

Борон-борон заманда түгел, ә кисә генә Өфөнөң бер биҫтәһендәге бер моңло йортта ҡыҙыҡлы хәлдәр башланған. Был өйҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Хәсән менән уның һайраусы ҡатыны Зилә, уларҙың йырсы балалары Урал, Шәүрә һәм өйҙөң иң төп директоры — өс йәшлек Нурлан йәшәгән.
Был өйҙә ғәҙәти тыныслыҡ тигән нәмә бөтөнләй булмаған. Ни өсөн тигәндә, бында һөйләшеүҙәр ҙә йыр аша һөйләнелгән!
— Хәсәәән, сәй ҡайнаныыы... — тип Зилә опера тауышы менән аш бүлмәһенән йырлап ебәрһә, Хәсән иһә залдан баритон менән яуап бирә икән:
— Киләәәм, киләәәм, балы ла бармыыы?..
Өлкән балалары Урал менән Шәүрә лә ата-әсәһенән ҡалышмай. Улар өйҙә бәхәсләшһәләр ҙә дуэт булып, ноталарға һалып бәхәсләшәләр икән. Кәнфит бүлешкәндә лә тауыштары шул тиклем килешеп тора, ти!
Өйҙә «дирижер» — бәләкәс Нурлан булған. Ҡулында - тылсымлы уйынсыҡ микрофон. Нурлан ошо микрофонын тотоп өй уртаһына сығып баҫһа — бөтә ғаилә тып-тын ҡала икән. Ул «Ай-яй-яй» тип ижекләп йырлай башлау менән, бөтә ғаилә уға ҡушылып бейергә һәм музыкаль инструменттарҙа уйнарға тейеш була. Хатта ҡабаланып концертҡа йыйынып йөрөгән ерҙән дә, Нурландың кәйефе өсөн, бөтәһе лә туҡтап уны тыңлай икән.
Бер көндө ошо күмәк ғаилә ҙур концертҡа сығырға әҙерләнгән. Зал тулы халыҡ йыйылып бөткән, барыһы ла алҡышлай. Сәхнә артында иһә «ығы-зығы»: Хәсән костюмын эҙләй, Зилә күлдәген үтекләй, Урал менән Шәүрә тиҙ генә яңы йырҙың һүҙҙәрен ҡабатлай. Был арала Нурлан бөтәһенең дә сәхнә туфлийҙарын йәшереп уйнап йөрөй икән!
Сәхнәгә сығырға бер минут ҡалғас, тамашасылар дәррәү ҡул саба башлай. Ни эшләргә? Ваҡыт еткән! Ғаилә бер-береһенә ҡарап көлөшөп ала ла, ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәм итеп сәхнәгә йүгереп сығалар. Иң алдан, алтын микрофонын тотоп, өс йәшлек Нурлан етәкселек итә!
Бөтә зал ҡул саба, ә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ тамашасылар ошо татыу, шаян һәм ҡыҙыҡлы ғаиләгә һоҡланып ҡарай. Музыка башлана. Был юлы улар үҙҙәренең сәхнә артындағы бөтә шаянлыҡтарын, берҙәмлектәрен йыйып, шул тиклем ихлас ойошҡанлыҡ менән «Ғаиләм» йырҙарын башҡаралар. Нурлан иһә үҙенең тылсымлы уйынсыҡ микрофоны менән ата-әсәһенә һәм ағаһы менән апаһына «дирижерлыҡ» итә.
Йыр аҙағында тамашасылар сәхнәгә сәскәләр яуҙыра, ә Хәсән менән Зилә балаларын ҡосаҡлап: «Бына ошо беҙҙең шаян, матур һәм йырлы ғаиләбеҙ!» — тип ғорурлыҡ менән йылмайғандар. Ошо көндән алып улар һәр концертты бергә йырлап, халыҡты ҡыуандырып йәшәйҙәр, ти!
Нисек әкиәт, оҡшанымы? ;-))