менән генә йәшәгән кеше тормошта үҙен нисек тоторға белмәүе лә ихтимал. Ғөмүмән, ниндәй генә өлкәне алғанда ла, эш менән генә көн күреү дөрөҫ түгел. Был осраҡта ул ғүмерен бушҡа үткәрә булып сыға. Күберәк аралашырға, яңы һөнәр кешеләре менән танышырға, үҙ ҡыҙыҡһыныу-мауығыуҙарын тормошҡа ашырырға тейеш һәр кем.

‒ Актер ‒ шундай яуаплы һөнәр эйәһе. Уның ниндәйҙер һылтау табып, ролдән баш тартыу хоҡуғы юҡ, кәйефһеҙ мәлендә лә, сырхап торған саҡтарында ла, хатта яҡын кешеләрен юғалтып, ҡайғынан йөрәге өҙөлөр сиккә еткән минуттарҙа ла  сәхнәлә булырға тейеш ул…

‒ Эйе, актерҙың  “больничный” һылтауы менән эшкә килмәй ҡалыу хоҡуғы юҡ. Ул аяғында баҫып тора ала икән, тимәк, сәхнәлә булырға тейеш. Хоҙайға шөкөр, һаулыҡҡа бәйле әллә ни етди  мәсьәләләр килеп тыуғаны юҡ. Әммә бер көндө иртән торғанда тауышым сыҡмау сәбәпле, фониатрға барып тамағымдың төбөнә дарыу һалдырып сәхнәгә сығырға тура килде. Ә инде юғалтыуҙар, ҡайғылы мәлдәргә килгәндә, олатайымды, апайымды ерләгән саҡтарҙа үҙемдә сәхнәгә сығып уйнарлыҡ хәл таптым. Һәм шуныһы ғәжәп:  ана шундай ауыр, һынылышлы мәлдәрҙә актер уйыны нисектер уңышлыраҡ сыға. Һыҙланыу-тетрәнеүҙәрҙе үткәреп,  шуларҙы еңерлек көс табып уйнаған роль ҡәҙерлерәк тә һымаҡ.  

‒ Һине һәр саҡ оҙон итәкле ҡупшы күлдәктәрҙә күрергә күнеккәнбеҙ. Әсәйең Саимә Хәсәнованың оҫта ҡуллы тегенсе, ошо өлкәлә уңышлы эшләгән шәхси эшҡыуар икәнлеге билдәле. Моғайын, һин үҙең дә тегеү эшенә мөкиббәнһеңдер әле?

‒ Ысынлап та, бала саҡтан уҡ әсәйем мине ҡупшы кейендерергә тырышты. Ә мин, көн дә байрамға йөрөгән кеүек килеп сыға лаһа, тип ҡарышып, үҫмер саҡта күберәк джинсыларға өҫтөнлөк бирҙем. Студент йылдарымда бәйләү менән мауыҡтым. Институтта уҡығанда хатта ярты ставкаға костюмер булып эшкә урынлаштым. Шуға ла тегеү минең өсөн ят нәмә түгел. Беҙҙең ғаиләлә ҡул эшенә маһирлығы менән дан тотҡан кешеләр күп. Олатайым быйма баҫыу оҫтаһы булып танылыу алды. Әсәйем дә ғүмерен яратҡан эшенә бағышлай. Мин дә ваҡытым бар саҡта уға ярҙам иткеләйем. Бынан тыш тәмле-татлы ризыҡтар бешерергә лә әүәҫмен.

‒ “Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй булырға тейешлеген күберәк дини тәғлимәттәр аша өйрәндем”, ‒ тинең. Дин һинең тормошоңа нисек үтеп инде?

‒ Ул ғүмер буйы минең менән булған. Ләкин мин быны аңлап бөтмәгәнмен. Юғары театр училищеһында өсөнсө курста уҡығанда үҙемдән-үҙем ураҙа тота башланым. Әммә намаҙ уҡыуҙың нимә икәнлеген ул саҡта аңлап бөтмәй торғайным. Был ғәмәлде олоғайғас атҡараларҙыр тип иҫәпләй инем. Шулай ҙа ҡулыма гел дини китаптар эләгеп торҙо. Уларҙы әҙәби әҫәр кеүек ҡабул итеп, мауығып уҡыным. Шулай итеп, диндең тормошома үтеп инеүен үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Сөнки йәшәйешемдә, көнитмешемдә ниндәйҙер ҡырҡа боролоштар күҙәтелмәне. Шулай ҙа яйлап тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Әсәйемә мөнәсәбәтем, ихтирамым артҡандан-артты. Яҡындарымды ҡәҙерләргә өйрәндем. Яңы атҡан һәр көндөң оло бүләк икәнлегенә төшөндөм. Был тойғолар минең аңымда һәр саҡ булған. Әммә ваҡыт үтеү менән улар үҙҙәрен нығыраҡ һиҙҙерә башлаған. Шулай итеп, Аллаһы Тәғәлә артыҡ тетрәнеүҙәрһеҙ яйлап ҡына мине аңлы, ысын тормошҡа әҙерләгән. Бөгөн иһә әҙәм балаһының йәшәйешендә һис нәмәнең дә бушҡа бирелмәүен яҡшы төшөнәм. Сабырлығым да ана шул  диндарлыҡтың бер сағылышы. Дин юлына ныҡлап баҫҡас, үҙемде буласаҡ хәләл йәрем  өсөн әҙерләй башланым. Әлбиттә, хәҙер мин  ни өсөн иртәрәк кейәүгә сыҡмауымды яҡшы аңлайым. Сөнки ул осраҡта үҙемде бөтөнләй башҡаса тотор инем.  Тураһын ярып һала торған баш бирмәҫ холҡом ғаилә тормошонда ҡамасаулаған да булыр ине. Хәҙер ундай түгелмен. Беҙ, башҡорт ҡыҙҙары, артыҡ ғорурбыҙ шул. Һәммәһе лә беҙ теләгәнсә, беҙ хәл иткәнсә генә булырға тейеш тип уйларға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Ҡайһы саҡта артыҡ әүҙемлектән,  тәкәбберлектән баш тартып, үҙеңде ситтән күҙәтеп ҡарап, барыһын да Хоҙай ҡарамағына тапшырырға, уға ышанырға өйрәнеү яҡшы. Әлбиттә, ҡул ҡаушырып ултырыу тигән һүҙ түгел был. Әҙәм балаһы, ер йөҙөнә яралғас, ғүмерен бушҡа уҙғарырға, йәғни үҫештән туҡтарға тейеш түгел. Ул үҙ аҫылташын төрлө яҡтан шымартып, көндән-көн сағыуыраҡ итергә бурыслы.

Минең шәхес һәм ҡатын-ҡыҙ булараҡ формалашыуыма ошолар булышлыҡ итте. Һәммәһе лә үҙ мәлендә килде.  Илһамланып эшләп, матур-матур ролдәр ижад итергә лә, төрлө яҡлап үҫешергә лә, тормошҡа сығырға ла өлгөрҙөм. Хоҙайға шөкөр, хәҙер әсәй булырға йыйынам. Журнал уҡыусы  барлыҡ гүзәл заттарға ла ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем!

Гөлшат Ҡаһарманова ҡорған әңгәмәнән өҙөк.

 

Ирада Ҡадырова: "Барыһы ла үҙ мәлендә"
Ирада Ҡадырова: "Барыһы ла үҙ мәлендә"
Автор:
Читайте нас: