+20 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Сентября , 16:01

Йырсы Лилиә Ишемйәроваға ниңә "шәкәр" тигән ҡушамат таҡҡандар?

Артист халҡының төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыуы тәбиғи, улар тураһында лаҡап-көләмәстәр ҙә йөрөй. Ә бына Лилиәгә ни өсөн "шәкәр" ҡушаматы таҡҡандар икән? 

Йырсы Лилиә Ишемйәроваға ниңә "шәкәр" тигән ҡушамат таҡҡандар?Йырсы Лилиә Ишемйәроваға ниңә "шәкәр" тигән ҡушамат таҡҡандар?
Йырсы Лилиә Ишемйәроваға ниңә "шәкәр" тигән ҡушамат таҡҡандар?

Лилиә Ишемйәрованың тамашасыларының береһе шулай тип яҙа:

"Бала саҡта ауылға концерт менән Лилиә Ишемйәрова килде. "Сыҡ һин миңә, Лилиә, кейәүгә" тип атала ине ул. Аҡсаһыҙлыҡ ваҡыты. Беҙҙең эй барғыбыҙ килә. Әсәйебеҙ, бер аҙна шәкәр ашамаһығыҙ, шәкәргә тигән аҡсаға алып барам, тине. Беҙ "ярай ҙа ярай" тип барып концерт ҡараныҡ. Шунан бирле Лилиә Ишемйәрованы өйҙә "шәкәр" тип йөрөтәбеҙ. Концертҡа барһаҡ та, әсәйебеҙ шәкәрһеҙ ултыртманы".

Лилиә Рауил ҡыҙы үҙе был тарих тураһында белә. Бында иң мөһиме - яратҡан йырсыңды тыңлар өсөн тәм-томдан да баш тартырға риза булған тоғро тамашасыларыңдыр.

Автор:
Читайте нас