

Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Сәйфетдин улы Зәйнетдинов Ғафури районы Түбәнге Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң 1985 йылға тиклем Башҡортостан ижади-производство комбинатында баш рәссам булып эшләй. 1991 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы, 1994 йылдан – художество факультеты деканы.
Рәшит Сәйфетдин улы живопись, портрет жанрында әүҙем эшләй. Билдәле рәссам Г.Калитов менән берлектә 2002 йылда «Йондоҙлоҡ» тип аталған картинаһы республиканың мәҙәниәт донъяһында ҙур популярлыҡ яуланы. Ауыл хеҙмәтсәндәренең портреттары «Көтөүсе Ярулла», «Һауынсы Мөнирә», яҙыусыларҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең портреттары «Шағир Ғәле Соҡорой», «Ә.-З.Вәлиди Туған», «А.Инан», жанр эштәре: «Трассалар: 720-се км», «Атай хәтере» триптихы, «Икмәк тураһында йыр» картиналары тамашасыға яҡшы таныш.
Рәшит Зәйнетдинов пейзаж жанрында ла емешле эшләй. Уның картиналары Башҡорт дәүләт художество музейында, Милли музейҙа, Й.Кейекбаев исемендәге музейҙа, Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Георгий Ғәйниәхмәт улы Калитов 1952 йылдың 7 сентябрендә Балтас районы Түбәнге Иванай ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуған.
Мәктәптең 8 класын тамамлағандан һуң «Ағиҙел» фирмаһының Бөрө художество әйберҙәр фабрикаһында бер йыл тирәһе ағас һырлаусыһы булып эшләй. 1968 йылда Георгий Калитов Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегенә уҡырға инә.
1972 йылда Георгий Ғәйниәхмәт улы Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлеген тамамлай.
1975 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый һәм уны 1980 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. «Алкинда көҙ. Хәрби төҙөүселәр» картинаһы диплом эше була.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрындағы тамаша залы плафонын (1987), «Башҡортостан моңдары» витраждарын (арх. А. В. Печеркин), төҫлө быяла менән Башҡорт дәүләт филармонияһын (1985) биҙәй. 1985 йылдан 2017 йылға тиклем — Өфө сәнғәт училищеһында художество бүлегендә, 1994—1997 йылдарҙа, 2003 йылдан 2005 йылға тиклем — бер үк ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт интститутында уҡытыусы булып эшләй.