-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2021, 20:55

Күңелем нағыштары

Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе Владислав Глухов 7-се класта уҡыған саҡта ҡан тамырҙары ауырыуына дусар була. Мәкерле сир менән көрәшкән табиптар ваҡыт үтеү менән үҙҙәренең көсһөҙ икәнен аңлай. Йәш егет яйлап күреү һәләтен юғалта башлай -

Күңел тыуҙырған матурлыҡ

 

Арабыҙҙа йәшәгән көслө рухлы, бер-бер артлы килгән һынауҙарға бирешмәгән, киреһенсә, һынауҙар менән килгән көндәрҙең дә матурлығын күргән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел. Улар башҡаларға йәшәйеш өлгөһө, тормош үрнәге булып тора. Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе Владислав Глухов – ана шундай өлгө булырлыҡ шәхестәрҙең береһе. Ул 7-се класта уҡыған саҡта уҡ ҡан тамырҙары ауырыуына дусар була. Мәкерле сир менән көрәшкән табиптар ваҡыт үтеү менән үҙҙәренең көсһөҙ икәнен аңлай. Йәш егет яйлап күреү һәләтен юғалта башлай, ә алты йыл элек ул тома һуҡыр ҡала.

Владислав менән беҙ район үҙәк китапханаһында таныштыҡ. Ул фантастика жанрын үҙ иткән әүҙем уҡыусы. Яратҡан авторҙарының аудиокитаптарын ҡуллана, махсус Брайль алфавитын өйрәнеп, ваҡытлы матбуғатты ла уҡый. Ғөмүмән, ул ҡайһы бер һау-сәләмәт кешеләргә ҡарағанда ла әүҙемерәк тормош алып бара: бассейнда йөҙә, тренажер залында шөғөлләнә, махсуслаштырылған домино уйнай, инглиз телен өйрәнә, ҡыш көнө һырғалаҡҡа йөрөй. Махсус курстарҙа заманса технологияларҙы, компьютерҙы өйрәнгән. Ә телефондағы махсус ҡушымталар уға көнкүрештә һәр саҡ ярҙам итә. Хатта ҡыҫҡартыуға эләккәнсе урындағы почта бүлексәһендә эшләп өлгөргән.

– Табиптар һуҡыр ҡаласағымды әйткәс, бер аҙға шаңҡып ҡалдым. Тик мин үҙ-үҙемде йәлләп, депрессияға бирелеп ултыра торған кеше түгел. Үҙемә: «Артабан нисек йәшәргә?» тигән аныҡ һорау ҡуйҙым һәм төрлө мөмкинлектәрҙе өйрәнә башланым. Алдан хәлемде белгәс, тома һуҡыр ҡалған мәлдә тәҡдиремә күнгән инем. Статистика мәғлүмәттәре буйынса һаулыҡ торошомдо белгән Республика һуҡырҙар йәмғите Мәскәү өлкәһендәге махсус реабилитация үҙәгенә уҡырға барырға тәҡдим итте. Был үҙәк минең өсөн яңы тормошҡа яраҡлашыу этабы булды, тип әйтә алам. Тәү сиратта, ошондай уҡ яҙмышҡа дусар булған кешеләр менән танышып аралашыу ярҙам итте. Бер-беребеҙ өсөн терәк тә, кәңәшсе лә булдыҡ. Һау саҡта тормош та, мин дә бөтөнләй икенсе инек. Был фекер ауырлыҡтар тураһында түгел, ә донъяның асылы тураһында. Бәлки, ҡайһылыр мәлдә мин йәшәүҙең, һаулыҡтың ҡәҙерен дә белеп еткермәгәнмендер. Ә һынауҙар кешегә тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итә, – ти Владислав ул мәлдәр тураһында хәтерләп.

Ысынлап та. Реабилитация үҙәгендә ул яңынан йәшәргә яраҡлаша: үҙен ҡарарға, таяҡ менән алыҫ араға йөрөргә өйрәнә, төрлө һөнәрҙәр үҙләштерә, махсус алфавит буйынса уҡый башлай. Тағы ла егет һуңғы ике йылда шоудаун – һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн махсуслашҡан өҫтәл теннисы менән шөғөлләнә. Волоколамск ҡалаһында реабилитация үткән саҡта таныша ул был спорт төрө менән. Тәүге күнекмәләр мәлендә уңышһыҙлыҡтар күп булыуына күңелен төшөрмәй, ә ныҡышмаллыҡ күрһәтеп артабан да үҙ-үҙен алға әйҙәй. Ә инде Яңауыл үҙәк китапханаһы райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә һуҡырҙар өсөн махсус майҙансыҡ эшләү өсөн Рәсәй Президенты грантын алғас, Владислав шоудаун буйынса тренерлыҡ курстарын тамамлай. Хәҙер ул Күмертау, Сарапул ҡалаларында үткән ярыштарҙа тәрбиәләнеүселәре менән бергә ҡатнаша.

Көслө рухлы егеткә һоҡланмай мөмкин түгел. Әлбиттә, һынауҙарға бирешмәй йәшәүендә уның өсөн ныҡлы терәк булған яҡын кешеләренең дә роле бик ҙур. Ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары, ҡатыны Эльвира. Һуҡырайғансы улы Станиславты күреү бәхетен татыған. Хәҙер уға алты йәш, атаһының тәүге ярҙамсыһы.

Фәһемле мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының декабрь һанында уҡырһығыҙ. Журналға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар!

Гөлнур ҠЫУАТОВА

Күңелем нағыштары
Күңелем нағыштары
Автор:
Читайте нас: