+14 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Сентября , 08:27

Һайлауҙарға бәйле баласаҡ хәтирәләре...

Беҙҙең йорт идара ҡаршыһында ғына ине, шуға күрә һайлау көнөндә мине иртә таңдан урамда яңғыраған музыка уятты. "Был ни хәл? " - тип аптырап урамға йүгереп сыҡһам - музыка конторанан килә, ә уның алдында механизаторҙар, малсылар йыйылған...

Һайлауҙарға бәйле баласаҡ хәтирәләре...Һайлауҙарға бәйле баласаҡ хәтирәләре...
Һайлауҙарға бәйле баласаҡ хәтирәләре...

Ата - әсәйемдең, бөтә ауылдаштарымдың да һайлауҙы ҙур бер байрам итеп ҡабул итеүҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған.
Үҫмер сағымда завклуб булып эшләгән Фәриғә апайыма конторҙа, клуб һәм иген ырҙынында һайлауҙарға саҡырып лозунгтар элешергә ярҙам итеүем, ауылдаштарыма агитация брошюраларын таратыуым әле лә иҫемдә. Ул ваҡытта мин үҙемде бик яуаплы һәм мөһим эш башҡарам тип хис итә инем...

Автор:
Читайте нас