+3 °С
Облачно

Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»

Йыр сәнғәте йылдан-йыл тулылана бара. Һәр икенсе кеше йырлай тиһәк, бәлки, арттырыу ҙа булыр, әммә йырсылар күбәйҙе. Әлбиттә, араларында төрлөһө бар. Кемгәлер сәхнә – ваҡытлыса хобби ғына, ә кемгәлер ул – тотош тормош. Нәҡ ошо икенселәре халыҡ күңеленә тәрәнерәк үтеп инә, сөнки уларҙы дан-шөһрәт ҡыҙыҡһындырмай, ә бар булмыштары менән сәнғәт донъяһына сумып, уны нурлыраҡ, моңлораҡ, аһәңлерәк итеү өсөн көс һалалар. Халыҡ һәм эстрада йырҙарын берҙәй оҫта башҡарған, республика, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Динар Ғөбәйҙуллин да нәҡ шундайҙарҙан.

Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»
Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»

– Динар, үҙең менән ҡыҫҡаса таныштыр әле. Ҡайһы яҡ егете һин?

– Мин 1989 йылдың 20 ғинуарында Баймаҡ районы Әмин ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә беҙ ике бала үҫтек, Лилиә исемле һеңлем бар. Атайым Әмир хужалыҡта агроном, мастер булып эшләне. Үкенескә күрә, 2010 йылдар мәрхүм булды. Гармунда бик оҫта уйнай ине, матур йырланы. Әсәйем Гөлсөм һөнәре буйынса ашнаҡсы, ул да бик матур йырлай. Моңға һөйөү уларҙан күскән.

– Бәләкәйҙән йырсы булырға теләй инегеҙме?

– Юҡ, мин спортты яраттым, мәктәп йылдарында еңел атлетика, саңғы буйынса ярыштарҙа призлы урындар яуланым. Шуға күрә минең бала саҡ хыялым спортсы булыу ине. Ошо теләк мине 7-се класҡа күрше Темәс мәктәбенә күсергә мәжбүр итте. Унда спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр күберәк булды.

– Шулай ҙа мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашҡанһығыҙҙыр бит?

– Йыр-моңға маһирлығымды белеп, көсләп, этеп-төртөп тигәндәй сәхнәгә сығара торғайнылар. Сәхнәлә йырларға яратманым, инәлтеп кенә сыға инем. Ата-әсәй менән бергә ауылда, районда уҙғарылған смотрҙарҙа ҡатнашып, урындар алып йөрөнөк. Миңә йыш ҡына: «Һин ҙурайғас йырсы булырһың ул», – ти торғайнылар. Мин быны яратмай, үпкәләп: «Юҡ, мин спортсмен булам!» – тип боролоп китә торғайным.

– Юрағандары юш килгән: йырсы булғанһығыҙ. Нисегерәк килдегеҙ сәхнәгә?

 

Мауыҡтырғыс мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы апрель һанында уҡығыҙ.

Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»
Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»
Автор:
Читайте нас