

Продюсерҙар юҡ. Шуға эстрада ла юҡ. Бына мин үзбәк йырсыһы Йондоҙ Усманованы яратам. Ә бит беҙҙең үҙебеҙҙә Йондоҙ Усманова һымаҡ йырсы бар. Ул да булһа – Әлфиә Юлсурина! Ҡайҙа һуң беҙҙең шундай талантлы Әлфиә Юлсуринабыҙ?! Ниңә уны үзбәктәр Йондоҙон күтәргән кеүек күтәрмәйбеҙ?! Шахзоданы ла яратам. Ә бит уға оҡшаған йырсыбыҙ ҙа бар: Гөлсөм Бикбулатова. Ҡайҙа һуң беҙҙең Гөлсөмөбөҙ?! Ниңә күренмәй ул?! Кемдер күренәләр бит, тип әйтер. Ул күренеү булмай. Улар донъя буйлап башҡорт йырҙарын башҡарып йөрөй торған йырсылар. Ҡайҙа Өфөнө шаулатырлыҡ концерттары, ҡайҙа шығрым тулы залдары?!
Әлеге шул продюсерҙар булмауына бәйле инде был хәл. Ә кем ул продюсер? Ул мотлаҡ аҡсалы булырға тейеш тигән һүҙ түгел. Тәү сиратта ижади потенциалы, таланты булған йырысыны табып, уны үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе, йүнәлеш күрһәтеүсе, кәрәкле кешеләр менән осраштырыусы. Ә инде продюсер тигененең аҡсаһы ла бар икән – бигерәк яҡшы. Эйе, беҙҙә үҙҙәрен продюсермын тип иҫәпләгән кешеләр бар ул. Әммә уларҙың эшмәкәрлегенең файҙаһынан бигерәк зыяны күберәктер, бәлки... Заманында башҡорт эстрадаһын үҫтереү буйынса программа яҙып тәҡдим иткәнем дә булды. Тик уға әһәмиәт бирмәнеләр. Әле лә төрлө конкурстарға жюри булараҡ саҡырһалар, төплө генә кәңәштәремде еткереп, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш бирә алам. Тик өндәшеүсе юҡ. Уҫаллығым, тураһын әйтә торған холҡом бар. Шунан ҡурҡаларҙырмы? Әллә минең ултырған уынымды биләп ҡуймаһын тиҙәрҙерме? Белмәйем. Уртаға һалып һөйләшә, бергәләшеп башҡара торған эштәр күп беҙҙә. Тик ниңәлер бер-беребеҙҙе ишетергә теләмәйбеҙ...
Зилә Лира менән әңгәмәнән өҙөк ("Тамаша" журналы, 1-се һан, 2023 йыл).