

Быйыл Музейҙар төнө Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арнала. Ул ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына үҙ тыуған төбәге һәм бөтә илдең тарихына яңыса ҡарарға мөмкинлек бирә.
Өфө паркы тематик экскурсиялар планлаштырған. Улар араһында-С.М. Прокудин-Горскийҙың фотоһүрәттәрендә башҡорт иленә, башҡорттарҙың Рус дәүләте составына инеүенә, Өфө ҡалаһы тарихына арналғандары бар. “150 артист. Театр эшмәкәрҙәре союзы” күргәҙмәһе лә була. Музеға килеүселәр милли сувенирҙар, башҡорт бетеүе эшләү, импровизация һәм театр снғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
Музейға килеү бушлай, тик алдан теркәлергә кәрәк. Музейҙар төнө көндөҙгө сәғәт 4-тә башланып, киске 10-ға ҡәҙәр бара.