Туйыш ауылында тыуып үҫкән Әбйәлил ҡыҙын Стәрлетамаҡ тамашасыһы күптән инде яратып, «беҙҙеке» тип йөрөтә. Был һүҙҙәргә лайыҡ булыу еңелдән түгел, сөнки заман менән бергә тамашасы ла үҙгәрә. Ә үҙ тамашасыңды һаҡлап ҡалыу — һәр артистың тормош маҡсаты тиһәм дә яңылышмаҫмын. Бының өсөн әллә күпме хеҙмәт һалына, йоҡоҡһоҙ төндәр үтә, бихисап образдарға йән өрөлә һәм тамашасы хөкөмөнә тапшырыла. Физалиә Рәхимова лайыҡлы рәүештә тамашасы ихтирамында ҡойона.
Физалиә апайҙың сәхнә юлын һайлауында әсәһенең өлөшө ҙур. Иң яҡын кешеһе уға бәләкәй сағынан уҡ сәхнәлә сығыш яһау өсөн төрлө биҙәүес, сәсмәүер, алҡа-беләҙектәр бүләк итә. Өфө сәнғәт институтын тамамлағас, ҡыҙының оло сәхнәлә сығыш яһауын күреп, әсә оло кинәнес кисерә.
1993 йылда йәш актриса курсташы, Стәрлебаш егете, һәләтле актер Илһам Рәхимов менән тормош ҡороп, Стәрлетамаҡ ғаиләләре сафын ишәйтә. Ошо көндән башлап, Стәрлетамаҡ Физалиә Рәхимова өсөн иң яҡын урынға әйләнә. Ул һәм ҡыҙ үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы улар, ғаиләне һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуя беләләр. Был изге мөйөштө, йорт усағын күҙ ҡараһылай һаҡлай улар. Театр иһә Рәхимовтар өсөн — яратҡан эш, ижад майҙаны.
Гөлдәр Собханғолова.