-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2021, 11:27

ҺАРЫ САМАУЫР

Ырымбур башҡорттарының һөйләүе буйынса: Самауырҙы алған кешегә гөнаһ була, аяҡ-ҡулы тартыша, ауырыуға һабыша...

ҺАРЫ САМАУЫР
ҺАРЫ САМАУЫР
     Башҡорт мифологияһында магик көскә эйә булған предметтар рәтенә һары самауыр индерелгән. Ырымбур башҡорттарының һөйләүе буйынса, ямғыр оҙаҡ яумай ҡоролоҡ башланһа, йылғаға һары самауыр һалалар. Ышаныуҙар буйынса ул самауыр ямғыр тapтa икән. Самауырҙы йылғанан алырға ярамай. Уны алған кешегә гөнаһ була, аяҡ-ҡулы тартыша, ауырыуға һабыша. Яуынға китһә генә мулла махсус доғалар уҡып һыуҙан ул самауырҙы алған булған. (X. Әхмәтова, Оренбург өлкәһе, Гай районы, Байғаҙаҡ ауылы).
     Һары самауыр менән бәйле ышаныуҙар Хәйбулла, Белорет райондарында яҙып алынған ямғьр ташы тураһындағы легендаларға яҡын. Билдәле булыуынса, Хәйбулла, Белорет башҡорттары ямғыр яуҙырыу өсөн оло һыуға таш һалалар, ә ямғырҙы туҡтатыр өсөн уны һыуҙан алып ҡуялар.
Шулай итеп, һары самауыр һәм таш бер үк функция үтәй.
 
            Ф. Хисамитдинова. “Башҡорт мифологияһы”.
Автор:
Читайте нас