

Була! Улдарым Артур менән Асҡар. Беҙ ғаиләбеҙҙә башҡортса һөйләшһәк, балалар ҙа башҡорт телен беләсәк. Әлбиттә, әсәй кешенән күп нәмә тора. Ул күп ваҡытын балалар менән үткәрә. Телгә мөхәббәт тәрбиәләү, уны балаларға аралашыу дәрәжәһендә булһа ла өйрәтеү — әсәй кешенең бурысы.
Ғаиләлә улар менән башҡортса аралашырға тырышабыҙ. Ләкин балалар баҡсаһында, мәктәптә русса аралашҡас - русса ла һөйләшәләр. Бер нисә көнгә ауылға ебәрһәң, өләсәләренән башҡорт телен бик тиҙ отоп ҡайталар.
2026 йыл Башҡортостанда "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иһә 2026 йылды "Башҡорт ғаиләһе йылы" тип билдәләне.