+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2022, 16:00

Мөнир Сәхиулла улын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Мөнир Ҡунафиндың бала саҡ хәтирәләренән: - Миңә нисә йәштәр булғандыр, мәктәпкә бармағайным әле, инәйем сөгөлдөрҙә эшләп йөрөгән мәлдә, Мөнир улың үлде, тип хәбәр иткәндәр...

...Миңә нисә йәштәр булғандыр, мәктәпкә бармағайным әле, инәйем сөгөлдөрҙә эшләп йөрөгән мәлдә, Мөнир улың үлде, тип хәбәр иткәндәр. Көндәр ҡыҙыу тора. Бер мәлде хәлем бөтөп урындыҡҡа ҡайтып ауғанымды һәм тәҙрә аша ҡояшҡа ҡарап ятҡанымды хәтерләйем. Ул миңә һүрәттәге һымаҡ йылмайып баҡҡан төҫлө ине. Башыма көн ҡапҡандырмы, нимә булғандыр, быуынһыҙ ҡалғайным. Лира апайым йөкмәп дауаханаға алып китте. Юлда аңымды юғалтҡанмын. Һушыма килһәм, дауахана кейемендә ятам. Башыма тәүге килгән уй: “Уй, мине сисендергәндәр, ояты ни тора!” ... Биш-алты йәшлек малай, ниндәй әҙәп, ниндәй тәрбиә!
Баҡсабыҙҙың арт яғында олатайым менән өләсәйем йәшәне. Уларға туранан-тура баҡса аша йүгереп барғанымды иҫләйем. Бәрәңге һабағы араһынан күренмәгәнмен дә, тиҙәр. Бер мәлде шулай олатайым менән өләсәйемә Аҡкүлдән ҡунаҡҡа килгән ейәнсәрҙәре Тәнзилә апайым минең бәрәңге араһынан килеп сыҡҡанымды күреп, ҡурҡышынан ҡолап китә яҙған хатта...
Сафиулла олатайым менән Факиһа өләсәйем дә мине яҡын күрҙе. Үҙҙәрендә ҡуна ҡалдырырҙар, тәмлекәстәр менән һыйларҙар ине. Элек кәртә тирәһендәге эштәр өмә рәүешендә үтте бит. Беҙ, ыбыр-сыбыр бала-саға, йыйналышып, ололар артынан бәрәңге сүпләй торғайныҡ. Тик йыш ҡына өләсәйем, Мөнир өйҙә ярҙам итә, тип, мине үҙе янында ҡалдыра. Ир балаға өйҙә ниндәй эш ҡушһындар ти? Телсән ейәнен үҙенә иптәшкә тип кенә янында ҡалдырған, күрәһең. Минең менән күңелле булғандыр. Унан бигерәк, өләсәйем етлекмәй тыуған кәүҙәгә бәләкәй ҡәҙерлеһен йәлләгәндер ҙә, бәлки. Өләсәйемдең әле бер, әле икенсе эш менән булыуын күҙәтеп, уралып-суралып йөрөйһөң инде шунда. Яңы ғына мейестән сыҡҡан әпәкәйгә яңы ғына айыртылған ҡаймаҡ та һылап бирһә, шуны ашай-ашай тәҙрә аша башҡаларҙың бәрәңге сүпләүен ҡарап торғаным хәтерҙә. Хәҙер шуларҙы иҫләйем дә, үҙемдә уңайһыҙлыҡ кисереп, йүнһеҙ, татлытамаҡ булғанмын даһа, тип уйлап ҡуям (көлә).
Өләсәйем баҡыйлыҡҡа күскәс, ике йыл олатайым менән йәшәнем. Уның да нисәмә ейән-ейәнсәре араһынан нәҡ мине һайлап алыуы ғәжәп хәл. Бер мәлде мәктәптән ҡайтып ингәндә өләсәйемдең күлдәген еҫкәп илап торғанын күреп өнһөҙ ҡалдым. Ул, ғөмүмән, үҙҙәренең йәш саҡтарын йыш иҫләр, танышып ҡауышҡан мәлдәрен ҡабат-ҡабат һөйләр булды. Малай ғына булһам да, мөхәббәт кеүек бөйөк тойғоноң барлығын, юғалтыу ғазаптарының ни тиклем ауыр икәнлеген йөрәгем менән тойоп, аңлап йөрөнөм. Олатайым да – һуғыш ветераны. Ниндәй генә миҙал-ордендары юҡ ине! Ул яу ваҡиғалары хаҡында һөйләһә, барыһын да кинолағы кеүек итеп күҙ алдына килтереп ултырам. Үҙебеҙгә, атай йортона, ҡайтһам, өй тулы бала-саға, донъя гөрләп тора. Уйынға онотолоп, һис кенә олатайым янына барғы килмәй торған саҡтар ҙа булғылай. Әммә ул кискеһен барыбер килеп ала ине. Үҙенә күрә бер йыуанысы тип ҡабул иткән инде мине. Ул, мин студент саҡта, туҡһан йәшендә мәрхүм булып ҡалды...
      Гөлшат Ҡаһарманова ҡорған әңгәмәнән өҙөк.
Мөнир Сәхиулла улын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Мөнир Сәхиулла улын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: