-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2022, 15:00

«АРТылышFEST» исеме аҫтында республика театрҙары декадаһы дауам итә.

Ял көндәрендә халыҡтың яратып көтөп алған Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаһы театрҙары халыҡсан әҫәрҙәр менән сығыш яһарға иҫәп тота.

«АРТылышFEST»  исеме аҫтында  республика театрҙары декадаһы дауам итә.
«АРТылышFEST» исеме аҫтында республика театрҙары декадаһы дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ул «АРТЫЛЫШFEST» исеме аҫтында ойошторола. 27 мартҡа тиклем Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр коллективы иң яҡшы спектаклдәрен тәҡдим итә. Салауат Башҡорт дәүләт драма театры Өфө сәхнәһендә драматург Алексей Житковскийҙың «Һырғалаҡ» исемле әҫәре менән сығыш яһаны.

Әҫәр бер кешенең ҙур донъялағы йәшәйешен һүрәтләй. Балалар баҡсаһы тирәләй барған спектакль комедия жанрында сәхнәләштерелһә лә, трагедик нигеҙҙе лә урап үтмәй. Төрлө уйланыуҙарға ҡоролған пьеса кешелеклелек, миһырбанлыҡ төшөнсәләрен үҙ эсенә ала.

Салауат Башҡорт дәүләт драма театры йылдағыса Өфө тамашасыһы күңеленә үтеп инерлек спектаклдәре менән ҡыуандыра. Ижади коллективтың төрлө кимәлдәге әҫәрҙәргә мөрәжәғәт итеүе шул хаҡта һөйләй. Республика театрҙары декадаһы сиктәрендә улар Рәсәй драматургы Алексей Житковскийҙың пьесаһын тәҡдим итте. Әҫәр заман күҙлегенән сығып яҙылыуы менән алдыра.

Ә инде ял көндәрендә халыҡтың яратып көтөп алған Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаһы театрҙарының гастроле көтөлә. Ике мәҙәниәт учреждениеһы ла халыҡсан әҫәрҙәр менән сығыш яһарға иҫәп тота. Стәрлеләр Флорид Бүләковтың «Эх, күгәрсенкәйҙәрем» комедияһын тәҡдим итһә, сибайҙар Талға Ғиниәтуллиндың «Тау артында ниҙәр бар?» повесын сәхнәләштергән. Әйткәндәй, уларҙың икеһенең дә күптән түгел премьералары үткән.

    Азат Ғәлиуллин

     https://bash.news/bash

Автор:
Читайте нас: