+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар 2022, 12:13

6 йыл элек күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың ваҡытһыҙ үлеме меңдәрсә кешене тетрәндерҙе.

Бөгөн, 26 ғинуарҙа, Өфөнөң Йәштәр һарайында хәтер кисәһе була. Йырсының тормош иптәше, концерттың продюсеры Илгиз Әбдрәҡипов әйтеүенсә, артистар Вәсилә Фәттәхованың репертуарынан йырҙарҙы, уның хиттарын башҡарасаҡ.  Моңло һандуғасыбыҙ тураһында бер нисә һүҙ -

6 йыл элек күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың ваҡытһыҙ үлеме меңдәрсә кешене тетрәндерҙе.
6 йыл элек күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың ваҡытһыҙ үлеме меңдәрсә кешене тетрәндерҙе.

Ҡабатланмаҫ тауышлы, моңло Вәсилә Фәттәхова

Онотмайбыҙ, тауышын ишеткән һайын нурлы йөҙө күҙ алдына килеп баҫа. Йәне йәннәттә булһын 

Вәсилә Фәттәхова 1979 йылдың 31 декабрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Учалы сәнғәт колледжының хор бүлеген тамамлаған, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡыған. Эстрадала танылған йырсы Айҙар Ғәлимовтың төркөмөндә эшләй башлай.

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, ул күп йылдар эстрадала эшләй, татар һәм башҡорт телдәрендә йырланы. Йырсы моңло тауышы менән миллиондарса тамашасыны әсир итте. Вәсилә Фәттәхованың тәүге башҡарған йыры республикала ҙур популярлыҡ яуланы. Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡорт, татар телдәрен белмәүселәр ҙә хәтерендә ҡалдырҙы. Ошо йыр «Гәлсәр һандуғас» эстрада йыры фестивалендә «Интернациональ йыр» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды, 2008 йылда «Татар йыры» халыҡ-ара фестивалендә «10 йыллыҡтың иң яҡшы хиты» номинацияһында лауреат булды.

Автор:
Читайте нас: