Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо, оҫта алып барыусы башҡорт ҡыҙы Альбина Килдейәрова үҙенең зауыҡлы, заманса кейенеүе менән айырылып тора.
Әбйәлил районында тыуып үҫкән Тамъян ырыуы ҡыҙы менән бер сарала осрашҡанда: “Бындай шәп, сағыу сәхнә кейемдәрен кемдән тектерәһең?” – тип һорай ҡуйҙым. Альбина: “Үҙем!” тип хайран итте.
– Әгәр һин масштаблы саралар алып барыусы һәм эстрада артисы булһаң, артистың тышҡы ҡиәфәте - визит карточкаһы булыуы хаҡында онотмаҫҡа тейешһең. Мин үҙем тегенергә яратам. Был кейемдәрҙе теккәндә иң ҡатмарлыһы - еңдәре, ҡул эштәре, мәҫәлән, һәр япраҡты утта яндыраһың һәм еңдәргә тегәһең. Бик ыуаҡ эш ул, – тине йырсы.
Әйткәндәй уңған башҡорт йырсыһы инде 20 йыл сәхнәлә.
Фото: Альбина Килдейәрованың шәхси альбомынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!