

“Рәсәй – минең тарих” паркында 13–22 майҙа Рәсәй “Белем” йәмғиәте менән күргәҙмә комплексының уртаҡ проекты ойошторола. Килеүселәр “50 артист. Театр эшмәкәрҙәре союзы” күргәҙмәһен ҡарай ала. Ул илебеҙ театр сәнғәте үҫешенә арналған. “Хронотоп. Константин Станиславский” документаль фильмын да ҡарарға була.
– “Рәсәй – минең тарих” паркы менән уртаҡ проект – ул мәҙәни һәм тарихи белемдең йәнле, хис-тойғоло һынланыш алғанына сағыу миҫал. Театр спектаклдәр архивы ғына түгел ,ә дәүерҙең көҙгөһө, унда социаль үҙгәрештәр, ҡиммәттәр һәм ваҡыт һынауҙары сағыла, – ти “Белем”дең Башҡортостандағы филиалы директоры Айһылыу Илембәтова.
Күргәҙмә ун тематик бүлектән тора, улар Рәсәй театрының император сәхнәһенән алып хәҙерге заман постановкаларына тиклемге төп үҫеш осорҙарын сағылдыра. Ижадтары спектакль тамамланғандан һуң да тамашасыға йоғонто яһауын дауам иткән актерҙар һәм режиссерҙарға айырым иғтибар бүленә.
“Хронотоп. Константин Станиславский” документаль фильмын 2023 йылда режиссер Петр Лушев төшөргән. Картина МХТ-ға нигеҙ һалыусы һәм киң таралған актер оҫталығы системаһын булдырыусы Константин Станиславскийҙың тормошона һәм ижади мираҫына арналған.