+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Иң мөһиме – үҙ остазыңды табыу...

Башҡортостандың халыҡ артисы Диләрә Иҙрисова Рәсәй дәүләт академия Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә уҙғарылған BRAVO VIII премияһы гала-концертында ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Иң шәп классик вокал» номинацияһында еңеү яуланы!

Иң мөһиме – үҙ остазыңды табыу...Иң мөһиме – үҙ остазыңды табыу...
Иң мөһиме – үҙ остазыңды табыу...

Бөгөнгө әңгәмәсем, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, «Алтын битлек», «Онегин» Рәсәй милли премиялары лауреаты, зиннәтле моң эйәһе, данлыҡлы милләттәшебеҙ Диләрә Иҙрисованың һирәкләп булһа ла үҙ тормошоноң мөһим мәлдәре менән статустарҙа бүлешеүен күрәм. Рәсәй, донъя кимәлендә төрлө майҙансыҡтарҙа сығыш яһауына, халыҡ-ара фестивалдәрҙә, концерттарҙа ҡатнашыуына, федераль каналдарға әленән-әле интервью биреүенә шаһитмын. Уның үҙ һөнәренә мөкиббәнлеге, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырып, опера ролдәренә тәрәндән сумыуы, аралашҡанда ла шишмәләй сылтырап торған тауышы, эшһөйәрлеге, ихласлығы хайран ҡалдыра мине. Үҙемә лә күптән түгел уның менән аралашыу мөмкинлеге тәтене. Баш әйләндергес уңыш, донъя кимәлендә ижад итә алыу, популярлыҡ артында күпме хеҙмәт, йөрәк көсө йәшеренгәнлеге бер кемгә лә сер түгелдер. Әммә, баҡтиһәң, Диләрә үҙен билдәле йондоҙ тип иҫәпләмәй ҙә икән.

...Әңгәмәбеҙҙә йырсының уңышҡа илткән юлы, карьераһының күҙгә күренмәгән яҡтары хаҡында ла һөйләштек. Аралашыу башында уҡ ул: «Һеҙгә ысынбарлыҡ кәрәкме, әллә барыһын да шымартып, семәрләп биреү яҡлыһығыҙмы?» – тип һорап ҡуйҙы. «Беҙгә, әлбиттә, дөрөҫлөк кәрәк, нисек бар – шулай булһын», – тинем.

Әйҙәгеҙ, тәүәккәлләп ҡарайыҡ...

– Диләрә, опера театры сәхнәһенә килеүегеҙгә нисә йыл үтте?

– 2012 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамланым. Унан һуң бер йыл Силәбе опера театрында эшләнем.

– Ысынлап та, хеҙмәт юлығыҙ Силәбелә башланып китте бит әле. Ни өсөн шулай килеп сыҡты? Үҙегеҙ сит ҡалаға, сит мөхиткә китеп эшләп ҡарарға теләнегеҙме?

– Юҡ, уҡып бөткәс тә мине үҙебеҙҙең театрға ла, филармонияға ла эшкә алманылар. Шуға ла, эшһеҙ ятып булмай тип, Силәбе театрына барып ҡарарға ниәт иттем. Унда Людмила партияһына сопрано кәрәк ине. Тыңланылар, алдылар... Шунда уҡ төп партиялар бирҙеләр, әммә ул театрҙа бер йыл эшләгәс, Мәскәү консерваторияһына ассистентураға уҡырға индем. Иң юғары балдар менән бюджетҡа үткәс, уҡып та, эшләп тә йөрөү мөмкинлеге булыр, эштә минең өсөн шатланырҙар, моға­йын, ҡыуанысым менән уртаҡлашайым тип, театрға килдем. Тик тормошта улай булмай икән... Йә уҡыйһың, йә эшләйһең, тип һайлау алдына ҡуйҙылар. Һәм мин, әлбиттә, уҡыуҙы һайланым. Ә инде Мәскәүҙә аспирантурала уҡый башлағас, мине үҙебеҙҙең театрға эшкә саҡырҙылар. Ул ваҡытта директорыбыҙ Владислав Самойлов ине. Ике йыл ассистентура-стажировкала профессор Галина Алексеевна Писаренко класында белем алдым.

– Талантлы ла, моңло ла династия вәкиле икәнлегегеҙҙе беләбеҙ. Моғайын, бала саҡтан уҡ сәнғәт юлынан китерегеҙҙе төҫмөрләгәнһегеҙҙер. Шулай ҙа тап опера йүнәлешен һайлауығыҙға нимә булышлыҡ итте?

– Ябай ҙа, ҡатмарлы ла һорау... Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт классик музыка яңғырап торҙо. Миңә һәр ваҡыт опера тыңлау оҡшай ине. Беҙҙә Вердиҙың билдәле режиссер Дзеффирелли ҡуйған «Травиата» операһының видеокассетаһы бар ине. Иҫ киткес шәп постановка! Шул кассета туҙғансы ҡараным. Опера йүнәлешен һайлауыма өйҙәге мөхит булышлыҡ иткәндер.

Әсәйем – музыка белгесе, өләсәйем (Башҡортостандың – халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нажиә Аллаярова) – йырсы, олатайым (Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахманов) – композитор. Өфө урта музыка колледжында 11 йыл дауамында фортепиано класында уҡыным. Әммә пианист булмаҫымды яҡшы аңлай инем. Әсәйем, дипломың булһын, тине. Шуға уның һүҙен йыҡмаҫ өсөн генә тамамлап ҡуйғанмындыр. Колледждың 10–11-се кластарында уҡыған саҡта параллель рәүештә сәнғәт академияһының вокал кафедраһының әҙерлек курстарында шөғөлләндем.

– Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинала уҡығанһығыҙ. Вузға ингәндә имтихандар тотоуы, уҡыуы ауыр бирелдеме?

– Миңә бер нимә лә еңел генә бирелмәне. Уҡырға ингәндә әллә ни ауыр ҙа булмағандыр, ә бына уҡыуы, ысынлап та, энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң ине. Минең өләсәйем дә Миләүшә Ғәлиевнала уҡыған, бәлки, шуғалыр, «билдәле кешеләрҙең балаларын алмайым», – тип, ул мине башта үҙенең класына алырға теләмәне. Аптырағас, әсәйем уның менән һөйләшеп ҡарамаҡсы булды. «Һеҙҙең теләкме был, әллә ҡыҙығыҙ үҙе миндә уҡы­йым тип янып торамы?» – тип һораны Миләүшә Ғәли ҡыҙы. «Үҙе теләй, әлбиттә», – тине әсәйем. Миләүшә Ғәли ҡыҙы класында белем алыу минең өсөн ысын тормош мәктәбенә әүерелде. Ул һине алһыу күҙлектәреңдән арынырға, уйланырға мәжбүр итә ине. Уның үҙ алымы бар. Студенттарын башынан һыйпап, йәлләп, хуплап ҡына торманы, ҡаты талаптар ҡуйҙы, тәнҡитенән, һеңдергәнсе әйткән һүҙенән һуң оҙаҡ ваҡыт уйланып йөрөйһөң әле. Унда уҡығандар мине аңлар...

– Сәнғәт академияһында уҡығанда, башҡа бер ваҡытта ла ошо юлдан ситкә тайпылмаҫығыҙҙы аңлағанһығыҙ инде?

– Юҡ, әлбиттә. Уҡыған ваҡытта тыныс күңел менән йөрөгәнемде хәтерләмәйем дә. Академияны ташларға теләгән саҡтар ҙа була торғайны. Сөнки һәр дәрес – ул туҡтауһыҙ эҙләнеү, ғазап, кәрәкле тонды, нотаны, өндө эҙләү. Эйе, нимәнелер килтереп сығара алһаң, ҡыуанысың эсеңә һыймай! Ә иртәгәһенә класта барыһын да өр-яңынан башларға кәрәк булып сыға... Еренә еткереп йырларға өйрәнеү, ысынлап та, ғазаплы процесс ул. Минең өсөн генә түгел, барыһы өсөн дә... Әммә үҙеңде йәлләмәй эшләйһең икән, һөҙөмтә, һис шикһеҙ, буласаҡ. Илдар Абдразаҡовтың донъялағы иң яҡшы бас тауышлы йырсы булыуының нигеҙендә иң тәү сиратта ана шул Миләүшә Ғәли ҡыҙы ҡуйған талаптар торалыр, тип уйлайым. Үҙем дә Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡас, Рәсәйҙәге, донъя кимәлендәге башҡа театрҙар менән хеҙмәттәшлек иткәс, остазыбыҙҙың, ысынлап та, Өфө кимәле менән генә сикләнмәүен, донъя стандарттарына ярашлы фекер йөрөтөүен һәм беҙҙән дә шуны талап итеүен аңланым.

– Һеҙ ҙә уҡып бөтөп, ҡулға диплом алғас, үҙегеҙ менән ҡәнәғәт ҡалғанһығыҙҙыр?

– Үрҙә әйтеүемсә, уҡып бөткәс, мин барлыҡ имтихандарҙы ла иң юғары балдарға тапшыр­һам да, бер ергә лә эшкә алманылар... Шуға ҡәнәғәтлек тойғоһо бөтөнләй булманы.

– Ни өсөн шулай булды, ниңә театр, филармония ишектәре ябыҡ булды икән?

– Сөнки ҡыҙыл дипломың да, халыҡ-ара конкурстарҙағы еңеүҙәрең дә һине ҡайҙалыр ҡуш ҡуллап көтөп тораларҙыр тигән гарантия бирмәй. Үҙ юлыңды үҙең эҙләргә тейешһең... Миләүшә Ғәли ҡыҙы бер ҡасан да, үҙ авторитетын ҡулланып, студенттарын эшкә урынлаштырып йөрөмәне. Остазым миңә лә: «Үҙ юлыңды үҙең эҙлә», – тине. Мин эш эҙләргә тотондом. Үҙебеҙҙә табылмағас, Силәбегә киттем. Ярай, тәүәккәлләп ҡарайым, һис юғы театрҙа эшләй алырлыҡмы-юҡмы икәнлегемде аңлармын, тип уйланым...

– Кемдәрҙер сәнғәт академияһы менән генә туҡталып ҡала. Ә һеҙ артабан китергә, үҫешергә теләгәнһегеҙ...

– Минең Мәскәүгә китергә иҫәбем дә юҡ ине, Миләүшә Ғәли ҡыҙында аспирантурала ҡалырға теләгәйнем. Әммә ул, һиңә бирә алған ғилемдең барыһын да бирҙем тип, мине үҙенән алыҫҡараҡ ебәрҙе. Ә инде Мәскәүгә барғас, мин, ысынлап та, Миләүшә Ғәли ҡыҙынан артығыраҡты бирмәҫтәрен аңланым. Эйе, Мәскәү офоҡтарҙы киңәйтте, үҙемде яңы сәхнәләрҙә һынап ҡарау, яңы танышлыҡтар булдырыу йәһәтенән һөҙөмтәле булды.

– Башҡа театрҙар менән хеҙмәттәшлегегеҙ ҡасан башланды?

– Үҙебеҙҙең театрҙа башта етди ролдәрем бөтөнләй булманы. Әкиәттәрҙә генә ҡатнаш­тым. Ул осорҙа Мәскәүҙә уҡып та йөрөйөм, һәм шул уҡ ваҡытта, параллель рәүештә Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина менән шөғөлләнә инем. Бер мәлде Мәскәүгә аспиранттар концертына барып, осраҡлы ғына Дебора Йорк ойошторған оҫталыҡ дәресенә эләгеп, бер нисә ария йырланым. Шунда мине вокал ансамбле етәксеһе Екатерина Антоненко күреп, тауышымды оҡшатып, телефон номерымды алып ҡалды. Һәм минең хаҡта ул ҡустыһы – дирижер, пианист Михаил Антоненкоға һөйләгән, яҙмамды тыңлатҡан. Ул, үҙ сиратында, яҙмамды, Веналағы халыҡ-ара агентлыҡҡа ебәргән. Һәм көндәрҙән бер көндө, һис көтмәгәндә, миңә Генделдең «Александр» операһынан Лизаура партияһын ятлап Афинаға килеүемде һорап мөрәжәғәт иттеләр. Өйрәндем, барҙым, башҡарҙым һәм, улар контракт төҙөп, мине агентлыҡҡа алды. Ул саҡта инглиз телен бөтөнләй белмәй инем. Агентлыҡ Венала урынлаша, башлыса, барокко музыкаһы йүнәлешендә эшләй. Шулай итеп, 2014 йылда мин тәүге тапҡыр агентлыҡ йырсылары менән Чайковский исемендәге концерт залында сығыш яһаным. Шул осорҙан алып бына ун йылдан ашыу инде халыҡ-ара концерттарҙа ҡатнашам, төрлө театрҙарға саҡырыуҙар алам.

– Ә үҙебеҙҙең театрҙа быға нисек ҡаранылар?

– Сит илдә сығыш яһама­йынса үҙебеҙҙең театрҙа миңә бер етди роль дә бирелмәне. Ә коллегаларым араһында, ниңә юҡ-бар йырлап йөрөйһөң унда, тип әйтеүселәр булды.

– «Юҡ-бар» тип нимәне күҙ уңында тоттолар?

– Барокко дәүере композицияларын башҡарыуымды. Коллегаларым араһында ла күптәр барокко стилен аңлап етмәй, сөнки был – бик боронғо һәм ҡатмарлы сәнғәт, XVII–XVIII быуат композиторҙары әҫәрҙәре. Европала уға иғтибар бик ҙур. Ә Рәсәйҙә уны әле яңы ғына аса башланылар... Ул саҡта мин Францияла, Австрияла, Германияла, башҡа илдәрҙә йыш сығыш яһай инем.

– Һәм һеҙҙе бөгөн «Барокко батшабикәһе» тип тә йөрөтәләр…

– Музыка белгесе Гүзәл Яруллина бер нисә йыл элек «Барокко принцессаһы» тип яҙып сыҡҡайны мине. Сөнки ул осорҙа гел принцессалар ролен уйнаным. Шулай тура килә ине. Мин даими рәүештә сығыш яһаған «Опера Априори» халыҡ-ара фестивале ойоштороусыһы Елена Харакидзян яңыраҡ «Барокко батшабикәһе» тип телгә алды. Шунан киткән һүҙ ул. Урынлылыр­мы-юҡтырмы, белмәйем...

– Үҙегеҙҙе Рәсәйҙең генә түгел, донъя опера сәнғәтенең бер вәкиле итеп тойоу, ниндәйҙер ғорурланыу тойғоһо бармы?

– Ундай ғорурлыҡ тойғоһо юҡ. Сөнки был – иңдәреңә өҫтәлмә яуаплылыҡ ҡына һала.

– Режиссер булып китеп, спектаклдәр ҡуйғығыҙ килмәйме?

– Юҡ. Һәр кем үҙенең эшен башҡарырға тейештер, тип уйлайым. Режиссер – ул дөйөм картинаны күргән кеше. Мин – башҡарыусы ғына. Үҙемә тәғә­йен партияны, образды урыны-еренә еткереп, бөтә нескәлегендә башҡарыу. Шул сиктәрҙән сыҡмайым. Һәм режиссер булыр­ға теләмәҫмен дә тип уйлайым.

– Спектаклдә уйнағанда ролгә инергә кәрәк. Һеҙҙең сығыштарығыҙ үҙе тәрән бер тамаша, шул тиклем хис-тойғоларға бирелеп йырлайһығыҙ. Роль өҫтөндә нисек эшләйһегеҙ?

– Иң тәүҙә элекке яҙмаларҙы ҡарайһың. Музыкаль материалды өйрәнәһең, тыңлайһың. Артабан үҙеңсә эҙләнә башлайһың. Йырлайһың да йырлаһың инде... һәм һөҙөмтәгә ирешәһең...

– Бөгөнгө карьерағыҙ менән ҡәнәғәтһегеҙҙер, моғайын... Шул тиклем дә уңыштарға өлгәшермен, билдәлелек яулармын тип уйлай инегеҙме?

– Мин үҙемде билдәле кеше тип иҫәпләмәйем, сөнки опера – поп-музыка түгел. Мине үҙебеҙҙең опера мөхитендә генә беләләрҙер.

– Шул саҡтағы бала ғына Диләрәгә бөгөн нимә тип әйтер, ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– Еңел генә, тыныс ҡына тормош теләһәң, был һөнәрҙе һайлама, тип әйтер инем, моғайын.

– Уҡыу энә менән ҡойо ҡаҙыуға тиң, тинегеҙ, эшләй башлаған йылдарҙа ла еңелдән булмаған, ә бөгөн еңеллек килдеме һуң?

– Юҡ. Үкенескә күрә, һәр сығыш, һәр әҫәр ул – үҙе бер яңы челлендж. Бер ваҡытта ла нисек килеп сығырын белмәйһең. Әйтәйек, Мәскәүҙә үткән һуңғы концерт шул тиклем ауыр бирелде. Елена Харакидзян, мәжбүр итеп, талап итеп эшләтте тиергә лә мөмкин. Сөнки программалағы шул сама әҫәрҙе ятлап өлгөрмәҫмен кеүек ине. Бик ҡатмарлы әйберҙәр башҡарыу талап ителде. Бөйөк оҫталар башҡарған шедеврҙарға тотонаһың икән, ҙур яуаплылыҡ талап ителә шул. Беҙҙең эштә еңеллек юҡ һәм булырға тейеш тә түгелдер...

– Әммә күңелдә барыбер ниндәйҙер тыныслыҡ тойғоһо барлыҡҡа килгәндер бит...

– Тыныслыҡ концерттан һуң килә. Әгәр ҙә барыһы ла һәйбәт килеп сыҡһа...

– Насар килеп сыҡҡан саҡтар ҙа буламы ни?

– Була... Уны башҡалар, бәлки, һиҙмәҫ тә... Әммә һин үҙең теләгән сифатта башҡара алмауың бар. Йә сирләп китеүең ҡамасаулай, йә хафаланыуың... Ундай саҡта шул тиклем үкенесле һәм күңелгә ауыр була. Мин бит шул тиклем ваҡыт сарыф итеп, бөтә йөрәгемде һалып әҙерләнгәйнем, тип уйлайһың. Үҙ-үҙеңә һуҡранаһың хатта… Шуға беҙҙең эштә ал да, ял да юҡ. Пласидо Доминго: «Әгәр ҙә мин ял итһәм, тутыға башлайым», – тип әйткән бит. Миләүшә Ғәли ҡыҙы ла беҙҙән шуны талап итте. Башҡараһың икән, максималь рәүештә бирелеп башҡарырға тейешһең. Саҡ ҡына теҙгенде бушатыуыңды тойһа, еңел тормош теләйһеңме әллә, тип тәнҡитләп ташлай торғайны. Тулыһынса бирелеп эшләгәндә генә нимәлер килеп сығасаҡ. Был беҙҙең ҡанға һеңгән...

– Өфөлә йышыраҡ сығыш яһайһығыҙмы әллә ситтәме?

– Билдәле сәбәптәр арҡаһында, әлегә Европа илдәренә сыҡмайбыҙ, әммә Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта йыш сығыш яһайым. Өфөлә сығыштарым һирәгерәк.

– Ике йыл элек Өфөлә шәхсән концертығыҙ үткәйне. Тағы ла көтөләме улар?

– Концертым яңыраҡ Мәскәүҙә булды. Өфөлә планлаштырылмай. Саҡырмайҙар әле.

– Саҡырыуҙы көтмәй, бәлки, үҙегеҙгә тәҡдим итергәлер?

– Йырсы, миңә концерт эшләгеҙ, тип һорап йөрөргә тейеш түгелдер, тип уйла­йым. Етәкселәр үҙҙәре тәҡдим итһен, ойошторһон ул…

– Нисә телдә йырлайһығыҙ?

– Башлыса итальян һәм немец телдәрендә. Французса һәм русса һирәгерәк. Шулай тура килә. Һәм шуныһы ла бар, сит телдәрҙә йырлауға ҡарағанда, рус телендә йырлау ауырыраҡ бирелә. Миңә генә түгел, барыһына ла… Рус теленең шундай үҙенсәлеге бар. Һәм был – факт.

Мөмкинлек сыҡҡанда, милли әҫәрҙәр булһа, ҙур теләк менән башҡортса ла йырлайым, әлбиттә.

– Сит театрҙар менән хеҙмәттәшлек иткәс, Өфөгә оҙаҡ ҡайтмай торған саҡтарығыҙ ҙа булалыр?

– Бер мәлде ике ай Бельгияла булдым. Генделдең «Агриппина» операһында ҙур ролем бар ине. Спектакль дүрт сәғәт ярым да­уам итте. Шул тиклем көслө оркестр менән эшләү бәхете тейҙе ул саҡта. Дирижер Стефано Монтанари – торғаны бер гений инде. Йырсылар составы ла шул тиклем көслө ине. Мауығып, бирелеп эшләнем. Әммә шул ике ай эсендә үлә яҙып Өфөнө, яҡындарымды һағындым. Шунда, мин ситтә йәшәй алмаҫмын, тигән һығымтаға килдем. Әйткәндәй, Германияның Гамбург опера театрына саҡырыу ҙа алғайным, тик тыуған еремде һағынырмын тип, контракт­ҡа ҡул ҡуйманым. Бәлки, дөрөҫ эшләмәгәнмендер ҙә.

– Әгәр ҙә ҡасандыр мөмкинлектәр менән фай­ҙаланып, халыҡ-ара агентлыҡ менән килешеү төҙөмәһәгеҙ, Өфөлә генә йәшәһәгеҙ, нисек булыр ине икән? Шундай тормошто күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?

– Бөгөнгө ижади тормошом, әлбиттә, байыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ. Әммә мин Өфөлә генә эшләһәм, бындай мөмкинлектәрҙе татып ҡарамаһам, ундай тормош­тоң бар икәнен белмәҫ тә инем, шулай булырға тейештер, тип артабан да йәшәр инем, моғайын.

– Яҡындарығыҙ һеҙҙең донъя буйлап концерттарҙа ҡатнашып йөрөүегеҙҙе нисек ҡабул итә?

– Төрлө саҡтар булды. Хәҙер барыһы ла яҡшы. Иң ҙур терәгем – әсәйем. Мин унһыҙ нимә эшләр инем икән инде – белмәйем. Мине бик яҡшы тоя, аңлай ул. Ҡайһы мәлдә ниндәй һүҙҙәр әйтергә кәрәклеген дә ул ғына белә. Әсәйем миңә үҙ-үҙемә ҡарағанда ла нығыраҡ ышана. «Һин булдыра алаһың», – тип кенә тора. Рәхмәт уға!

– Шундайын карьера эшләгәндә ғаилә ҡорорға ла, үҙегеҙ әсәй булырға ла өлгөргәнһегеҙ. Шәхси тормошоғоҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле...

– Эйе, утыҙ ике йәштә әсәй булдым. Улым Тамерланға дүрт йәш хәҙер. Әммә шәхси тормошомда ҡатмарлыҡтар ҙа булып алды. Тәүге тормош иптәшем – улымдың атаһы менән оҙаҡ йәшәмәнек. Ул Мәскәүҙә төпләнгән башҡорт егете ине. Һөнәре буйынса музыкант түгел, әммә минең концерттарыма йөрөй торғайны, шунда танышып, дуҫлашып киттек. Тик өйләнешкәс, уға тормошҡа сығып ҙур хата яһағанлығымды аңланым. Башта уны-быны һиҙҙермәһә лә, тора-бара ижадыма ҡаршы булыуы аңлашылды, ул миңә бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан асылды. Абьюзив мөнәсәбәттәрҙән арынырға теләп, алты айлыҡ ауырым бар саҡта, үҙемде лә, баламды ла һаҡлайым тип, унан китергә мәжбүр булдым. Аллаға шөкөр, улымды иҫән-һау йөрөтөп таптым. Мин хатта декрет ялына ла сығып торманым. Сөнки аҡса кәрәк ине. Ул йылдарҙа нимәләр кисергәнемде әсәйем менән апайым ғына белә...

...Аллаға шөкөр, хәҙер барыһы ла яҡшы. Быйыл мин яратҡан кешемә – Азамат Дауытовҡа тормошҡа сыҡтым. Әйткәндәй, ул да опера йырсыһы, Өфө дәүләт сәнғәт институтында Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитовала уҡып сыҡты, бөгөн үҙебеҙҙең театрҙа эшләп йөрөй. Беҙ уның менән элегерәк тә дуҫлашып йөрөгәйнек, әммә ул саҡта юлдарыбыҙ айырылғайны. Йылдар үткәс, яңынан табышып ҡауышыуыбыҙҙы яҙмыш бүләге тип ҡабул иттем.

– Бер тапҡыр ҙа опера спектаклен ҡарамаған, опера менән ҡыҙыҡһынмаған кешеләргә нимә әйтергә теләр инегеҙ?

– Миңә, ошо даирәлә ҡайнаған кешегә, опера менән ҡыҙыҡһынмай йәшәү мөмкин дә түгел һымаҡ. Опера спектакле – ул сәнғәттең төрлө төрҙәре берләшмәһе, синтезы. Телде белмәгән, сәхнәлә нимә тураһында һүҙ барғанлығын аңламаған хәлдә лә, тамаша кеше күңеленә шул тиклем үтеп инә. Залдағылар барыһын да йөрәге, йәне менән тойоп ултыра. Бына беҙҙең театрҙа барған «Травиата»ны ғына алайыҡ. Унда төп героиня әҫәрҙең аҙағында сихуттан үлә. Тамашасы итальян телен белмәй ҙә, ти, бәлки, әҫәрҙең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен дә уҡып сыҡмағандыр. Әммә ундағы хәл-ваҡиғалар уның йөрәгенә барыбер үтеп инә. Һәм улар күҙ йәштәренә бирелә. Ғөмүмән, һәр әҫәр тамашасыға шулай тәрән тәьҫир итә. Операның ана шундай кешене терелтә, йәнде уята торған мөғжизәүи бер көсө бар.

– Опера йүнәлешен һайларға теләгән йәштәргә нимә тип әйтер инегеҙ?

– Иң мөһиме – үҙеңдең остазыңды табыу. Талантлы кешеләрҙе күп осратҡаным булды минең: тауыштары ла матур, моңдары ла бар, әммә уларҙы йырларға өйрәтмәгәндәр. Скрипкасылар, мәҫәлән, уйын ҡоралын үҙ ҡулдарында тотоп уйнай, ә тауышты күреп тә, тотоп ҡарап та булмай. Тойорға ғына мөмкин. Беҙҙең төп эш мускулдар менән дөрөҫ эшләүгә ҡайтып ҡала. Ә тауыш мускулдары өҫтөндә эшләү – ул иҫ киткес ҡатмарлы хеҙмәт. Шуға, мөмкинлегегеҙ булһа, үҙегеҙҙең педагогығыҙҙы эҙләгеҙ, ул һеҙҙең тауышығыҙҙы, ижади потенциалығыҙҙы дөрөҫ асырлыҡ алымдар табыр, тип әйтер инем...

Гөлшат Ҡаһарманова

"Тамаша" журналы, №6-2025 й.

Иң мөһиме – үҙ остазыңды табыу...
Иң мөһиме – үҙ остазыңды табыу...
Автор:
Читайте нас