

“Был яңы кеше лә, элекке менән һау буллашыу ҙа түгел. Был – минең бер өлөшөм. Мин үҙемде яңы яңғырашта, яңы майҙанда һынап ҡарайым”, – тип яҙҙы Ришат.
Халыҡ быны төрлөсә ҡабул итте. Күптәр маҡтау һүҙҙәрен яҙған. “Ришат беҙҙе һәр ваҡыттағыса ғәжәпләндерә”, “мин шокта, шәп яңғырай”, “Ришат, шедевр, яңы стиль”, “ҡарағыҙ нисек йырҙы тоя” һәм башҡа фекерҙәр бар.
Шул уҡ ваҡытта русса йырлап үҙеңде юғалтаһың, үҙ телеңдә генә йырла тигән фекерҙәр ҙә бар. Татар журналисы, блогер Рәсим Хажиев иһә быны сәләмәт булмаған тенденция тип атаған. Үҙ эстрадаһында популярлыҡ яулап, исемдәр алғас, Рәсәй сәхнәһенә үрмәләү өсөн русса йырлай башлайҙар, ләкин һеҙҙе унда бер кем дә көтөп тормай тигән ул.
“Мәскәүҙә һеҙҙең кеүектәр быуа быуырлыҡ. Күптәр рус эстрадаһына үтеп инергә тырышып ҡаранылар инде, ләкин тыуған сәхнәләренә кире әйләнеп ҡайттылар. Сөнки был һеҙҙең юл түгел. Үҙеңде Филипп Киркоров йәки Полина Гагарина итеп күрһәтергә түгел, үҙ халҡыңа хеҙмәт итергә кәрәк... Үҙ юлыңды дауам итергә һәм шул юлда иң яҡшыһы булырға тырышырға кәрәк”, тип яҙған ул.
Ә һеҙ ниндәй фекерҙә, дуҫтар? Беҙҙең артистарға русса йырлау, ҙур сәхнә яуларға тырышыу кәрәкме?
Фото: Ришат Төхвәтуллиндың социаль селтәре.