+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
29 Сентября 2021, 11:00

29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө

Танылған кардиохирургтың файҙалы, фәһемле, шул уҡ ваҡытта ябай өс кәңәшен тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булығыҙ! -

Донъя кимәлендә киң танылған кардиохирург, «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Лео Бокерияның исемен кем генә белмәй!
29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө алдынан белгестең һәр кем өсөн файҙалы, фәһемле, шул уҡ ваҡытта ябай өс кәңәшен һеҙгә лә ишеттермәксебеҙ. Йөрәкте нисек һаҡларға?
Иң беренсе аҙым – зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу. Кардиохирургтың раҫлауынса, тап йәшәү рәүешенең дөрөҫ ойошторолмауы йөрәк сирҙәренә илтә лә инде.
Икенсе яҡшы ғәҙәт – оҙайлы, сәләмәт йоҡо. Кәм тигәндә ете сәғәт йоҡларға, бер үк ваҡытта ятырға һәм уянырға кәрәк, ти Лео Бокерия.
Кардиологтың өсөнсө кәңәше – көн һайын ун мең аҙым яһау, гел хәрәкәттә булыу.
Ошо ябай ғына тойолған ғәҙәттәрҙе үҙ итә алһаҡ, күпме кеше һау-сәләмәт булыр ине, тип иҫәпләй йөрәк белгесе.
29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө
29 сентябрь – Бөтә донъя йөрәк көнө
Автор:
Читайте нас