

Зиләрә ЮЛТАЕВА:
- Кино ла, театр ҙа икеһе лә яҡын, ике лә оҡшай, ике йүнәлеш тә мауыҡтырғыс. Үҙен артабан үҫтерергә, камиллашырға теләгән актер унда ла, бында ла өлгөрөргә тейештер. Беренсе төшкән фильмым "Сәк-сәк" ине. Уға төшкән ваҡытта ирем - кинорежиссер Руслан Юлтаев менән таныштыҡ та инде. Һуңынан, өйләнешкәс, уның менән "Күңелле йәшәйбеҙ" телепроектын уйлап таптыҡ, унда ла һирәкләп булһа ла төшә инем. Артабан "Бәхет ҡошо" һәм "Сируси" сериалдарында ла ролдәр башҡарҙым. "Өс хат"та Хазинаны уйнаным...
Зиләрә Валерий ҡыҙы Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында тыуған. 2007 йылда З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. 2007-2019 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында эшләй. 2019 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.