+24 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
6 Сентября , 05:30

"Йондоҙ"ло табын

Үҙенең аш-һыу серҙәре менән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ уртаҡлаша.

"Йондоҙ"ло табын"Йондоҙ"ло табын
"Йондоҙ"ло табын

ӨС ТӨРЛӨ ИТТӘН БЫЛАУ


Мин электән төрләп алған иттән беше­релгән аш-һыуҙы ярат­тым. Бер шулай былауҙы ла өс төрлө иттән бешереп ҡа­рарға булдым һәм бик оҡшаны. Хәҙер ғаи­ләмде, ту­ған­дарымды байрам­дарҙа ошо ри­зыҡ менән һый­лайым. Алдан бер тигеҙ кү­ләмдә алынған йылҡы, һарыҡ (йәш тана ите лә ярай) һәм ҡаҙ ит­тәрен киҫәктәргә турап ҡуям.
Үҫемлек майында (уға һарыҡтың ҡойроҡ майын ҡушырға ла була) туралған 2 баш эре һуғанды ҡыҙ­ҙырам. Унан инде 4-кә ярылған 5 – 6 бармаҡ башындай кишерҙе өҫтәйем. Ит, тоҙ, борос, былау өсөн махсус тәмләткес һалып, бутай-бутай 15 минут тирәһе ҡыҙҙырам. Артабан тал­ғын утта тағы ла 45 минут тотам.
Дөгөнө йыуғас, ит өҫтөнә һалып, тигеҙләйем. 2 баш һа­рымһаҡты йыуып, бүлкәттәргә тағатмай ғына дөгөгә батырам. Ҡайнар һыу ҡойғас, тағы ла самалап тоҙ һибәм. Сөнки дөгө тоҙҙо үҙенә һеңдерә. Тағы ла бер сәғәт һүрән утта бешергәс, ҡалын таҫтамалға төрөп, 15 минут баҫырып торам. Былай иткәндә дөгө таралып ҡына тора, ә былау һутлы була.

Автор:
Читайте нас