

– Ысын. Был хаҡта ныҡлап уйланылғандан һуң шундай ниәткә киленде. Минең ике яҡтан да ҡартатайҙарым көслө динле кешеләр ине. Ни өсөндөр ейәндәренә Альберт исемен ҡушыуға риза булғандарҙыр, хәҙер аптырайым. Баймөхәмәт хәҙрәт менән кәңәшләштем, ул ризалығын бирҙе. Әлбиттә, яратҡан тамашасыларым өсөн Альберт Салауатов булып ҡаласаҡмын, әммә үҙемә ... тигән исемде һайланым. Был яратып башҡарған халыҡ йырҙарымдың да береһе.
Ниндәй исем һайлағанын "Тамаша"ның яңы июнь һанында уҡып белерһегеҙ. Альберт менән шәп мәҡәлә сығып килә. Бөгөн йыр һәм моң, театр сәхнәһен яулаған, күп тамашасыларҙың кумирына әйләнгән йырсының тормош юлының ҡатмарлы мәлдәре лә, сағыу саҡтары ла, үкенесле минуттары ла бик күп. Ул тормошо, күңел донъяһы, уй-фекерҙәре, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
"Тамаша" журналына яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ, дуҫтар!
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, моңло тауышлы йырсы Альберт Салауатов 29 май үҙенең матур ғүмер байрамын - 55 йәшлек юбилейын билдәләне.
Үҙенсәлекле, моңло тауышлы йырсы, бик күп сағыу образдар тыуҙырған артист Альберт Салауатовтың моң менән тулған булмышы күптәргә өлгө булып тора. Ауырлыҡтар алдында ла һынып-һығылып ҡалмайынса, һәр саҡ юғарылыҡҡа ынтылған артисҡа артабан да ижад ҡомарың һүнмәүен, һүрелмәүен теләйбеҙ! Юбилейығыҙ менән!