

– Эльвира Маратовна, ҡайһы яҡтың һыуын эсеп, һауаһын һулап үҫтегеҙ, сығышығыҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.
– 1976 йылдың 27 мартында Сибай ҡалаһында тыуғанмын, геологик разведка экспедицияһының элемтә инженерҙары Марат Фәиз улы менән Фәрзәнә Миңнулла ҡыҙының күркәм ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Әйтерһең дә, яҙмышымды алдан билдәләгәндәй, донъяға килеүем әһәмиәтле датаға – Халыҡ-ара театр көнөнә тап килгән...
– Илаһи бейеү донъяһына илткән юлдың шишмә башы ҡайҙан килә?
– Бик иртә йәштән бейеүгә тартылдым. Ошо һәләтемде ваҡытында күреп, артабан үҫтерергә мөмкинлек биргәне өсөн ата-әсәйемдәргә сикһеҙ рәхмәтлемен. Сибайҙағы балалар музыка мәктәбенең хореография класына уҡырға бирҙеләр һәм мин шул мәлдән алып бейеү һәм моң донъяһына сумдым. Унда уҡыуҙы “отличие” билдәһе менән тамамлап, 1993 йылда Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт техникумына уҡырға индем.
– Данлыҡлы Стәрлетамаҡ Бейеү театрына нисек килеп эләктегеҙ?
– Мин береренсе курста уҡып йөрөгәндә Стәрлетамаҡ Бейеү театрының яңы ғына ойошторолған мәле ине. Театрҙа башта егеттәр генә эшләй ине, һуңғараҡ ҡыҙҙарҙы ла йыя башланылар. Унда бар яҡлап та: һәләтте лә, буй-һынды ла тикшереп, һайлап ҡына алалар ине. Бейеү театрының етәксеһе Хәлил Ишбирҙин беҙҙең техникумда ла дәрестәр алып бара ине, шунда мине театрға балет артисы итеп эшкә саҡырҙы. Бына шулай уҡып та, эшләп тә йөрөргә тура килде. Уҡыуымды артабан Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһында “Халыҡ художество ижады” белгеслеге буйынса дауам иттем, унда Хореография коллективының художество етәксеһе квалификацияһын үҙләштерҙем.
– Белеүемсә, тормош юлдашығыҙ БР-ҙың атҡаҙанған артисы Иҙел Дауытов та Бейеү театрында эшләне. Шул тиклем һәләтле егет, үкенескә ҡаршы, был донъянан бик иртә китеп барҙы...
– Тап ошо рухландырғыс дәртле ритмдар донъяһында буласаҡ иремде, балет артисы Иҙел Дауытовты осраттым. Иҙел – Бөрйән егете, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә был донъяла яҡты эҙ ҡалдырып, йәшнәп йәшәп китте. Яҙмыштарыбыҙ сәхнәлә үрелеп барҙы, беҙҙе ижади теләктәшлек һәм тәрән, ихлас хистәр бәйләне. Мөхәббәт емеше булып улыбыҙ Марсель тыуҙы, сәхнә артында сәнғәт мөхитенә сорналып үҫте.
– Һеҙҙең ижадығыҙ сағыу образлылыҡ, стиль аныҡлығы менән айырылып тора. “Аттар”, “Башҡорт йөрәге”, “Торналар”, “Күбәләк”, “Урал бәйете”, “Тау халыҡтары бейеүе”, “Ностальгия”, “Забвение”, “Париж урамдарында” һәм башҡа хореографик композицияларҙа һеҙ башҡарған яңғыҙ партияларҙы тамашасы һоҡланып ҡабул итә. Ә 2018 йылдан алып һеҙ Бейеү театрының баш балетмейстеры вазифаһын алып бараһығыҙ. Шул йылдарҙан алып байтаҡ постановкалар ҡуйҙығыҙ. Яңы бейеүҙәр һалаһығыҙмы, репертуарығыҙҙа башлыса ниндәй халыҡтарҙың бейеүҙәре урын алған – башҡарған эшегеҙгә ҡыҫҡаса ғына булһа ла байҡау яһап алайыҡ әле.
– Репертуарымда төрлө халыҡтар бейеүҙәре: башҡорт, рус, татар һәм башҡа бейеүҙәр бар. Шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, Кавказ һәм башҡа донъя халыҡтары бейеүҙәре менән коллективтың репертуарына үҙенсәлекле балҡыш индерәбеҙ. Балетмейстер булып эшләй башлағандан алып байтаҡ хореографик постановкалар ҡуйылды. “Торна тоғролоғо”, “Шайморатовсылар”,“Тархандар” хореографик композициялары, “Ете тажлы сәскә”, “Ҡарһылыуҙың тылсымлы донъяһы” музыкаль-хореографик әкиәттәре һәм башҡалар. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле һәм Адыгей Республикаһының “Нальмэс” халыҡ бейеүҙәре дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле өсөн “Елкәйем” хореографик композицияһын ҡуйҙым.
Ижади багажымда шулай уҡ театр спектаклдәре лә бар: Рәмил Ҡолдәүләттең “Бермуд өсмөйөшө” (режиссеры – Наилә Иҫәнгилдина), Мөнир Ҡунафиндың “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” (режиссеры – Рөстәм Хәкимов), Зинира Атнабаеваның “Йәшенле ямғыр”, Ф.Ғәлимовтың “Гонаһлы хыялдарым” (режиссеры – Азат Йыһаншин), А.Камюның “Калигула”һы (режиссеры – Азат Йыһаншин) һәм башҡа спектаклдәрҙең хореографик композициялары авторымын.
– Ҡуйыусы балетмейстер булараҡ, ижадығыҙҙағы хәтерҙә уйылып ҡалған әһәмиәтле ваҡиғаларҙы, төрлө йылдарҙа республика кимәлендәге, ғөмүмән, төрлө кимәлдәге сараларҙа башҡарған эштәрегеҙҙе лә барлап сығайыҡ.
– Бейеү театры коллективы менән бергә Бельгияла һәм Нидерландтарҙа халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашыу матур бер хәтирә булып иҫтә ҡалды. “Салауат йыйыны” башҡорт фольклор байрамы, “Етегән” республика башҡорт байрамы (2000-2026 йй.), VI Бөтә донъя фольклориадаһында (2021 йыл), “Һабантуй” байрамдарында (Екатеринбургта, 2023 йыл, Мәскәүҙә, 2024 йыл), Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған (2025 йылда Стәрлетамаҡта, Өфөлә уҙғарылған) хөкүмәт сараларында хореграфик йәһәттән уңышлы эшләнек.
– Һеҙ ҡуйған “ҡымыҙ бешеүсе ҡыҙҙар”, “Беләҙек”, “Ағиҙел тулҡындары” хореографик композициялары репертуарығыҙҙың сағыу биҙәге. Һеҙҙең эскиздарығыҙ буйынса тегелгән сәхнә костюмдары, үҙеңде тотоу һәм эске кисерештәр манераһы һәр башҡарған бейеүегеҙгә камиллыҡ өҫтәй. Ошо сәхнә әҫәрҙәре уникаллеге һәм юғары башҡарыу оҫталығы менән республикала ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә – Татарстанда, Һамар, Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердловск өлкәләре, Төмән, Ҡурған өлкәләре, Иркутск тарафтарында, Краснодар крайында ла дәррәү алҡыштарға күмелә.
– Бейеү театры коллективы менән ҡайҙарҙа ғына булманыҡ: Рәсәйҙә генә түгел, сит тарафтарҙа ла – Бельгия, Голландия, Төркиә, Үзбәкстан,Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәрҙә сығыш яһап, башҡорт бейеү сәнғәтенең данын күтәрәбеҙ.
– 2021 йылда һеҙ өлгөлө хореография мәктәбен – “Берҙәмлек” студияһын астығыҙ. Һеҙҙең бейеүҙәрҙе бәләкәстәр ҙур теләк менән башҡара, тамашасылар ҙа яратып ҡарай. Балалар менән эшләүе еңелме?
– Беҙҙә өс йәштән алып балалар шөғөлләнә. Кескәйҙәр менән эшләү миңә оло кинәнес бирә. Улар асыҡ, ихлас, белемгә ынтылыусан, төрлө яҡлап үҫергә теләктәре көслө. Балаларҙы төрлө конкурстарға йөрөтәм. Күптән түгел Мәскәүгә алып барҙым. Хәҙерге заман хореографияһының сағыу бер вәкиле булараҡ, милли һәм Европа сәнғәтен тәрән үҙләштереүсе остаз булараҡ, йөҙҙәрсә һәләттәр асыуым, балаларҙы бейеү сәнғәте серҙәренә төшөндөрә алыуым менән үҙемде бәхетлемен, тип уйлайым.
– Бейеү театрына йәш артистар киләме?
– Әлбиттә, Бейеү театры ғөмүмән йәштәр менән тулыландырыла. Мәҙәниәт учреждениелары менән килешеүҙәр төҙөлдө. Яңы ғына диплом алған йәш егеттәр беҙҙә альтернатив хәрби хеҙмәт буйынса ике йыл эшләйҙәр. Бынан тыш, коллектив ҡыҙҙар һәм егеттәр менән яңыртылып тора.
Хөрмәтле Эльвира Марат ҡыҙын үтеп киткән күркәм юбилейы айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, илһамлы ижад, яңы сағыу постановкалар ҡуйыуығыҙҙы теләйбеҙ. Һәр көнөгөҙ яҡты идеялар менән тулы булһын, яҡындарығыҙҙың йылыһына һәм һөйөүенә ҡойоноп йәшәгеҙ!
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Фотолар мәҡәлә геройының шәхси ахивынан алынды.