+18 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Сентября , 08:48

Ғүмеребеҙ ҡалала үтһә лә, тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора

Башҡортостандың халыҡ артисы, эстрадабыҙҙың моңло һандуғасы, ҡыпсаҡ ҡыҙы Римма Амангилдина йәйге ялдан тәьҫораттары менән уртаҡлаша:

Ғүмеребеҙ ҡалала үтһә лә, тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тораҒүмеребеҙ ҡалала үтһә лә, тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора
Ғүмеребеҙ ҡалала үтһә лә, тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора

«Ғүмеребеҙ ҡалала үтһә лә, тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып тора. Ваҡыт булғанда, зәңгәр күлдәр иле – Әбйәлилемә һағынып ҡайтам. Ҡатын-ҡыҙ өсөн килен булып төшкән ер ҙә күңелгә яҡын төйәккә әйләнә икән ул.

Халҡыбыҙҙың "Үҫкән ерҙән - төшкән ер" тигән мәҡәле тап ошо хаҡта. Бынан 32 йыл элек Күгәрсен районы Үрге Мөрсәләй - Дөмбәй ауылына килен булып төштөм. Тормош иптәшем Иректең тыуған яҡтары, йәмле Оло Эйек йылғаһы буйҙары – яратҡан ҡәҙерле төйәгем минең. Фотола йәйҙең хозур иртәһендә хуш еҫле гөл-сәскәләр яландарҙы гиҙеп, мәтрүшкәләр йыйып ҡайтып киләбеҙ Ирек менән. Өйҙә яратҡан ҡәйнәм тәмле бәлештәр бешереп көтә. Ҡәйнеш, килен, уларҙың балалары менән шау-гөр килеп ял итәбеҙ, аллаға шөкөр. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең - сәхнә кешеләренең тормошо ауыл халҡы менән айырылғыһыҙ бәйле. Гастроль сәфәрҙәре башланыу менән яратҡан тамашасыларыбыҙ янына ашҡынабыҙ. Ижад юлымда 100-ҙән ашыу сит илдәрҙә, Рәсәйҙең күп төбәктәрендә булдым – бихисап ер-һыуҙар күрҙем, әммә моңло ҡурай яңғыраған мәғрүр тауҙар, мул һыулы йылғалар, ҡуйы урмандар, хәтфә болондар, зәңгәр күлдәр иле – тыуған Башҡортостаным – иң гүзәл ер ул».

Фотола Римма тормош иптәше – Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Ирек Булатов менән.

Автор:
Читайте нас