

Рәмзил Сәлмәнов Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының төп актеры. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Рәмзил Сәлмәновты Рәсәй Федерацияһының кинематографистар союзына ҡабул ителеүе менән тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ.
"Был беҙҙең республика кинематографистар бүлексәһендә тәүге актер. Рәмзил сағыу, күп яҡлы ролдәре һоҡландыра», - тип билдәләне Башҡортостандың кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева.
Режиссер Булат Йосопов Сәлмәновты киноактер булараҡ асты. Ул «Визит» (КГБ хеҙмәткәре), «Беренсе Республика» (Дауыт Юлтый), «Наган» фильмдары, «Өйҙәштәр» комедияһы (яҙыусы), «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» (Әхтәметдин роле) буйынса билдәле.
Рәмзил:
Тыуған ауылым Буранғол мәктәбендә уҡыған осорҙа ла, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында белем алғанда ла театр түңәрәктәрендә шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша торғайным. Шуға күрә, мәктәпте тамамлағандан һуң, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетына имтихандар тапшырҙым. Ғаиләлә минән башҡа сәнғәт кешеләре юҡ. Әсәйем ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, атайым – шофер. Был һөнәрҙе һайлауыма нисек ҡаршы төшмәгәндәрҙер, белмәйем. Актер тормошо мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ, күп яҡлы булыуы менән ылыҡтырҙы. Бала саҡта телевизорҙан сағыу, романтик һинд фильмдарын мауығып ҡарай торғайным. Шуға күрә, башҡа төр һөнәр һайлаһам, тормошом Митхун Чакрабортиларҙыҡы кеүек ҡыҙыҡлы, тулы булмаҫ кеүек тойолдо (көлә).