+20 °С
Дождь

Тайыповтар балаларын башҡортса һөйләшергә нисек өйрәтә?

Интернет селтәрендә тәтелдеге сығып башҡортса һөйләшеп видеоға төшкән Баязит менән Сараны күптәр яратып ҡарай. Улар атай-әсәйе менән бергә төрлө ҙур сараларҙа ла ихлас ҡатнаша. Һеҙҙең иғтибарға матур башҡорт ғаиләһе менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Дамир менән Нәргизәнең кәңәштәре, фекерҙәре күп йәш ғаиләләр, шулай уҡ өләсәй-олатайҙар өсөн фәһемле булыр. 

Тайыповтар балаларын башҡортса һөйләшергә нисек өйрәтә?Тайыповтар балаларын башҡортса һөйләшергә нисек өйрәтә?
Тайыповтар балаларын башҡортса һөйләшергә нисек өйрәтә?

Өфө районының Аҡбирҙе ауылында йәшәгән Нәргизә һәм Дамир Тайыповтарҙың ғаиләһен күптәр белә, хөрмәт итә, ярата. Ғаилә башлығы Дамир Тайыпов – танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Нәргизә Фәннүр ҡыҙы ла – сәнғәт кешеһе, ул “До Мажор” вокал студияһын етәкләй. Ә инде Тайыповтарҙың балалары Баязит менән Сара ҡатнашлығындағы видеояҙмаларҙы ҡарап, уларҙың саф башҡортса һөйләшеүен ишетеп, һоҡланмау мөмкин түгел. Ижади ғаилә республика кимәлендә үткән бик күп сараларҙа даими ҡатнаша.

– Нәргизә, Дамир, балаларығыҙҙы төшөргән видеояҙмаларығыҙ интернет селтәрендә бик популяр. Ғаиләлә тик башҡортса һөйләшеү тураһында өйләнешкәнгә тиклем алдан килешкән инегеҙме?

Дамир: Юҡ, был хаҡта һөйләшеү булманы.

Нәргизә: Был тик шулай булырға тейешле күренеш, тип уйлайым. Дамир ҙа, мин дә башҡорт булғас, ул хаҡта һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел бит. Әгәр ир менән ҡатындың береһе – башҡорт, икенсеһе, мәҫәлән, рус милләтенән булһа, алдан ниндәйҙер һөйләшеү, килешеү кәрәктер. Ә беҙҙең осраҡта ул турала һүҙ алып барыу ҙа урынһыҙ.

­– Ысынлап та, улығыҙ Баязит менән ҡыҙығыҙ Сара шул тиклем матур итеп башҡортса һөйләшә. Хатта ҡайһы бер ололар телмәрендә булмаған һүҙҙәрҙе ҡулланып ебәрәләр. Быға өлгәшеү ауыр булдымы?

Нәргизә: Һис тә ауыр булманы. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас ҡына бер аҙ мәшәҡәттәр булды, әммә улары ла яйланды. Баязит тәүҙәрәк килеш, зат ялғауҙарын русса яңылыш әйтә ине, ике ай тигәндә матур итеп һөйләшә башланы.

Дамир: Иң мөһиме – даимилыҡ. Йыбанмай русса һүҙҙәрҙең тәржемәһен әйтә барабыҙ. Мәҫәлән, “Атай, может иртәгә магазинға барырбыҙ”, тиһәләр, шунда уҡ: “Может” башҡортса нисек була?” тип һорайым. “Бәлки” тиҙәр. Шулай һәр бер русса яңғыраған һүҙҙе билдәләй барғас, уларҙың иҫендә ҡала, икенсе юлы уны башҡортса әйтәләр. Бала иң тәү сиратта туған телен, тарихын белергә тейеш. Ҡалған телдәрҙе балалар баҡсаһында, мәктәптә, урамда дуҫтары менән дә өйрәнә. Икенсе алымыбыҙ – башҡортса китаптар, “Аҡбуҙат” журналын уҡыйбыҙ. Был эш менән күберәк кәләшем Нәргизә шөғөлләнә. Әле бына балалар менән “Урал батыр” эпосын өйрәнә башланыҡ. Өсөнсөнән, үҙебеҙ өлгө күрһәтәбеҙ – өйҙә үҙ-ара тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ.

– Һеҙҙе өлгө итеп ҡуйыусылар, һеҙҙең миҫалда балалары менән өйҙә башҡортса ғына һөйләшергә тырышҡан ғаиләләр барлығын беләбеҙ. Уларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Дамир: Был һорауға ниндәйҙер кимәлдә яуап биреп үттек, тип уйлайым. Өҫтәп шуны әйтер инем: нимә генә тимәһендәр, туған телгә һөйөү, уға өйрәтеү иң беренсе ғаиләлә башлана. Балалар рус телендә һөйләшеү өсөн мөхит тә, мөмкинлек тә табасаҡ. Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн урамда ла, балалар баҡсаһы йәки мәктәптә лә улар үҙ-ара русса аралаша. Үҙебеҙ ҙә шулай, рәсми урындарҙа күп осраҡта туған телдә һөйләшмәйбеҙ. Мин, ғәҙәттә, ҡайҙа барһам да “Һаумыһығыҙ! Здравствуйте!” тип өндәшәм. Ниндәй телдә сәләмләйҙәр, артабан шул телдә әңгәмә ҡорам. Балаларҙы ла шулай өйрәтәбеҙ. Хәҙер улар ниндәй телдә һүҙ ҡушалар – шул телдә һөйләшә башлайҙар.

Нәргизә: Белеүебеҙсә, ике телдә берҙәй аралашыусы билингв тип атала. Баланы кесе йәштән ошолай итеп тәрбиәләү өсөн баштан уҡ дөрөҫ талап ҡуйыу мөһим. Мәҫәлән, атай-әсәй, өләсәй-ҡартатай, туғандар менән мотлаҡ башҡортса һөйләшәбеҙ, ә ҡатнаш милләтле халыҡ булған урындарҙа – баҡсала, мәктәптә – русса.

Сара ике йәш тә өс ай ғына сағында баҡсаға барҙы. Башҡортса матур һөйләшә. Ә бына русса аңлаһа ла, аралаша белмәй ине әле. Тәрбиәсеһе уны бөтөнләй һөйләшмәй, йәғни әле теле асылмаған тип уйлаған. Бер мәл минең менән аралашыуын ишетеп, “Был бала һөйләшәме ни ул?” тип аптыраны. “Өйҙә русса аралашығыҙ, бында ҡыйын буласаҡ”, – тине. “Ярай, ярай” тиһәк тә, үҙебеҙсә дауам иттек. Әгәр шул ваҡытта ғаиләлә русса һөйләшә башлаһаҡ, уның башына һеңә барған эске күрһәтмә, йәғни атай-әсәй менән башҡортса ғына аралашабыҙ тигән көйләнеш боҙолор ине.

– Балаларығыҙҙың матур итеп башҡортса һөйләшеүенә аптыраған, ғәжәпләнгән, һоҡланған кешеләр етерлек. Уларға нимә әйтер инегеҙ?

Нәргизә: Мин уларҙың ғәжәпләнгәненә үҙем ғәжәпләнәм. Ике башҡорттоң ғаиләһендә үҙ-ара һәм балалары менән башҡортса һөйләшеүе ғәҙәти хәл, норма булырға тейеш, тип уйлайым.

Дамир: Мин дә шулай. Башҡорттоң үҙ балаһы менән башҡортса һөйләшеүенә аптыраған кешеләрҙең үҙҙәренә ҡарап аптырарға, фәһем алырға кәрәктер.

– Белеүебеҙсә, әле Баязит менән Сара тәрбиә һәм белем биреү рус телендә алып барылған балалар баҡсаһына йөрөй. Ә мәктәп мәсьәләһен нисек хәл итергә уйлайһығыҙ? Башҡорт мәктәбенә йәки башҡорт класына биреү теләге бармы?

Нәргизә: Балаларыбыҙ үҙебеҙ йәшәгән Аҡбирҙе ауылындағы баҡсаға йөрөй. Әле Баязитҡа – алты, Сараға – дүрт йәш. Мәктәпкә лә үҙебеҙҙәгенә барырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Миңә, әсәй булараҡ, балаларымдың уңайлы мөхиттә үҫеүе мөһим, шуға күрә уларҙы таң менән уятып, ҡала үҙәгендәге баҡсаға йәки мәктәпкә йөрөтөү теләге юҡ. Ә инде башҡорт теленә килгәндә, алдараҡ та әйтеп үттек: бөтә нимә ғаиләнән башлана. Әгәр атай-әсәй үҙҙәре теләмәһә, өйҙә башҡортса һөйләшмәһә, балалар баҡсаһы йәки мәктәп кенә телгә һөйөү тәрбиәләй алмай. Әлбиттә, айырым осраҡтар булыуы ла ихтимал, әммә был – бик һирәк күренеш.

Дамир: Эйе, бәләкәй саҡтарында ҡайҙалыр алыҫтағы башҡорт мәктәбенә йөрөтөүҙең артыҡ әһәмиәтен күрмәйбеҙ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: бөгөн күпселек милли белем усаҡтарында ла балалар үҙ-ара рус телендә аралаша.

Ә инде бер аҙ ҙурайғас, ҡарарбыҙ. Бәлки, киләсәктә Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты кеүек белем усағында уҡырға теләктәре булыр.

– Һеҙҙеңсә, балаларҙы туған телгә өйрәтеү йәһәтенән ҡулланмалар, мәҫәлән, китаптар, уйындар һәм башҡалар етерлекме?

Нәргизә: Был йәһәттән зарланырлыҡ түгел. Быйыл Рамаҙан айындағы ураҙа осоронда ғаилә дуҫтарыбыҙ менән башҡортса өҫтәл уйындарын бергәләп уйнаныҡ. Балалар ҙа бик оҡшатты. Айырыуса “Әлләсе”, “Бесәй, сәй, айыу, бал, май”, “Зирәк” тигәндәре ҡыҙыҡлы.

Дамир: Башҡортса китаптарыбыҙ ҙа етерлек. Беҙ уларҙы “Китап байрамы” мәлендә күп итеп һатып алабыҙ. “Аҡбуҙат” журналын бергәләп уҡыйбыҙ. Шулай уҡ рус телендә нәшер ителгән китаптарыбыҙ ҙа бар. Уларҙы уҡығанда башҡортсаға тәржемә итәбеҙ. Шулай уҡ икеһе лә башҡортса йәнһүрәттәр ҡарарға ярата. 

Нәргизә: Был йәһәттән бер теләгемде еткергем килә: балалар баҫмаларының һүрәттәре сағыуыраҡ һәм күберәк булһын ине ул. Беҙҙә башҡортса ике “Әкиәттәр” китабы бар, әммә икеһе лә бөтөнләй тиерлек һүрәтһеҙ. Бала, бигерәк тә бәләкәй йәштәгеләр, иң тәүҙә китап-журналдың һүрәтенә иғтибар итә.

Дамир: Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ярайһы уҡ ҙур эштәр, проекттар тормошҡа ашырылыуын билдәләп үткем килә. Шул уҡ өҫтәл уйындары, йәнһүрәттәр, китаптар, матбуғат баҫмалары – барыһы ла туған телен өйрәнәм тигән ғаиләләргә ҙур ярҙамсы була ала. Әммә улар ғына аҙ. Иң тәүҙә теләк, маҡсат булырға тейеш. Шундай бай мәҙәниәтле, шанлы тарихлы, сәсән телле халыҡтың вариҫтары булыуыбыҙ менән ғорурланып, ошоно балаларыбыҙға ла һеңдереп үҫтерәйек. Ғаиләбеҙ менән башҡарған йырҙа шундай юлдар бар: “Аҫаба булған ҡанбабам, аҫаба булыр балам!” Бының шулай булыры, йәғни телебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәге үҙебеҙҙән тора. 

– Нәргизә, Дамир! Йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең кеүек рухлы, матур башҡорт ғаиләләре күберәк булһын!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әңгәмәләште.

"Башҡортостан" гәзитенән - https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2026-07-02/tayypovtar-balalaryn-bash-ortsa-yl-sherg-nisek-yr-t-4739354

Фото: Тайыповтарҙың ғаилә альбомынан.

Автор:
Читайте нас